Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Апрель 2020, 16:28

3 кешелә коронавирус

Шулай итеп, коронавирус Учалы районына ла килеп етте.

20 апрель көнө брифинг үткәргәндә Учалы үҙәк ҡала дауаханаһының баш табибы Рөстәм Латипов хәбәр итте: лаборатор анализдар 3 Учалы кешеһенең COVID-19 инфекцияһын йоҡтороуҙарын раҫлаған. Барыһына ла медицина ярҙамы күрһәтелә, улар менән аралашҡан бөтә граждандар күҙәтеү аҫтына алынған, ти. Бынан тыш, районыбыҙҙан әле ситтә булған 4 яҡташыбыҙҙа коронавирус асыҡланған икән. Аңлауыбыҙса, улар республика медицина учреждениеларында ята, инфекцияны ситтә булғанда йоҡторғандарҙыр.
Кем, ҡайҙан, нисек йоҡторған, тип күпме генә тешекмәләнеп ҡараһаҡ та, Рөстәм Валериан улы был хаҡта бер ни әйтмәне – “табип серенә” ишара яһаны һәм “....барыһы ла контроль аҫтында, ҡурсаланыу талаптарын үтәгән граждандарға борсолорға урын юҡ!” – тип кенә билдәләне.
Эйе, айыҡ аҡыл менән уйлап ҡараһаң, бөгөнгө көндә Өфө лабораторияларына районыбыҙҙан 274 проба ебәрелеп, 3 сир осрағы асыҡланыу әллә ни сәбәләнеү өсөн нигеҙ түгел. Шулай ҙа һаҡланыу сараларына элеккенән дә етдирәк ҡарау зарур!
“Дауахананан тыш пневмония” менән әлеге мәл 10 пациент, шул иҫәптән бер бала сирләй икән. Карантин иғлан ителгән Ҡыуатов исемендәге республика клиника дауаханаһынан 96 яҡташыбыҙ ҡайтҡан була, бик етди күҙәтеү аҫтында торалар. Шул иҫәптән өсөһөнөң үҙ өйҙәрендә изоляцияланырға шарттары булмағас, “Урал” санаторийы базаһында булдырылған изоляторға урынлаштырылғандар икән. Хәҙер ҡайтҡандарына ике аҙна тирәһе үтте, йәғни коронавирустың инкубация осоро тамамланып килә, йоғошло сир билдәләре юҡ, бәлки, ошолай ғына имен үтеп китер, тип өмөт белдерҙе баш табип.
Читайте нас: