Яйыҡ
-3 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Апрель 2020, 14:20

Ҡоштарға һунар рөхсәт ителде, әммә...

Башҡортостанда 25 апрелдән 4 майға тиклем һунарсыларға ҡоштарға һунар рөхсәт ителде, ләкин ғәмәлдәге сикләүҙәрҙе һәм эпидемиологик талаптарҙы үтәү мотлаҡ, тип белдерҙеләр республика Экология министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.

Башҡортостанда 25 апрелдән 4 майға тиклем һунарсыларға ҡоштарға һунар рөхсәт ителде, ләкин ғәмәлдәге сикләүҙәрҙе һәм эпидемиологик талаптарҙы үтәү мотлаҡ, тип белдерҙеләр республика Экология министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.
Республика башлығының 17 апрелдәге Указына ярашлы, аҙнаһына ике тапҡыр юлға сығырға мөмкинлек бирелә, шуларҙың берәүһе баҡсаға (барып ҡайтыу), шулай уҡ һунарға (бер яҡҡа барыу өсөн юлда ваҡыт 90 минуттан артмаҫҡа тейеш). Автотранспортта сығыу өсөн һунарсыларға алдан уҡ doroga02.ru электрон сервисында теркәлергә кәрәк. Ҡош аулауға рөхсәт алырға теләгән һунарсылар Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша ғариза бирә һәм шунда уҡ 30% ташлама менән дәүләт пошлинаһын түләй ала. Бындай ғаризалар тәү сиратта ҡарала һәм ғариза биреүсегә һунарсы билеты буйынса сиратһыҙ бирелә. Алдан яҙылыу өсөн телефон: 8-347-2180436, 8-347-2180443.
Башҡортостан Республикаһының Экология министрлығы хеҙмәткәрҙәренә мөрәжәғәт иткән саҡта һаҡланыу сараларын файҙаланырға, бинала 1,5 -2 метр социаль дистанция тоторға, кабинетҡа рөхсәт алырға ингәндә битлек һәм бирсәткә кейергә, ҡултамға ҡуйыу өсөн шәхси ручка кәрәк. Сир билдәләре булған һунарсылар бинаға индерелмәй.
http://www.bashinform.ru/news/1441529-v-bashkirii-razreshili-okhotu-na-ptits-no-tolko-s-soblyudeniem-epidtrebovaniy/
Читайте нас: