Яйыҡ
-5 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Апрель 2020, 19:15

"Һылыу, бәпесегеҙ төшөп ҡалған

"Илгиздең, әрме хеҙмәтен тултырып, тыуған яғына ҡайтып барған сағы була. Юл ыңғайы бер туған ағаһының ғаиләһен дә күреп сығайым тип, район үҙәгендә төшөп ҡала ул. Ҡышҡы көндә эңер төшкән ваҡыт була. Балалар тау шыуған боҙ майҙансығы янынан үтеп, урамдан барғанда сибәр ҡыҙҙы шәйләй. Буш сана һөйрәп алған, уйсан.

Шаяртыу тигәндәң, бер ҡыҙыҡ ҡына хәл иҫкә төштө әле. Әхирәтемдең ҡустыһы башынан үткәнде бәйән иткәйне.
"Илгиздең, әрме хеҙмәтен тултырып, тыуған яғына ҡайтып барған сағы була. Юл ыңғайы бер туған ағаһының ғаиләһен дә күреп сығайым тип, район үҙәгендә төшөп ҡала ул. Ҡышҡы көндә эңер төшкән ваҡыт була. Балалар тау шыуған боҙ майҙансығы янынан үтеп, урамдан барғанда сибәр ҡыҙҙы шәйләй. Буш сана һөйрәп алған, уйсан. Егет, нисек тә һүҙ башларға уйлап, юл аша сығып барғанда шаярта: "Һылыу, бәпесегеҙ төшөп ҡалған", - тигән була. Тәүҙә ҡыҙ ишетмәйерәк: "Нимә?!" - ти. Егет шаяртыуын яңынан ҡабатлай. Шул ваҡытта был ҡыҙ сәбәләнеп алып китмәһенме: "Балаҡайым, ҡайҙа булған?! Эй, Хоҙайым, ҡайҙа ғына төшөп ҡалды икән улым?.."
Шул ваҡытта егеттең йөрәге табанына төшә. Ҡайҙа барырға, баланы ҡайҙан табырға тигән мең төрлө уй секунд эсендә башынан үтә. Ярҙам итергә тип ян-яҡҡа сабырға әҙер торғанда, ҡыҙ: "Ярай, тыныслан, мин дә шаярттым... Йөҙөңдө күрһәң ине әле", - тип әйтеп, ҡырт боролоп китеп бармаһынмы.
Бына һиңә шаяртыу! Бер талай шаңҡып тора егет. Әммә был ғүмерлек һабаҡ була уға. Башҡа бер ваҡытта ла ҡыҙҙар менән шаярырға баҙнат итмәй".
Фото: "Бәйләнештә".
Автор: Миләүшә Сайтакова
Читайте нас: