Яйыҡ
-18 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Апрель 2020, 13:00

Тауар ташыуға субсидия бирелә

Башҡортостандың Тышҡы бәйләнештәр буйынса дәүләт комитетында хәбәр итеүҙәренсә, 27 апрелдән экспортҡа сығарыласаҡ тауарҙарҙы ташыуға бәйле транспорт сығымдарын ҡайтарыуға республика бюджетынан субсидия биреүгә ғаризалар ҡабул ителә башлаясаҡ.

Башҡортостандың Тышҡы бәйләнештәр буйынса дәүләт комитетында хәбәр итеүҙәренсә, 27 апрелдән экспортҡа сығарыласаҡ тауарҙарҙы ташыуға бәйле транспорт сығымдарын ҡайтарыуға республика бюджетынан субсидия биреүгә ғаризалар ҡабул ителә башлаясаҡ. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы ҡабул ителгән “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт“ милли проекты сиктәрендә республикала былтырҙан “Башҡортостан Республикаһында экспортты үҫтереү” тѳбәк проекты ғәмәлгә ашырыла.
- Тышҡы факторҙар, коронавирус инфекцияһы таралыуға бәйле хәл иҫәпкә алып, программа Башҡортостандың иҡтисади тотороҡлолоғон күтәреү буйынса тәү саралар исемлегенә ингән. Шуға ла экспортерҙар контрагентҡа тауарҙы алып барыу ваҡытын боҙған ѳсѳн неустойканы түләү буйынса, шулай уҡ сик буйында транспорт сараларының торғаны ѳсѳн сығымдарҙы ла субсидияланған сығымдар иҫәбенә индерә ала, - тип аңлата ведомствоның матбуғат секретары Илгизәр Санъяров.
Программала 2019 йылдың 1ноябренән һуң үҙенең продукцияһын экспортҡа сығарған республика предриятиелары ҡатнаша ала.
Шулай уҡ 20 апрелдән экспортерҙарҙан халыҡ-ара сертификатлауға киткән сығымдарҙың бер ѳлѳшѳн ҡайтарыу буйынса субсидия алыуға ғаризалар ҡабул итеү башлана. Уның иң ҙур күләме ике миллион һум тәшкил итә. Был сара ла “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт“ милли проекты сиктәрендә бойомға ашырыла. Программала халыҡ-ара сертификатлауға сығым түккән бәләкәй һәм урта предприятиелар ҡатнаша ала.
Фото: admkumertau.ru
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас в