Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Апрель 2020, 19:40

Тимер лейка

Гөлнара МостафинаТимер лейкаӘлфиәнең 35 йәшенә йыйылған ҡунаҡтарҙы оҙаттылар. Шау-гөр килеп торған өй эсе бушап ҡалды. Тәүҙә әҙерләнеп йөрөп, аҙаҡ ҡунаҡ һыйлап, шаҡтай арыған да икән Әлфиә. Өҫтәл йыйыштырып йөрөгән ҡыҙына:- Торһон, мыжып ултырған ҡәйнәбеҙ юҡ әле, аҙаҡ та өлгөрөрбөҙ. Әҙерәк ял итеп алайыҡ, - тине лә йоҡо бүлмәһенә инеп ауҙы.Уның һүҙҙәре лә, ҡыланышы ла сәйер тойолдо Гөлнурға. Уға әсәһе бер ваҡытта ла арымайҙыр кеүек ине бит.- Күршеләреңде сәйгә әйтмәйһеңме ни? Әллә был юлы йоланы боҙмаҡ булаһыңмы? – тип уйынлы-ысынлы һорап ҡуйҙы әсәһенә яуап итеп. Уның ҙур ҡунаҡ артынан күршеләрен йә әхирәттәрен саҡырып алыу ғәҙәтен яратмай ул. Әгәр бөгөн бер кем дә килмәһә, иң шәп ял шул буласаҡ!

Гөлнара МостафинаТимер лейкаӘлфиәнең 35 йәшенә йыйылған ҡунаҡтарҙы оҙаттылар. Шау-гөр килеп торған өй эсе бушап ҡалды. Тәүҙә әҙерләнеп йөрөп, аҙаҡ ҡунаҡ һыйлап, шаҡтай арыған да икән Әлфиә. Өҫтәл йыйыштырып йөрөгән ҡыҙына:- Торһон, мыжып ултырған ҡәйнәбеҙ юҡ әле, аҙаҡ та өлгөрөрбөҙ. Әҙерәк ял итеп алайыҡ, - тине лә йоҡо бүлмәһенә инеп ауҙы.Уның һүҙҙәре лә, ҡыланышы ла сәйер тойолдо Гөлнурға. Уға әсәһе бер ваҡытта ла арымайҙыр кеүек ине бит.- Күршеләреңде сәйгә әйтмәйһеңме ни? Әллә был юлы йоланы боҙмаҡ булаһыңмы? – тип уйынлы-ысынлы һорап ҡуйҙы әсәһенә яуап итеп. Уның ҙур ҡунаҡ артынан күршеләрен йә әхирәттәрен саҡырып алыу ғәҙәтен яратмай ул. Әгәр бөгөн бер кем дә килмәһә, иң шәп ял шул буласаҡ!Ә Әлфиәлә ысынлап та ҡунаҡ ҡайғыһы юҡ был юлы. Быныһын үткәреп ебәргәс тә шөкөр. Саҡырырға теләге лә юҡ ине уның. “Саҡырмаһаң да барабыҙ”, тип әрһеҙләште бит килен-еңгәләре. Әлфиәгә әҙерләнеүҙән башҡа сара ҡалманы.Үлтереп күңеле болғана. Башы ауырта. Иртәгә тиклем түҙһә... күңел болғаныуынан да, баш ауыртыуынан да, тыуырға торған башҡа мәшәҡәттәрҙән дә ҡотоласаҡ... еңел булып ҡаласаҡ... Тик торғанда башына бәлә кәрәкмәй уның! Гөлнуры-күҙ нуры бар, уны аяҡҡа баҫтырһалар ҙа бик шәп. Уф-ф-ф, былай ғына үтмәҫ ахырыһы!.. Әлфиә һикереп торҙо ла йыуыныу бүлмәһенә атылды. Үс иткәндәй ишеге бикле.- Кем унда? Ҡасан сығаһың? – тип мығырҙаны ризаһыҙ тауыш менән. Әсәһе икән, шунда уҡ ишекте асты.- Нимә, йөрәгең болғанамы?- Уф! Исмаһам һин һорама! Ҡасан ғына иртәгә етә лә, ҡасан ғына ҡотолам инде барыһынан да!- Ҡыҙым... Әлфиә...- Әсәй! Башлама яңынан! Ул бала булмаясаҡ! Ҡайҙан ғына әйттем һиңә...Әсәһе үҙе һиҙмәһә, Әлфиәнең әйтәһе эше юҡ ине, әлбиттә. Ғөмүмән береһе лә белмәҫ ине.Унитазды ҡосаҡлап ултырған ҡыҙына йәлләп тә, ни әйтергә белмәй аптырап та ҡарап торғандан һуң Ләлә апай ҡыҙы менән йәнә һөйләшеп ҡарарға булды. Быныһында инде ҡатыраҡ өндәште:- Шулай ҙа, ҡыҙым, уйла! Хоҙай биргән нәмәне шөкөр итеп, ҡыуанып ҡабул ит. Ҡара, күпме кеше мәхрүм әсәй-атай булыу бәхетенән, ә һин үҙ теләгең менән баш тартырға уйлайһың... Хоҙайҙың ҡарғышын ала күрмә!..- Тыуһа ла артыҡ буласаҡ ул бала, яратмаясаҡмын мин уны!.. – тип йәне көйөп яуап бирҙе Әлфиә.- И-һи-ий, - тип көлөп ҡуйҙы Ләлә апай. – Һин үҙең дә бәпәйлектән сығып бөтмәгәнһең ахырыһы! Хәҙер генә шулай уйлайһың һин, сабый тыуһын әле, яратып туя алмаясаҡһың бит.- Әсәй! Мин аяҡҡа баҫып, кеше булып, әҙәмсә яңы йәшәй генә башланым. Шунсама тырышҡандарым хәҙер килеп юҡҡа сыҡһынмы ни! Бәләкәй саҡта кеше көнлө булып үҫеүем дә еткән, инде хәҙер бер кем дә бер нәмә тип тә кәмһетә алмаясаҡ мине!- Һине бер кем дә эштән айырмай бит, бик теләһәң, карьераңды артабан да үҫтер рәхәтләнеп, мин бар бит бала ҡарарға.- Туҡта әле, әсәй! Улай шәп булғасың, ниңә үҙең берәүҙе генә таптың?! – Әлфиә, унитазынан айырылып, әсәһенә баҡты.- Эй балам, хәлдән килһә, әллә нисәүҙе тапҡан булыр инем. Ул ваҡытта ла медицина ла хәҙерге кеүек түгел ине шул... – Әсәһенең күҙҙәре йәшләнеп китеүен күреп, Әлфиә лә йомшарҙы.- Йә, ярай, әсәй, ғәфү ит, мин һине үпкәләтергә уйламағайным...- Кейәүгә тәкем өндәшмәнеңме?- Һин тағы... - Әлфиәне Гөлнурҙың тауышы бүлде:- Әсәй, өләсәй, һеҙ ҡайҙа ул? Икәүләп ваннала ниндәй проблемаларҙы хәл итеп маташаһығыҙ ул?- Өләсәйеңә, ҡунаҡ бик һәйбәт үтте тим, ҡыҙым. Иртәгә тағы ла яҡшыраҡ буласаҡ, ишеттеңме, әсәй?!- Ишеттем, ишеттем!.. – Ләлә апай ишек төбөндә баҫып торған ейәнсәрен төртөп тигәндәй сығып китте. Иртәгәгә тиклем берәй нәмә уйлар кәрәк, тигән ҡәтғи ҡарарға килде ул. Йә кейәү ҙә ҡунаҡтан һуң тиҙ генә хәлде аңларҙай түгел...Әлфиә, раковинаға өйөлгән һауыт-һабаны көскә йыуҙы ла, яңынан урынына барып ятты. Гөлнур менән әсәһе өйҙө йыйыштырып ҡуйҙы. Эш-эш тип йөрөп, күҙ нурҡайының үҫеп киткәнен дә һиҙмәй ҡалған, быйыл етенсе класҡа бара ла баһа! Аһ, был ғүмер тигәнең! Ҡапыл уға яманһыу булып китте. Ҡыҙының шул арала ҡул араһына инеүеме,ауырлы булыуы шулай тәьҫир иттеме, үҙе лә аңламаны. Бала тураһында белгәне бирле үҙенә урын тапмай бит инде. Уйламағанда-көтмәгәндә... Уның пландары бөтөнләй башҡа ине лә баһа. Бала табыу ике ятып бер төшөнә ингәне юҡ. Ире менән ҡыҙы белеп ҡалмаһын! Юҡһа, бигерәк тә һуңғы арала, бәпес тип йыш хыяланна башланылар. Әлфиәнең ай-вайына ҡуймаҫтар. Шуға ла ул бер кемгә лә өндәшмәй генә ҡотолмаҡсы ла инде баланан. Ғөмүмән уйламаҫҡа тырыша ул был турала. Иң мөһиме - йәлләмәҫкә! Икеләнә башлаһа, кире уйлауы ла бар.Ҡунаҡтарҙы оҙатҡас, Нурислам да юҡҡа сыҡты. Эш эшләп йөрөмәйҙер ҙә инде! Күтәрелеп тәҙрәнән урам яғына күҙ һалды. Әлфиә үҙе саҡырмаһа ла, ире өлгөр булып сыҡты, күршеһе менән баҡсала ултыралар. Нурислам эсеп йөрөмәй ул, әммә бына ошондай ҡунаҡтарҙан һуң йоҡлап киткәнсе, үҙе әйтмешләй, “расслабиться” итеп алырға ярата.Әлеге ике ҡатлы йорттарын улар былтыр һалып сыҡты. Бындай коттедж тураһында ҡасандыр хыялланырға ла баҙнат итмәй ине бит Әлфиә. Бына, Хоҙай иркендә булғас, барыһы ла кешеләрсә уның хәҙер. Ошонда күскәне бирле һәр береһенең бала тураһында кинәйәләп төрттөрөүе генә оҡшамай уға. “Нимә эшләргә үҙебеҙ белербеҙ, көймәгеҙ”, тип шунда уҡ был мәсьәләгә нөктә ҡуйырға тырыша шуға.Эшен бөткәс, эргәһенә Гөлнуры килеп ятты.- Өләсәйең ҡайҙа?- Тышҡа сыҡҡайны. Баҡсаға инде шикелле. Һин ауырып китмәнеңме ул, әсәй?- Ниңә улай тиһең?- Әллә... Һуңғы арала ҡыҙыҡ ҡына йөрөйһөң, үҙеңә оҡшамағанһың...- Барыһы ла һәйбәт, ҡыҙым, күҙ нурым, үҫкәнем минең! – Әлфиә ҡуйынына һеңеп кенә ятҡан ҡыҙын һөйөп алды.- Һин хатта бүләктәрҙе лә ҡараманың бит! Хәҙер мин уларҙы бында алып киләм.Ҡыҙы ҡыр кәзәһе кеүек һикереп тороп сығып та китте.- Ҡара ҡайһы тиклем! – Ҡосаҡлап ингән пакеттарын карауат ситенә ҡуйҙы. – Быныһы Айтуған ағайым менән Зөһрә еңгәйемдән. Уй-й-й! Ҡайһылай матур кофта, әсәй, ҡара әле! Һиңә ныҡ килешәлер ул. Быныһы Зилә апайым менән Илдар еҙнәйемдән. Көмөш һырғалар һәм цепочка.- Әсәй, - тип Әлфиәгә баҡты Гөлнур яңы бүләкте ҡулына алғас. – Бөгөн һинең тыуған көнөң, ә ҡотларға атайымдың туғандары ғына йыйылды. Ниңә һинекеләр беҙгә килмәй ул? Беҙ үҙебеҙ ҙә бармайбыҙ... Әллә һинең бер туғаның да юҡмы?Ҡапыл Әлфиәнең тамағына төйөр тығылды, нимә тип әйтергә лә белмәне. Уның был турала, нисектер, уйланғаны ла юҡ ине. Нурисламға кейәүгә сыҡҡас, уны ҡәйнә-ҡайныһыүҙ ҡыҙҙары кеүек ҡабул итте, бикәс-ҡәйнештәре лә еңгәй тип өҙөлөп торҙо. Туғанһыҙ икәнен бер тапҡыр ҙа тойғаны булманы Әлфиәнең. Ә уға тиклем?.. Әлфиә ыңғырашып ҡуйҙы. Яратмай ул иҫенә төшөрөргә туғандарын. Ғөмүмән, бармы һуң уның туғандары? Әсәһе Һарытау яҡтарынан. Ғаиләлә яңғыҙ бала булған. Уҡыу йортон тамамлағас, БАМға эшкә сыҡҡан да киткән. Шунда буласаҡ ире, Әлфиәнең атаһы менән танышҡан, комсомол туйы үткәргәндәр, көттөрөп кенә Әлфиә тыуған, аҙаҡ атаһының тыуған еренә йәшәргә ҡайтҡандар. Бәләкәйерәк сағында Һарытауҙағы өләсәһенә ҡунаҡҡа бара торғайнылар. Тик, Башҡортостанға ҡайтҡас, улар менән аралашыу һирәгәйҙе, онотҡанда бер күрешкәнгәме, нисектер, сит булып ҡалды улар Әлфиәгә. Ә атаһының туғандары... Улар ситкә лә этәрмәне, яҡын да ебәрмәне. Аталары ҡапыл ғына үлеп киткәс, әсәһе менән етем бала кеүек булып ҡалдылар. Әлфиә өләсәһенә барһа, ҡыҙым, тип яратып торҙо тороуын, тәмлекәстәр менән дә һыйланы, ләкин үҙе бер ваҡытта ла уларға килмәне. Байрамдарҙа ла бүтән балалары менән ҡушып саҡырманы. Әлфиә, бәләкәй генә булһа ла, үҙенә күрә түгел ине, уларҙы айырып ҡарауын ҡабул итә алманы, һеҙҙе күрмәһәм дә үлмәм, тип өләсәһенә бармай башланы. 9-ҙан һуң Өфөгә училищеға сығып китте, уны тамамлағас юғары уҡыу йортона инде, тиҙҙән әсәһе лә уның янына күсеп килде. Ауылда күҙ терәп ҡайтыр әсәй-атайың булмаһа, тамырҙар әкренләп өҙөлә икән.- Әлләсе... – тип ыҡ-мыҡ итте ҡыҙының һорауына. – Атайыңдың туғандары – минең туғандарым инде ул... Минекеләр алыҫ йәшәйҙәр бит...- Атайымдыҡылар ҙа яҡын йәшәмәй инде, тик улар барыбер йыш килә бит. Минең һинең туғандарың менән дә танышҡым килә. Туғандарымдың күп-күп булыуын теләйем! Атайымдың ҡустылары, һеңлеләре кеүек...- Эй балаҡайғынам!..Әлфиәнең күҙенә йәш төйөлдө. Нимә тиһен инде? Яҙмыш шулай аяуһыҙ булғас... Аһ, етмәһә был күңел болғаныуы! Нурислам да нимәһен ҡарап ултыра инде, йоҡларға күптән ваҡыт...Әлфиә күҙен асҡанда Нурисламы янында юҡ ине. Аһ-аһ, әллә ятып та тормаған инде?! Шуны ла һиҙмәй, иҫ белмәй йоҡлағанмы? Гөлнуры дөрөҫ әйтә, ауырға ҡалғаны бирле һис тә үҙенә оҡшамаған был Әлфиә! Йоҡоһона баш була алмай ҙа ҡуясы. Әсәһе лә аяғөҫтө, Гөлнур ҙа, ә сәғәт нисә һуң? Әлфиә ҡорт саҡҡандай һикереп торҙо. Юҡ, былай булмай, һис шикһеҙ ҡотолорға был баланан! Тыуһа, йоҡоһоҙ төндәр башланһа, бөтөнләй бер нәмәгә лә өлгөрмәйәсәк былай барһа. Сәғәт һигеҙ генә. Шул тиклем иртә тормаһалар! Әлфиә, күңеле болғаныуға түҙмәй, урынына яңынан ятты. Был хәле отпуск ваҡытына туракилгәнгә ҡыуана ул, икенсенән, рәхәтләнеп ял итә алмағанына йәне көйә. Бына һиңә әсәһе вәғәҙә иткән “Хоҙай биргән бәхет”!- Кәләш, уяндыңмы? – тип һаҡ ҡына йоҡо бүлмәһенең ишеген асты Нурислам. – Әйҙә, тор, сәй эсеп алабыҙ ҙа сығып китәбеҙ. Беҙ йыйынып бөттөк.- Нимә-ә? Ҡайҙа?- Һинең тыуған яҡтарыңа.- Уф-ф-ф... Ҡаңғыртып йөрөмә әле! Кисә артығын эсеп ташланыңмы әллә?- Әйҙә-әйҙә, мин шаяртмайым, һине унда көтәләр. – Ире лә ныҡыш, Әлфиәне ҡабаландырып тора бирҙе.- Кем көтә? Ҡайҙа көтә?Ҡатын алйот кеүек һиҙҙе үҙен был мәлдә.- Кәләш, һиңә алдан әйтмәгәнгә ғәфү ит, был һинең тыуған көнөңә сюрприз, - тип хәйләкәр генә йылмайҙы Нурислам.- Мин бер ҡайҙа ла йөрөмәйем! – тип турһайып тороп ултырҙы Әлфиә. – Минән һорау, кәңәш итеү юҡ. Һин әйткәнгә йүгереп сығып китергә мин бит бала-саға түгел! Минең бөгөн бара торған урындарым бар.- Һин әлеге ваҡытта бына бындай сабы-ы-ый ғына, - тип ҡулдары менән күрһәтте Нурислам, үҙе шуға балаларса шатлана етмәһә. - Кисә генә тыуҙың бит һин. Бөгөн бер ниндәй эш тә юҡ, проблемаларҙы ла хәл итмәйбеҙ. Байрам дауам итә! Иң ҡәҙерле кешемде ошондай матур көнөндә нимәлер эшләтеп ҡуймайым инде. Бара торған ерҙәреңә ҡайтҡас үҙем алып барырмын, йәме?Нурисламдың күҙҙәрендә шул тиклем наҙ, һөйөү, хатта үпкәләп, асыуланып та булмай. Әлфиә аптыранып ҡалды.- Алдан әйтмәгәнгә ғәфү ит! Юҡһа сюрприз килеп сыҡмаҫ ине.- Туҡта, көтәләр, тиһең, унда минең кемгә кәрәгем бар? Берәйһе исмаһам иҫенә ала тиһеңме?- Һине унда аунап үҫкән тыуған ерең, бергә уйнаған әхирәттәрең, һине яратҡан ауылдаштарың көтә! – Нурисламдың күҙҙәре янып китте.- Китсәле! Ауылымда йөҙ йыл булғаным юҡ, мине хәҙер бер кем дә иҫләмәйҙер ҙә инде...- Ана шуның өсөн, үҙеңдең барлығыңды бер хәтерҙәренә төшөрөп алыр өсөн, мотлаҡ ҡайтырға кәрәк.Әлфиәнең күңеле иләҫ-миләҫ булып китте. Ысынлап та, үлеп һағынған мәлдәрендә лә иркенләргә ваҡыт тапманы шул. Йомош төшкән хәлдә лә ауылына кис ҡайта ла таң менән сығып та китә ине. Әллә ысынлап та йөрөп килергә инде? Хәҙер барыбер йүнләпбер эш тә ҡыйрата алмай. Ә бала?!. Бөгөн табиптан әҙер анализдарҙы алып, төшкә тиклем дауаханаға барып етергә тейеш бит ул.- Әйҙә-әйҙә, ултырма аптыранып! Кейен. Ҡәйнәмдең сәйе күптән әҙер.Уларҙың һөйләшкәнен ишетеп Гөлнур атылып килеп инде. Үҙенең шатлығы йөҙөнә сыҡҡан.- Әсәй! Атайым шәп уйлап тапҡан, эйе бит! Минең тиҙерәк барып еткем килә ауылға.- Ә беҙ ҡасан ҡайтабыҙ һуң? Бөгөн кискә әйләнә алабыҙмы? – Аптыранған Әлфиәгә күнеүҙән башҡа сара ҡалманы.Кейенеп сығыуына ысынлап та барыһы ла әҙер ине, сумкаларҙы ла хатта багажникка тултырғандар.- Нимәләр алдығыҙ? – тип һорарға ғына ҡалды уға.- Кәрәк нәмәләрҙең барыһын да тейәнек, кәләш, ҡайғырма. Үҙеңдең кейемдәреңде, кәрәк-ярағыңды алһаң, шул етә.- Күстәнәс кәрәк булыр бит...- Ҡунаҡҡа тип алған нәмәләребеҙҙең яртыһы тейелмәйсә ҡалғайны, - тип һүҙгә ҡушылды әсәһе лә. – Шулар бик таман булды.- Быны һеҙ бергә уйлап эшләнегеҙме, әллә Нурисламдың ғына ҡотороуымы?- Миңә бөгөн иртән генә әйтте атайым! Их, көн дә һине йоҡонан шундай һөйөнөслө хәбәрҙәр менән уятһындар ине! – Гөлнур һаман сығып китер ваҡытты еткерә алмай ҡаңғыра.- Әсәй?!. – тип әсәһенә тишеп ҡараны. Был уның “һин барыһын да һөйләнеңме әллә?” тигән һорауға яуап талап итеүе ине.- Минең ҡыҫылышым юҡ! – тип әсәһе күҙҙәрен ситкә күсерә һалды. – Мин Гөлнур ҡыҙым кеүек ҡыуанып риза ғына булдым. Бергәләшеп ҡайтып киләйек.- Минең этлек инде, кәләш, минеке! – тип ауыҙ йырҙы ситтән күҙәтеп торған Нурислам.- Ярай улайһа, һеҙҙеңсә булһын! Барып йәһәт кенә берәй сынаяҡ сәйҙәрен эсәбеҙ ҙә кире боролабыҙ, ишеттегеҙме?!- Тәртибеңә ҡарарбыҙ! – тип күҙ ҡыҫты уға Нурислам.Ҡуҙғалып сығып киткәндәренсә сәғәт ун тулып китте. Көн эҫе генә, ҡояш иртәнән ҡыҙҙыра. Йәйҙең уртаһы етте, ә Әлфиәнең быйылғы йылда һыу ингәне юҡ әле. Был турала әйткәс, әйтерһең шуны ғына көтөп ултырғандар, машина эсе йәнләнеп китте.- Әлбиттә! – тип элеп алды шунда уҡ Нурислам. - Һаҡмар буйына ҡайтып, һыу ҙа инмәй китһәң, яҙыҡ булыр, тыуған яғың үпкәләр!- Ура! Ура! Ура! – Иң ҡыуанғаны Гөлнур булды. Ләлә апай күберәген үҙ уйҙарына бирелеп, шым килә.- Һаҡмар хәҙер элекке түгел инде, - тип ҡуйҙы шулай ҙа. – Күргәс, иҫең китер әле.Трассаға сыҡҡас та әле Әлфиә үҙен ҡайҙа ҡуйырға белмәне. Күңеле тыныс түгел ине уның. Бындай көтөлмәгән, аҙағы нимә менән бөтөрө билдәһеҙ, пландарыңды үҙгәртеп ебәргән сюрприздарҙы бик өнәп бөтмәй ул.- Нурислам, һин кем менән һөйләштең ул унда? Беҙ берәйһенә төбәп барабыҙмы? – тип төпсөштө иренән.- Барғас белерһең, - тип кенә ҡуйҙы уныһы. Әлфиә һораулы ҡарашын әсәһенә борҙо.- Мин белмәйем, - тип ҡотолдо уныһы ла.- Һеҙ нимә, юрамал шулай ҡыланаһығыҙмы? – тип тоҡанып китте Әлфиә. – Минең кәйеф юҡ саҡты, хәл итәһе эштәрем килеп сыҡҡанды көтөп кенә торҙоғоҙмо?!- Әсә-ә-әй! Бигерәк шәп бит! Тауыҡ-ҡаҙҙар, һыйырҙар, һарыҡ-кәзәләр... Миңә ауылда ны-ныҡ оҡшай!- Кәләш, көймә, барыһы ла һәйбәт буласаҡ, - тип тынысландырырға ашыҡты Нурислам.Әлфиә музыканы бар тауышына асып, кондиционерҙы һүндерҙе лә тәҙрәне бөткәнсе төшөрөп ҡуйҙы, ултырғысының артын ҡолата биреп, уңайлаңҡырап ултырҙы, күҙҙәрен йомдо. Сыпрандап та нимә эшләйһең инде? Ҡарале һин Нурисламды, өндәшмәй генә нимә уйлап йөрөгән! Сюрприз, имеш. Ә табипҡа барыу һаман кисектерелә килә, тәүҙә тыуған көн үтһен тигәйне, әле бынау ауылын уйлап тапҡандар, ваҡыты үтһә, аборт эшләмәйәсәктәр ҙә бит...Бер аҙҙан Әлфиә тынысланды. Хәҙер уға барыһы ла барыбер тойола башланы. Табипҡа барырға иртәгә лә көн бар. Иртә менән йүнәлтмәһен алыр ҙа тура дауаханаға китер. Көйөп барғансы, юл, етеҙ тиҙлек менән кинәнер кәрәк.Өс сәғәт ваҡыт һә тигәнсе үтеп тә китте. Ауылға яҡынлашҡас, берәй нәмәне күрмәй үтеп китмәйем тигәндәй, Әлфиә ултырғысын күтәрҙе, төҙәйеп ултырҙы. Ана ул уйнап үҫкән туғай күренде. Ә юлдың был яғындағы урманға муйыл, ҡарағат йыйырға йөрөй торғайнылар. Ул ваҡыттарҙа ҡыуаҡтар ҡуйыраҡ кеүек ине, әле һирәгәйеп ҡалғандай. Әлфиәнең йөрәге тулҡынланыуҙан дөп-дөп типте.- Нурислам, туҡта әле, әҙерәк кенә һауа һулайыҡ әле.Барыһы ла машинанан сығып баҫты. Әлфиәнең танауына сәскә, үлән еҫтәре килеп бәрелде. Танһыҡ. Был еҫтәр онотолоп та бөткән икән.- Әсәй, ҡара әле, быҙауҙар һаман шул тирәлә йөрөйҙәр икән! – тип балалай ҡысҡырып ебәргәнен һиҙмәй ҙә ҡалды Әлфиә. – Тик баҫыуҙар ғына юҡ... Шул баҫыуҙарғаинмәһендәр тип күпме арттарынан йүгерә торғайныҡ быҙауҙарҙың. Хәҙер нимә, бер нәмә лә сәсмәйҙәрме әллә?Барыһы ла һиҙҙермәй генә уны күҙәтә. Хатта Гөлнурға ла әсәһенең һәр нәмәне яңылыҡ итеп ҡабул итеүе ҡыҙыҡ.- Колхоз-совхоздар бөткәне бирле бер нәмә лә сәселмәй шул...- Бында ни хатта мал ашарлыҡ та үлән юҡ та баһа. Бер файҙаһыҙға ҡалған бахырҙар...
Читайте нас: