Яйыҡ
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Апрель 2020, 19:10

"Беҙгә пикка тиклем иртә"

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әлегә Башҡортостанда коронавирус инфекцияһы пиктан йыраҡта. Был турала бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмә ваҡытында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әлегә Башҡортостанда коронавирус инфекцияһы пиктан йыраҡта. Был турала бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмә ваҡытында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе.
– Күреп тораһығыҙ, хәл көндән-көн үҫешә бара. Зарарланғандар һаны көн һайын арта. Был хәл беҙҙә әле дауам итәсәк, беҙ пиктан йыраҡ. Күҙаллауҙар эшләмәйбеҙ, тик барыһы ла белә: Мәскәү был проблеманы өс-дүрт аҙна алдан ҡаршылағайны. Һәм унда белгестәр белдереүенсә, саҡ пикка етеп киләләр. Тимәк, беҙҙә лә әле хәлдең тамамланыуына йыраҡ. Шуға күрә коллегалар, яуаплы, етди һәм яуаплы режимда эшләүгә көйләнегеҙ, – тине Радий Фәрит улы.
Быға тиклем медицина фәндәре докторы Науфәл Заһиҙуллин белдереүенсә, Рәсәйҙә зарарланыу пигы 7-8 майҙа буласаҡ һәм платоға сыға башлаясаҡтар. Плато бер-ике аҙна һаҡлана һәм шунан яйлап кәмеүгә китәсәк. Мәскәү менән Санкт-Петербург пикты тиҙерәк үтәсәк, ә төбәктәр яйыраҡ. Шулай булғас, әле генә сир үтеп китәсәк тип өмөтләнергә иртәрәк.
Фото: социаль селтәрҙәр.
Автор: Альфия Мингалиева
https://vk.com/gazetabashkortostan
Читайте нас: