Яйыҡ
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Апрель 2020, 19:05

ПАСПОРТЫҢДЫҢ СРОГЫ СЫҠТЫМЫ?

Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин 1 февралдән 15 июлгә тиклем ғәмәлдә булыу ваҡыты тамамланған йәки тамамланасаҡ паспорт һәм машина йөрөтөү таныҡлыҡтары билдәле бер ваҡытҡа тиклем яраҡлы, тип таныу тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы.

Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин 1 февралдән 15 июлгә тиклем ғәмәлдә булыу ваҡыты тамамланған йәки тамамланасаҡ паспорт һәм машина йөрөтөү таныҡлыҡтары билдәле бер ваҡытҡа тиклем яраҡлы, тип таныу тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы. Был сара коронавирус инфекцияһының артабан таралыуына юл ҡуймау маҡсатында эшләнелә. Мәғлүм булыуынса, бөгөн үҙаллы изоляция ваҡытында урамға сығып йөрөү сикләнде. Ҡайһы бер учреждение, ойошмалар ҙа айырым графикка ярашлы эшләй. Хәүеф тыуҙырмау маҡсатында әлегә өйҙә ҡалыуығыҙ һорала.
Лилиә ТАКАЕВА
Читайте нас: