Атайым Оморҙаҡ Шарапов – Бөйөк Ватан һуғышы ветераны ине. Башҡорт кавалерия дивизияһында, данлыҡлы Миңлеғәли Шайморатов, Таһир Кусимов етәкселегендә фашист илбаҫарҙарына ҡаршы алыша. Ҡаты яралана, был тарих гәзит уҡыусыларға ла ҡыҙыҡлы булырҙыр. Ағайым, тел белгесе һәм тарихсы Ишмәхәмәт Шарапов яҙып ҡалдырғандарҙан өҙөк килтермәксемен:“ Наурыҙ ауылы уртаһында бәләкәй генә түбә бар. Ошо түбәлә ауылдың олоһо ла, кесеһе лә ултырып гәп һатырға ярата торғайны.Бер көн әлеге түбәлә өс-дүрт фронтовик ултырған да, әллә ниҙәр тураһында һөйләшәләр. Донъяны онотоп уйнап йөрөгән малай-шалай шым ғына тегеләрҙең эргәһенә барып сүгәләнек.-Оморҙаҡ ағай, -тине шунда теге фронтовиктарҙың береһе. – Нисек яраланғаныңды һөйлә әле!“Һөйләгәйнем дә инде”, - тип башта баш тартһа ла, һүҙ ҡушыусы:” Яҡшы хәбәрҙе ҡырҡ ҡабат һөйләһәң дә ялҡытмай. Бына, был малайҙарға ла һабаҡ булыр”, - тип өгөтләгәс, ризалашты.Һәм атайымдың ике туған ҡустыһы, һуғыштан ҡулы яраланып икенсе төркөм инвалиды булып ҡайтҡан Оморҙаҡ ағайым һөйләй башланы:-Күпмелер һуғыш һөнәренә өйрәткәс, беҙҙе Волхов фронтына ебәрҙеләр. Аҙна самаһы окоптарҙа ятабыҙ, һөжүмгә әҙерләнәбеҙ. Бер саҡ беҙҙе иртән атакаға күтәрҙеләр. “Ура!” ҡысҡырып окоптарҙан һикереп торҙоҡ та, винтовкаларҙы алға һоноп йүгерҙек. Кемдер “За Родину, за Сталина!” тип һөрән һалды. Ике яҡтан да аталар, геүләү, шартлау тауыштары ҡолаҡты яра. Яныңда барған кешенең дә тауышын ишетерлек түгел. Күпме барғанбыҙҙыр, белмәйем, унда бер минут бер йыл һымаҡ тойола бит. Һул ҡулға ниҙер килеп тейҙе. Ҡыҙыулыҡ менән уға иғтибар итмәй, иптәштәрҙән ҡалмаҫҡа тырышып, йүгерәм дә йүгерәм. Хәл бөтә башланы. Ҡулым үлтереп һыҙлай, ең эсе ҡан менән тулды. Шул көйө йығылғанмын. Аңыма килһәм, ерҙә ятам. Тирә-яҡта ҡараңғылыҡ. Тынлыҡ. Торорға итһәм, ҡулым әрнеп һыҙларға тотондо. Сыҙар әмәл юҡ. Бер ни аңларлыҡ түгел. Һөжүм нисек бөттө икән? Беҙҙекеләр ҡайһы яҡта? Башта мең төрлө һорау. Тирә-яҡҡа күҙ һалам. Ялан түмәр кеүек кеше мәйеттәре менән тулған. Мине ни эшләп санитарҙар алманы икән? Аҙаҡ белеүемсә, һөжүм уңышһыҙ булған. Беҙҙекеләр кире окоптарға сигенгән. Минең кеүектәр урталыҡта ятып ҡалған. Ҡуҙғалып булмай, ҡул һыҙлауы тәҡәтте ҡорота.Яланда, кәүҙәләр араһында нимәлер лебер-лебер килеп йөрөгәндәй тойолдо. Нимә булды был? Немецтармы? Кешегә оҡшамаған да кеүек, әллә бүреләрме? Мылтыҡ эргәлә ята ла ул, тик һыңар ҡул менән атып булырмы икән, тип хафаланам. Үлгән кеше кеүек күҙҙе йомоп ята бирәм. Нимәлер минең янға килде, кәүҙәмде еҫкәгәндәй булды. Күҙҙе ҡыҫып ҡына ҡараным. Бүрегә оҡшамаған кеүек. Тыны танауға килеп бәрелде. Был бит эт еҫе! Башмаҡ ҙурлыҡ овчарка икән. Муйынына ниҙер бәйләнгәненә иғтибар иттем. Шунда комиссарҙың Һөйләгәне ҡылт итеп иҫкә төштө – яралыларҙы ҡотҡарыу өсөн эттәрҙе өйрәтәләр, тип әйтә ине. Күңелгә йылы булып китте. Шул саҡ мине еҫкәгән эт шым ғына әллә ниндәй сәйер тауыш сығарҙы. Шундуҡ икенсе эт тә килеп етте. Береһе һул ҡултыҡ аҫтынан шинелде бөрөп тешләп алды. Икенсеһе уң ҡулымды мороно менән ситкәрәк этте лә, алҡымдан ҡымтып тешләне. Былар мине башта әкрен генә һөйрәй башланы. Ҡул әрнеп һыҙлай. Тешемде ҡыҫып, ҡысҡырмаҫҡа тырышам. Әлеге яу яланынан әкренләп сығарып, уйһыуға төшкәс, эттәр мине шәберәк һөйрәргә тотондолар. Юлда ҡайҙа ағас, ҡайҙа түмәр, ҡайҙа таш осраһа ла, эттәр туҡтамай, һөйрәүҙәрен генә беләләр. Бер аҙҙан бөтөнләй иҫтән яҙғанмын.Мине ике санитар носилкаға һалғанда, ыңғырашып, аңыма килдем. Күҙемде асып ҡараһам, мине ҡайҙалыр алып китеп баралар ине. Санитарҙар быны абайлап, береһе өндәште:-Һалдат, бөтә ғүмерең буйына эттәргә рәхмәтле булып йәшәргә тырыш. Һине улар үлемдән ҡотҡарҙы, -ти.Мин ни, өндәшә алманым, хәл тамам юҡ. Һыҙланыуҙан ыңғырашып ҡына ҡуйҙым.-Терпи, солдат! Күп ҡалманы, һинең өсөн һуғыш бөттө, -тине санитар.Ялан госпиталенә килтерҙеләр. Унда яраларымды таҙартып бәйләнеләр ҙә, алыҫ тылға оҙаттылар. Бына шулай, ҡул һөлдәһе аҫылынып торһа ла, мәңгелеккә сулаҡ булып ҡалдым.....1947-1948 йылдарҙа һөйләгәйне быларҙы Оморҙаҡ ағай. Иҫебеҙ китеп тыңлағайныҡ. Уның ауыҙынан башҡаса нисек яраланғаны тураһында ишетергәтура килмәне. Ул үҙе һуғыш бөткәндән һуң утыҙ бер йыл йәшәне. Ғаиләлә 8 бала тәрбиәләп үҫтерҙеләр”.Бына шулай, эттәр һалдаттың үҙен генә ҡотҡарманы, һуңынан уның нәҫел ебен дауам итеүсе бихисап кешегә донъя күрергә форсат бүләк иттеләр. Эт кешенең иң тоғро дуҫы ғына түгел, бәлә килгәндә яуҙаш та бит улар.