Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Апрель 2020, 10:45

Башҡортостан актерҙары бушлай уҡый аласаҡ

“Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә Туҡтауһыҙ белем биреү үҙәгендә актерҙар өсөн бушлай онлайн-курстар асыла.

“Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә Туҡтауһыҙ белем биреү үҙәгендә актерҙар өсөн бушлай онлайн-курстар асыла.
Был проекттың инициаторы – Рәсәй театр сәнғәте институты һәм Б. Щукин исемендәге Театр институты ректорҙары Григорий Заславский һәм Евгений Князев (Рәсәй Мәҙәниәт министрлығы ярҙамында).
-Уҡытыу дистанцион алып барыласаҡ. Курстар тыңлаусыларына өс программа тәҡдим ителә: актерлыҡ оҫталығы, сәхнә һүҙе һәм сәхнәлә хәрәкәтләнеү буйынса. Һәр программаның күләме – 16 академик сәғәт, - тип һөйләйҙәр БР Мәҙәниәт министрлығының мәғлүмәт хеҙмәтендә.
Проект актерҙарҙы хуплауға, мәҙәниәт учреждениелары ябылып торорға мәжбүр булған ваҡытта уларҙың һөнәри үҫеше өсөн шарттар булдырыуға бағышлана. Программала ҡатнашырға теләүселәр “Программа 16 часов” билдәһе менән [email protected] электрон адресына хат ебәрергә тейеш.
#МәҙәниәтМиллиПроекты
#АктерҙарӨсөнКурстар
#МиллиПроекттарБашҡортостан
Яңылыҡ сығанағы: https://mgazeta.com/
Читайте нас: