Яйыҡ
-30 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Апрель 2020, 15:10

Башҡортостанда 1 майға эшһеҙҙәр һанының артыуы фаразлана

Ун көндә «Рәсәйҙә эш» порталында Башҡортостандың ун мең кешеһе теркәлгән.

Ун көндә «Рәсәйҙә эш» порталында Башҡортостандың ун мең кешеһе теркәлгән. Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова республика хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә ошо хаҡта белдерҙе.
Министр һүҙҙәренсә, был порталда онлайн режимында эшһеҙҙәрҙе теркәүҙең ваҡытлыса ҡағиҙәләре 9 апрелдән ғәмәлгә индерелде.
Ленара Иванова әйтеүенсә, 1 майға Башҡортостанда эшһеҙҙәрҙең әлегегә ҡарағанда ун меңгә күберәк булыуы мөмкин.
Шулай уҡ ул 26 марттан 17 апрелгә тиклем Башҡортостандың 7,5 меңдән ашыу эш биреүсеһенең «Рәсәйҙә эш» порталында теркәлгәнен хәбәр итте.
http://www.bashinform.ru/news/1441578-v-bashkirii-prognoziruetsya-uvelichenie-chisla-bezrabotnykh-k-1-maya-/
Читайте нас в