Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Апрель 2020, 18:45

Емереклек араһында - сабый кәүҙәһе...

Мәсетле районының Оло Ыҡтамаҡ ауылында янғын сыға. Ут Чапаев урамындағы шәхси йортта башлана. Урынға шунда уҡ янғын һүндереүселәр һәм ҡотҡарыусылар килеп етә.

Мәсетле районының Оло Ыҡтамаҡ ауылында янғын сыға. Ут Чапаев урамындағы шәхси йортта башлана. Урынға шунда уҡ янғын һүндереүселәр һәм ҡотҡарыусылар килеп етә.
5х12 метр ҙурлыҡтағы бер ҡатлы ағас торлаҡ ваҡытлыса йәшәү өсөн тәғәйенләнгән булған. Янғын һүндереүселәр утты бик тиҙ һүндереүгә өлгәшһә лә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, емереклек араһынан бала кәүҙәһе табалар. Сабыйға ни бары өс йәш булған.
“Янғындың сәбәптәрен һәм ваҡиғаның шарттарын тәфтиш-оператив төркөм һәм Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы тәүтикшереүселәре асыҡлай", – тинеләр ведомствоның матбуғат хеҙмәтендә.
Баланың кемлеге, уның өйҙә кем менән ҡалыуы – әлегә былар ҙа билдәле түгел.
Ғаиләнең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәте.
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: