Яйыҡ
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Апрель 2020, 12:55

Эшҡыуарҙар ярҙамһыҙ ҡалмаҫ

Быйыл эшҡыуарлыҡҡа ярҙам күрһәтеү маҡсатында республика һәм федераль бюджеттарҙан 2,318 миллиард һум бүленде, уны 20,7 мең бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары алыу мөмкинлегенә эйә. Уҙған йылда ошондай дәүләт ярҙамын 8,4 мең эшҡыуар алған.

Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты рәйесе Римма Бойцова шул хаҡта белдерҙе. Аҡса «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына ярҙам» милли проекты һәм уның сиктәрендә булдырылған «Башҡортостанда бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм уға булышлыҡ итеү» дәүләт программаһы сиктәрендә бүленгән. Был сумманың 106,21 миллион һумы ташламалы финанслауға һәм финанс баҙарҙарына инеү мөмкинлеген киңәйтеүгә йүнәлтелә, 266 миллион һумдан ашыуы — фермерҙарға һәм ауыл хужалығы кооперацияһына ярҙам системаһын булдырыуға, 32,4 миллион һум — эшҡыуарлыҡты популярлаштырыуға, 771 миллион һумдан күберәге — бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын үҫтереүгә.
Фото: zen.yandex.ru.
Автор: Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас: