Өфөлә Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы ҡаршыһында яңы граффити— Табиптарҙы ябыуға бәйле күңелһеҙ хәл тураһында барыһы ла ишеткәндер инде, моғайын. Мин уларҙы дәртләндерергә тырышам. Табип һөнәрен ныҡ хөрмәт итәм, сөнки ул тормошобоҙҙа бик кәрәк, - тине һүрәттең авторы Артур Лукьянов UTV телеканалына интервьюһында.