Асҡын районының Ҡубыяҙ ауылында ҡот осҡос хәл теркәлгән: әсә ике бәләкәс ҡыҙын бысаҡ менән яралаған.
Балалар ауыр хәлдә баш ҡала дауаханаларының береһенә килтерелгән. Был хаҡта “Комсомольская правда” порталы хәбәр итә. Хәл 18 апрелдә теркәлгән.
Ваҡиға менән таныш кеше белдереүенсә, фажиғә иртәнге 5-6 сәғәт тирәһендә булған. Әсә биш һәм һигеҙ йәшлек ҡыҙҙарына бысаҡ менән ташланған, иренә лә эләккән, әммә уның йәрәхәте ныҡ түгел. Ҡатын шунда уҡ сығып ҡасҡан, уны көндөҙ, төш тирәһендә генә тапҡандар. Ә ир, ҡыҙҙарын күтәреп, “ашығыс ярҙам”ҡа ҡаршы сыҡҡан.
Әлеге ваҡытта ҡыҙҙарҙың хәле тураһында бер ни билдәле түгел. Ҡатынды иһә полиция бүлегенә алып киткәндәр. Был ғибрәтле хәлдә иң мөһиме балалар иҫән-һау булһын, тип теләргә ҡала...
Автор: Гүзәлиә Балтабаева