Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Апрель 2020, 18:55

Сирле балаһын ташлатҡан ир, даун малайға атай булған...

Билдәле алып барыусы Земфира Байбулдинаның тарихын иҫләйһегеҙме? Яңыраҡ ҡына беҙҙең баҫмала донъя күргәйне ул. Земфира даун сирле бала табып, уны бала табыу йортонда ҡалдырып киткән ҡатын тураһында һөйләгәйне. Һөҙөмтәлә тағы һау игеҙәк ҡыҙҙарға ғүмер биргән ҡатын балаларынан әллә ни бәхет күрмәй, үле улы тыуғас, ире ташлап китә. Бөгөн ул ҡатын ДЦП сирле ейәнен тәрбиәләй.

Билдәле алып барыусы Земфира Байбулдинаның тарихын иҫләйһегеҙме? Яңыраҡ ҡына беҙҙең баҫмала донъя күргәйне ул. Земфира даун сирле бала табып, уны бала табыу йортонда ҡалдырып киткән ҡатын тураһында һөйләгәйне. Һөҙөмтәлә тағы һау игеҙәк ҡыҙҙарға ғүмер биргән ҡатын балаларынан әллә ни бәхет күрмәй, үле улы тыуғас, ире ташлап китә. Бөгөн ул ҡатын ДЦП сирле ейәнен тәрбиәләй.
Был яҙмала иһә Земфира ҡатындың ире тураһында һөйләүен дауам итә. Ул ир үҙенән өлкән ҡатын менән йәшәй башлаған тигән ерҙә өҙөлә ине яҙма. Бына уның дауамы.
“Ирегеҙ, әллә ғәфү үтендеме, тип һораным. Юҡ , күҙемә тура ҡарап әйтмәне, әммә ғаилә дуҫтарыбыҙға үҙ яҙмышын һөйләп, күңелен бушатҡанда, әйтеп ҡуйған, “эх, ахмаҡ булғаным, шуға ла мине Хоҙай рәхәтләнеп кәрәгемде бирҙе”, тигән... Ул үҙенән өлкән бер ҡатынға өйләнде, тип әйттем бит, шуның менән һаман йәшәйҙәр. Минең рәнйештәрем, ҡалдырып киткән ҡыҙыбыҙҙың рәнйеше уны ла ситләп үтмәне.
Аҙаҡ дуҫтарым һөйләүе буйынса шуны белдем. Өйләнеп йәшәй башлағас, ҡатыны: “әсәйем ҡатынын ташлап киткән иргә кейәүгә сығыуыма ҡаршы'', – тип уны ауылына ла алып ҡайтмаған, туғандары менән дә таныштырмаған. Һәр аҙна йома көн эшенән һуң, әсәйемде ҡарарға кәрәк, яңғыҙы, тип үҙе генә ҡайтып йөрөгән. Бер йыл йәшәгәс ир түҙмәй, артынан ауылға бара. Шунда асыҡлана ла инде, ни өсөн ирен ауылға алып ҡайтмауы.
12 йәштәр тирәһендәге Даун малай ҡаршы ала уны. Һуңынан ул баланы ирем үҙ исеменә яҙҙыра, Өфөгә алып килә, ҡарай, төрлө реабилитация үҙәктәрендә шөғөлләнәләр, малайы “атай”, тип йөрөтә икән үҙен. Башҡа бала табалмай ҡатыны. Дуҫтарымдың миңә һөйләрен белеп тә, мин белһен өсөн һөйләгән ул. Хәҙер икенсе бисәһенең туғандарына ул – герой! Ныҡ хөрмәт итәләр икән үҙен. Тик белмәйҙәр генә, ул ир ҡасандыр үҙ Даун синдромлы балаһынан баш тартҡанын. Тормош шулайҙыр инде, маңлайыңа яҙылғандан ҡасып ҡотолоп булмай!
Ҡатын бер аҙ асыуланып, берсә ҡыуанып, аҙыраҡ көнләшеп тә һөйләүен белде. Ошо мәл мин уның йөҙөндә оло хәсрәт ,ҡарашында боҙ һалҡынлығын тойҙом. Юҡ, ҡасандыр ҡалдырып киткән балаһын эҙләргә йыйынмай ул, сөнки тел төбөнә ҡарағанда, ейәнен әле ҡайҙа ҡуйырға белмәй! Дуҫтар, насип булһа, дауамы киләсәктә китабымда баҫылып сығасаҡ. Хәбәр итермен!”
Бына шундай тарих дуҫтар. Кем онотһа, уның башы ошо һылтанма буйынса. https://bash.rbsmi.ru/articles/m-kh-bb-t-ba-sa-y/Sirle-i-imdi-tashlap-kitk-ynem-219330/?sphrase_id=1146 Ә беҙ киләсәктә Земфиранан ғибрәтле китап көтәйек.
Фото: Бәйләнештә.
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: