Яйыҡ
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Апрель 2020, 18:40

Анализ һөҙөмтәләре раҫланманы

Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының бала табыу йорто табиптары һәм пациенттарының коронавирусҡа анализ һөҙөмтәләре раҫланманы.

Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының бала табыу йорто табиптары һәм пациенттарының коронавирусҡа анализ һөҙөмтәләре раҫланманы.Был хаҡта Башҡортостан Республикаһының Һаулыҡ һаҡлау министрлығында һөйләнеләр. Бала тапҡан ҡатын-ҡыҙҙарҙың барыһы ла сабыйҙары менән дауахананан сығарылған. Реанимациялағы сабыйҙар Өфөнөң башҡа дауаханаларына күсерелгән, ә бала табыу йорто хеҙмәткәрҙәре 11 майға тиклем өйҙәренә ҡайтарылған. Уларҙың эш хаҡы һәм өҫтәмә түләүҙәре һаҡлана.Бала табыу бүлексәһендә дезинфекция үткәрелә. 20 апрелдән 11майға тиклем бала табыу йорто йыуыуға ябыла. Хәүеф төркөмөнә ҡараған йөклө ҡатын-ҡыҙҙар был ваҡытҡа Республика клиник перинаталь үҙәгенә һәм Өфөнөң 3-сө бала табыу йортона ебәрелә.
Башҡортостаным яңылыҡтары
Читайте нас: