Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Апрель 2020, 14:35

Галуш кейеп ҡаса

Белорет районындағы Абҙаҡ ауылы эшҡыуары магазинына бур төшкәнлеген абайлай һәм полицияға мөрәжәғәт итә.

Белорет районындағы Абҙаҡ ауылы эшҡыуары магазинына бур төшкәнлеген абайлай һәм полицияға мөрәжәғәт итә.
Полиция хеҙмәткәрҙәре асыҡлауынса, бур магазиндың тәҙрәһен кирбес менән онтап, бинаға инә. Сауҙа нөктәһенең көнлөк килемен, аҙыҡ-түлек һәм башҡа тауарҙарҙы урлай. Ваҡиға урынында ғәйепләнеүсенең кроссовкаһы ла табыла.
Баҡтиһәң, бур урланған әйберҙәрҙе алып сығып барғанда аяҡ-кейеменең һыуланғаны иҫенә төшә, кроссовкаһын сисә лә, кәштәнән резина галуш алып кейеп, ғәйеп була.
Әммә тиҙ тотола, ғәйебен таный. Енәйәт эше ҡуҙғатылған. Полиция хеҙмәткәрҙәре урланған әйберҙәрҙе тартып алған, шул иҫәптән галушты ла.
Фото: magicmama.ru
Автор: Римма Султанова
Читайте нас: