Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Апрель 2020, 19:50

2017 йылдан республика халҡының тәбиғи кәмеүе 11 мең кеше тәшкил иткән

Һуңғы өс йылда Рәсәйҙең 24 төбәгендә халыҡ һаны артҡан, өс субъектта халыҡ һаны үҙгәрмәгән, 58-ендә кәмей башлаған.

Һуңғы өс йылда Рәсәйҙең 24 төбәгендә халыҡ һаны артҡан, өс субъектта халыҡ һаны үҙгәрмәгән, 58-ендә кәмей башлаған. Башҡортостан Республикаһы РИА Новости агентлығының Росстат мәғлүмәттәре нигеҙендә әҙерләгән демографик рейтингында 35-се урында тора.
2020 йылдың 1 ғинуарына Башҡортостанда даими халыҡ һаны 4,038 миллион булған. 2017-2019 йылдарҙа халыҡтың тәбиғи кәмеүе – 11,6 мең кеше, миграция иҫәбенә кәмеүе 17 мең кеше тәшкил иткән.
2017-2019 йылдарҙа айырыуса Ингушетияла (тәбиғи артым 19,3 мең), Севастополдә (миграция иҫәбенә артыу 23,9 мең) һәм Ленинград өлкәһендә (миграция 112,6 мең) халыҡ һаны ныҡ артҡан, Бүрәтстанда, Сахалин өлкәһендә һәм Ненец автономиялы округында иһә аҙыраҡ.
Аналитиктар әйтеүенсә, Росстат мәғлүмәттәре буйынса, 2017-2019 йылдар осоронда Рәсәйҙә халыҡтың тәбиғи кәмеүенә бәйле ҡатмарлы демографик хәл билдәләнә. 2019 йылда Рәсәйҙә яңы тыуған сабыйҙар һаны 2017 йылға ҡарағанда 12% аҙыраҡ булған, ә үлем осраҡтары 1,3% ғына кәмегән. Ошо осорҙа мигранттар ағымы – 0,6%, ә халыҡтың китеүе 2,3% аҙайған. Росстат мәғлүмәттәре буйынса, 2020 йылдың 1 ғинуарына Рәсәйҙә халыҡ һаны 146,748 миллион кеше тәшкил иткән.
http://www.bashinform.ru/news/1441360-estestvennaya-ubyl-naseleniya-bashkirii-s-2017-goda-sostavila-11-tysyach-chelovek/
Читайте нас: