Башҡортостан карантин сикләүҙәре шарттарында сит илгә продукцияһын ташыу буйынса контрактҡа ҡул ҡуйҙы. БР Тышҡы иҡтисад элемтәләре буйынса дәүләт комитетында хәбәр итеүҙәренсә, контракт Рәсәй экспорт үҙәгенең оператив штабы ярҙамында, шулай уҡ Башҡортостанда “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә төҙөлдө. Шулай, республиканың “Башспирт” йәмғиәте Әзербайжандағы “Carcioglu Group” компанияһына этил спиртын ташыу буйынса килешеү төҙөнө. Шуны билдәләп үтергә кәрәк, “Башспирт” йәмғиәте – Рәсәйҙә ликер-аракы продукцияһын иң эре етештереүселәрҙең береһе.
Эксперттар кризис шарттарында ла яңы мөмкинлектәр табып булыуын билдәләй. Бының өсөн сит ил предприятиеларының мохтажлыҡтарын белергә, үҙгәреп барған хәлгә тиҙ өйрәнергә кәрәк.
#ХалыҡАраКооперацияҺәмЭкспорт#МиллиПроекттарБашҡортостан
Яңылыҡ сығанағы: https://mgazeta.com/