Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Апрель 2020, 19:00

"Улым минең менән аралашырға теләмәй"

“Бик ҡаты бәрелмәгеҙ миңә, зинһар. Бәлки, бик яҡшы әсәй ҙә түгелмендер, сөнки күҙ бағып үҫтергән улым үҙем менән һис аралашырға теләмәй. Ошо йәһәттән башҡаларҙан кәңәш ишеткем килә”, – тип мөрәжәғәт итте алтмышты үткән Сәриә.

“Бик ҡаты бәрелмәгеҙ миңә, зинһар. Бәлки, бик яҡшы әсәй ҙә түгелмендер, сөнки күҙ бағып үҫтергән улым үҙем менән һис аралашырға теләмәй. Ошо йәһәттән башҡаларҙан кәңәш ишеткем килә”, – тип мөрәжәғәт итте алтмышты үткән Сәриә.
“Улыма – 30 йәш. Өйләнгәненә ете йыл булды. Ҡыҙҙарына тиҙҙән бер йәш туласаҡ. Үҙҙәре миңә күрше йортта йәшәй”, – ти ҡатын. Ул балаһының үҙенә нимәгәлер үпкәләгәнен һиҙә, тик бөтөнләй аралашырға теләмәүенең сәбәбен аңламай. Әсә кеше улы менән килене аша ла һөйләшергә тырышҡан, тик уй-ниәте барып сыҡмаған...
Альберт бәләкәй сағында сырхау малай булған. Бынан тыш, башҡа проблемалар ҙа осраған ул буй еткергән саҡта. Ошо һәм башҡа тормош ауырлыҡтары ла һынаған яңғыҙ ҡатынды. “Үҙемә әсәй ҙә, атай ҙа булырға тура килде. Ҡалайтаһың? Улымдың бигүк яҡшы түгел дуҫтары ла, наркотик һәм шуның һымаҡ башҡалар менән мауығыуҙары ла булды. Әлбиттә, мин дә идеаль кеше түгел, шулай ҙа улымдың яҡшы тормошо өсөн ҡулымдан килгәнсә тырыштым”, – ти Сәриә.
“Хәҙерге заманда компьютерһыҙ тормошто күҙ алдына килтереүе мөмкинме? Юҡ. Бына бер көн уға әллә нәмә булды: ҡабыҙғайным, һүнде лә ҡуйҙы. Шуға улым ғаиләһе менән бер килгәнендә компьютерҙы ҡарауын һораным. Быға тиклем дә ул фатирҙағы бар техниканы ипкә килтерә торғайны. Ҡулы оҫта. Тик был юлы ул бер нәмә лә өндәшмәне һәм ҡатынын, ҡыҙын алды ла ҡайтты ла китте...” – тип аптырай әсә. Ошо көндән алып улы уның менән аралашмай икән. Ярай әле, килене ейәнсәре менән осраштыра.
“Үпкәләмәҫкә лә тырышам, шылтыратам, яҙам, тик бер ниндәй ҙә яуап юҡ. Тағы нимә эшләргә икән? Белмәйем. Бына шулай япа-яңғыҙ торҙом да ҡалдым ҡартлыҡта”, – тип илай Сәриә. Ә теге компьютерҙы күптән оҫта килеп ҡарап, ҡабыҙып киткән инде. Ә бына әле һаман улын көткән әсә күңелен кем уйлар ҙа, кем уны аңлар?.. Ярай, үпкәләргә ниндәйҙер сәбәп булған, ти, тик барыбер ҙә әсәй кеше шундай мөнәсәбәткә лайыҡмы? Бәлки, улының ошондай ҡаты күңелле булып үҫеүендә әсә кеше үҙе ғәйеплеме?
Айһылыу Низамова
Фото: liveinternet.ru.
Читайте нас: