Бөгөн Башҡортостандың ауыл хужалығы предприятиеларына 1,5 меңдән ашыу эшсе кадр, шул иҫәптән 477 механизатор, 215 водитель, 101 үҫемлекселек белгесе, 184 малсы, 214 машина менән һауыу операторы, 186 комбайнсы кәрәк. Шуға күрә республика Ауыл хужалығы министрлығы #ауылдаэшкүп флешмобын башлап ебәрҙе. Был — эш эҙләгәндәргә ауылда, ысынлап та, эш бар икәнен күрһәтеү ысулы. Акция барышында аграр предприятие вәкилдәре #ауылдаэшкүп хештегы ҡуйылған фотоһүрәттәре менән бүлешә, үҙҙәренең вакансиялары, хеҙмәт шарттары һәм тәҡдим ителгән льготалар тураһында яҙмалар урынлаштыра.
Республика аграр ведомствоһының матбуғат хеҙмәтендә белдереүҙәренсә, акцияға тәүгеләрҙән булып «Таврос» компанияһы ҡушылды. Уларҙың «Башҡортостан ит компанияһы» яуаплылығы сикләнгән компанияһына ветеринар, агроном, малдарҙы тәрбиәләү операторы талап ителә. Компания вәкилдәре тотороҡло хеҙмәт хаҡы, ҡайнар аш, һөнәр буйынса белем алыу, карьера төҙөү мөмкинлеге вәғәҙәләй.