Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Апрель 2020, 12:50

НЕФТЕКАМА ДАУАХАНАҺЫ ЯҢЫ ЙЫҺАЗ АЛДЫ

“Онкологик ауырыуҙарға ҡаршы көрәш” федераль проектының “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә ошо көндәрҙә Нефтекаманың Үҙәк ҡала дауаханаһы яңы маммограф алды, итп хәбәр итте БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Аппарат бөгөнгө көндә иң яҡшыларҙың береһе булып һанала. Ул скрининг һәм диагностик тикшереүҙәр үткәреү өсөн тәғәйенләнгән. Система төшөрөү йыһазы, уңайлы идара пульты менән йыһазландырылған, файҙаланыуҙа ышаныслы, рәсемдең юғары сифатын, радиация кимәленең әҙ булыуын, пациентҡа уңайлылыҡты тәьмин итә.
Яңы маммограф – ҡала гинекологтарына, маммологтарына ярайһы ҙур ярҙам. Ул ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ҡатын-ҡыҙҙарҙы киңәйтелгән сифатлы диагностик тикшереүе менән тәьмин итергә, тикшереүҙе көтөү ваҡытын кәметергә мөмкинлек бирәсәк.
Шулай уҡ дауаханала яңы флюорография йыһазы ҡайтартылыуын да көтәләр.
"Мораҙым" гәзитенән.
Читайте нас: