Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Апрель 2020, 12:18

Береһе харап булды

Учалы егеттәре бәләгә ҡалды.

БР буйынса ЮХХДИ идаралығы начальнигы Динар Ғилметдинов хәбәр итте: Өфө-Инйәр-Белорет автотрассаһының 203 километрында юл фажиғәһе була. Тикшереү бара, идаралыҡ начальнигының фаразы буйынса, руль артында водитель алмаштырыу өсөн алда барған "Volvo" йәк автомобиле туҡтай. Быны абайламағандыр инде, арттан килеп ГАЗ бәрелә. Руль артында 22 йәшлек яҡташыбыҙ ултырған була, ти, 26 йәшлек пассажиры ныҡ имгәнә, дауаханаға алып барғас йән бирә.
Руль артында уяу булығыҙ, яҡташтар, бик ныҡ талап ителмәһә, барыбыҙҙың өйҙә генә ултырыуы хәйерлерәк әлеге заманала.
Фотография – Динар Ғилметдиновтың Фейсбук селтәрендәге сәхифәһенән алынды. Ҡот осҡос бит!
Читайте нас: