Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Апрель 2020, 18:50

Ауылдаштарына бысаҡ менән

Полиция хеҙмәткәрҙәре район дауаханаһына күкрәгенә бысаҡ менән сәнселгән 37 йәшлек ирҙең килтерелгәне тураһында хәбәр ала.

Мәләүездә урындағы полиция хеҙмәткәрҙәре район дауаханаһына күкрәгенә бысаҡ менән сәнселгән 37 йәшлек ирҙең килтерелгәне тураһында хәбәр ала.
Ваҡиға урынына оператив-тикшереү төркөмө сыға. Улар зыян күреүсенең ниндәй бәләгә тарығанын асыҡлай. Шул арала 30 йәшлек йәнә бер ир дауаханаға килтерелә. Асыҡланыуынса, ошо уҡ ауылда йәшәгән 39 йәшлек әҙәмгә ауылдаштары ҡунаҡҡа килә. Эске табынында шешәләштәр араһында талаш сыға. Һөҙөмтәлә ир ҡулына бысаҡ алып, бер-бер артлы ауылдаштарына ташланып, уларҙы сәнсә. Унан үҙе “Ашығыс ярҙам” саҡыртып, ғәйебен төҙәтергә маташа ла... Зыян күргәндәрҙең береһе шунда уҡ дауаханаға оҙатыла. Икенсеһе медицина учреждениеһына барыуҙан башта тарта. Аҙаҡ уныһының да хәле насарланып, дауаханаға килтерелә.
"Әле ауылдаштарына бысаҡ менән ташланған ир һаҡ аҫтына алынған, уға ҡарата енәйәт эше асылған", - тип хәбәр иттеләр Рәсәй Эске эштәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығы матбуғат хеҙмәтенән.
Фото: zen.yandex.ru
Автор: Карима Усманова
Читайте нас: