Яйыҡ
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Апрель 2020, 19:20

Партизанка бабушка

Дөрөҫлөгөнә ышанмайынса, кеше әйтә тип кенә бер нәмә лә эшләмәйәсәкмен тигән һүҙем бар ине. Әммә уйламағанда ошо һүҙҙәремә ҡаршы сығырға тура килде. Бының нисек шулай ҡапыл ғына килеп сығыуын башыма һыйҙыра алмай бер талай аптырап йөрөнөм. Ғибрәт итеп, был ваҡиғаны һеҙгә лә һөйләйем әле.Оло йәштәге әсәйемдең:– Ҡуй, ҡыҙым, һинең ҡалаңда арыйым мин, бер ҡайҙа ла бармайым да, йөрөмәйем дә, өгөтләмә, – тип ҡаршылашыуына ҡарамай, алып ҡайтып киттем. Ысынлап та, һуңғы арала ауылдағы бөткөһөҙ ваҡ-төйәк эш, мал-тыуар менән күҙгә күренеп бөтөрөнөп киткәйне.

Айһылыу Ҡалҡаманова ауыҙынан:
Дөрөҫлөгөнә ышанмайынса, кеше әйтә тип кенә бер нәмә лә эшләмәйәсәкмен тигән һүҙем бар ине. Әммә уйламағанда ошо һүҙҙәремә ҡаршы сығырға тура килде. Бының нисек шулай ҡапыл ғына килеп сығыуын башыма һыйҙыра алмай бер талай аптырап йөрөнөм. Ғибрәт итеп, был ваҡиғаны һеҙгә лә һөйләйем әле.
Оло йәштәге әсәйемдең:
– Ҡуй, ҡыҙым, һинең ҡалаңда арыйым мин, бер ҡайҙа ла бармайым да, йөрөмәйем дә, өгөтләмә, – тип ҡаршылашыуына ҡарамай, алып ҡайтып киттем. Ысынлап та, һуңғы арала ауылдағы бөткөһөҙ ваҡ-төйәк эш, мал-тыуар менән күҙгә күренеп бөтөрөнөп киткәйне.
Ҡайтып, сәй эсеп, оҙон юлдан һуң әҙерәк ял итеп алғас, ваннаға эҫе генә итеп һыу тултырҙым. Йыуынып алғас рәхәтләнеп, иҙерәп китеп йоҡлаһын әле, мин әйтәм. Әсәйемдең бер холҡо бар: ваннала йыуынырға яратмай. Әле лә:
– Кисә кис кенә мунса төштөк бит һуң, – тип һөйләнә-һөйләнә саҡ күнде. Ризаһыҙ ғына инеп китһә лә, биттәре алһыуланып, шәбәйеп килеп сыҡты.
– Күрәһеңме, һыу ҡайһылай килешкән үҙеңә! Йәшәреп киткәһең хатта, ә һин йыуынмайым тигән булаһың. Аяғыңдың тырнаҡтарын да киҫеп ебәрһәк, үҙеңде хәс тә ожмахтағылай хис итерһең, – тим уға ҡарап кинәнеп.
– Тырнаҡтарҙы киҫһәң, бигерәк яҡшы булыр ине шул. – Әсәйем, тыңлаусан балалай, йәһәт кенә эргәмә килеп ултырҙы. Уның тырнаҡтары үҙе бер проблема инде ул. Ҡатланып-ҡатланып үҫкәнлектән, ҡырҡыуы килеп тороп уңайһыҙ. Әлә лә, ул ҡайсы менән ҡырҡып ҡарайбыҙ, ул бысаҡ менән ҡырабыҙ, килештереп булмай. Үҙем әсәйемде йәлләйем. Шулай этләнеп ултырғанда, әмәлгә ҡалғандай, күршем килеп инде. Нимә менән мәшғүл булыуыбыҙҙы күргәс, бот сабып:
– Ниңә улай ыҙалап ултыраһығыҙ? Хәҙер мин һеҙгә еңел генә ысул өйрәтәм. Шулайтып дауалағандан һуң тырнаҡтарым өр-яңы булып ҡалды, бына ҡарағыҙ, – тип, йыбанмайынса нәскиҙәрен сисеп, “өр-яңы” тырнаҡтарын күрһәтте. – Халыҡ медицинаһы!
Ул өйрәткән ысул, ысынлап та, еңел тойолдо. Дарыухана ябылмаҫ борон тип, бармаҡсын һәм бүтән кәрәк-яраҡ һатып алырға сығып йүгерҙем.
Йоҡларға ваҡыт еткәс, дауалау курсын башланым. Мамыҡты эҫкәккә урап, кислотаға тығып алдым да әсәйемдең тырнаҡтарына һалып, бармаҡсынды кейҙереп, ҡыҫып урап ҡуйҙым. Үҙем әсәйемдең өр-яңы тырнаҡтарын күҙ алдыма килтереп, бәхетле йылмайып, әүен баҙарына киттем.
Төндә берәүҙең төртөүенә уянып киттем. Әсәйем икән.
– Нимә булды?
– Эй, бынау тырнаҡ әллә нәмә эшләй, мамығын алаһыңмы әллә? – Әсәйем күҙҙәрен мөлдөрәтеп миңә ҡарай.
– Ваҡыт етмәгән бит әле. Шулай итеп йүнәләлер ул, бар, ят, – йоҡо аралаш шулай тинем дә артабан йоҡлап киткәнмен. Бер ваҡыт әсәйем тағы төртә:
– Булғандыр инде...
Эстән генә һуҡрана-һуҡрана тороп ултырҙым. Ярай әле торғанмын! Юҡһа әсәйемде тырнаҡһыҙ ғына түгел, бармаҡһыҙ ҙа ҡалдыра инем. Тырнаҡ бер тигән тора, уның ҡарауы, тирә-яғы ҡып-ҡыҙыл булып янып, ите өңөлөп эскә инеп киткәйне. Тиҙ генә мамыҡты алып һелтәнем. Һыҙлана-һыҙлана таңды саҡ аттырҙыҡ шулай, йоҡо ҡайғыһы китте. Мин һыҙыра һуғып бер яҡтан үҙемде, икенсе яҡтан кәңәш биргән күршемде әрләйем. Әсәйем дә, тауыш-тынһыҙ ғына ултырһа ла, эстән генә пыр туҙҙырып асығауыҙ ҡыҙын, йәғни мине әрләгәндер инде.
Иртән тағы бер проблема килеп тыуҙы: поликлиникаға барырға ни полисын алып китмәгәнбеҙ, ни медицина картаһы юҡ, ни пропискала бында тормай. Ғәйепле булғас ни, утҡа баҫҡан бесәй шикелле йүгереп йөрөйөм. Әл дә яҡшы кешеләр бөтмәгән был донъяла! Бер әхирәтем ҡәйнәһенең карточка-полистарын тотоп килде.
Ауырыуҙарҙы ҡабул иткән табиптың иҫе китте:
– Әбекәй, һиндә шул тиклем кемдең үсе бар?
Әсәйем миңә төртөп күрһәтеп ҡуймаһын тип:
– Килене инде, килене, – тип, ғәйепте юҡ кешегә япһара һалдым.
– Шулайҙыр тип уйлайым шул, – тип табип көлөмһөрәп баш сайҡауын дауам итте. – Дауаханаға ятмайынса булмаҫ...
Шулай итеп, ял иттерергә алып килгән әсәйемде шул уҡ көндө дауаханаға һалып ҡуйҙым. “Һинең хәҙер фамилияң – Мәүлетҡолова, онотма, исемең – Гөлйыһан. 75 йәш”, – тип ҡат-ҡат киҫәтеп, ҡайтып киттем. Мин, ярай, шуның менән ҡотолдом, ә әсәйемдең көнө тотош тамуҡҡа әйләнгән. Эргәһендәге карауатта ятҡан ҡатындың фамилияһы Мәүлетова булып сыҡҡан. Ике фамилияның ҡайһыныһын әйтһәләр ҙә, әсәйем йүгерә лә сыға икән. Медсестраларҙы аптыратып бөткән шулай. Яңылыш берәй нәмә ысҡындырып ҡуймайым тип, бик һаҡ һөйләшкән, күберәген шым ғына бүтәндәрҙе күҙәткән. Үҙе, ғаиләһе, бала-сағаһы тураһында һүҙ сыҡһа, хәбәрҙе тиҙ генә икенсе яҡҡа бора ла ебәрә икән. Палатала ятҡан ҡала ҡатындары уның ҡылыҡтарынан көлөп, “Партизанка бабушка” тигән исем дә биреп ҡуйғандар үҙенә.
Флюорография үтергә ебәргәндәр бер көн.
– Фамилияң? – тип һрайҙар икән бынан
– Мәүлетҡолова инде, Мәүлетҡолова, – тигән әсәйем, төпсөнөүҙәренә йәне көйөп.
– Исемең?
– Кәртешкәмдә Гөлйыһан тип яҙылған бит һуң...
– Атайыңдың исеме?
Мин быны әйтмәгәйнем, әсәйем аптырап ҡалған. Был өндәшмәгәс, табип асыуланыбыраҡ:
– Атайыңдың исеме кем тип һорайым, – тип аҡайып күҙлеге аша әсәйемә тексәйә. Ул ҡурҡышынан:
– Һуң, Ишмырҙа инде, Ишмырҙа, – тип үҙенең атаһының исемен әйткән.
– Бында улай тип яҙылмаған бит?
– Ул... минең үгәй атайым... – тип ҡотолған әсәйем.
Дауаханан сыҡҡас, бер генә һүҙ әйтте ул:
– Килмәйем, тигәйнем бит мин һиңә...
Уның ҡарауы, тырнаҡтары хәҙер ысынлап та өр-яңы. Ҡайсы менән рәхәтләнеп үҙе ҡырҡа.
Уйламағанда бына шундай хәлдәр ҙә булып ҡуя икән донъяла...
Гөлнара Мостафина
Читайте нас: