Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Апрель 2020, 18:55

Коронавирус бер кемде лә аямай

Билдәле йырсы Александр Буйновтың “Чао!” тѳркѳмѳндә бер нисә йыл сығыш яһаған гитарасы Константин Щукин коронавирус инфекцияһы ҡорбаны булған.

Бөгөн билдәле йырсы Александр Буйновтың “Чао!” тѳркѳмѳндә бер нисә йыл сығыш яһаған гитарасы Константин Щукин коронавирус инфекцияһы ҡорбаны булған.
"Ғүмер һәм үлем йәнәш йѳрѳй. Иртәнсәктән кѳҙгѳсә ямғыр яуҙы. Бѳгѳн минең тѳркѳмдәге һәләтле, йәш, матур музыкант вафат булды. Костя Щукин. Уның ҡатыны һәм ике балаһы ҡалды. Пианист Паша шылтыратты, илай... Уның бығаса ошолай итеп үкереп илағанын иҫләмәйем. Ятҡан ерең мамыҡтай булһын, һине һәр саҡ яҡшы хәтирәләр менән иҫкә алырбыҙ", - тип яҙған йырсы Инстаграмда.
Уның белдереүенсә, музыкант бер нисә кѳн иҫһеҙ ятҡан, ғаиләһе, туғандары һауығып китер тип кѳткән. Тик мѳғжизә булмаған...
Мәғлүм булыуынса, Константин Щукин биш тәүлек үпкәләрҙе яһалма тын алдырыу аппараты аҫтында ятҡан.
“Беҙҙән "фронт" алыҫ кеүек күренә ине, ҡайҙалыр унда, офоҡ артында... Баҡтиһәң, "ут һыҙығы" эргәнән үтә икән! Беҙҙең ихаталар, дарыуханалар һәм магазиндар аша! Ысынлап та, был вирус беҙҙән кѳслѳме?! Һеҙҙең һаман да тышта йѳрѳгѳгѳҙ киләме?!” - тип хис-тойғоһо менән уртаҡлашҡан артист.
Фото: front.new.jojo.ru.
Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас: