Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдереүенсә, Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһынан медиктарҙы һәм пациенттарҙы ҡайтара башлағандар.
Билдәле булыуынса, уларҙың ике аҙналыҡ карантины тамамлана. Бында 6 апрелдә асыҡланған коронавирус инфекцияһы менән зарарланыу осрағы сәбәпле 1200 медик менән пациент ҡаты карантинға ябылғайны.
– Әле улар ҡайтарыла башланы, бында вахта юлы менән ике аҙна эшләгән медицина хеҙмәткәрҙәрен алмаштырыу бара. Улар обсервацияға йәки үҙизоляцияға китәсәк. Кемдә ундай мөмкинлек юҡ, уларҙы изоляторға ебәрәбеҙ һәм артабан медицина тикшереүе дауам итәсәк. Медицина күрһәткестәре буйынса пациенттар яҙмышы хәл ителәсәк: йәки улар артабан дауалананыуға йәки йәшәгән урыны буйынса изоляторға күсәсәк, – тине Максим Забелин.
Кисә кис дауахананның бала табыу йортон дезинфекциялау башланған. Был бала табыу йорто июнь аҙағында планлы йыуыуға китергә тейеш ине, хәҙер был ваҡыт апрель аҙағына күсерелде.
– Шулай итеп беҙ обсервация, медицина хеҙмәткәрҙәрен изоляциялау һәм дезинфекция сараларын үткәреүҙе берләштерәбеҙ. Майҙан алып республика клиник дауаханаһының акушер-гинекология бүлексәһе тулы кимәлдә эш башлаясаҡ, – тине ул. – Бынан тыш пациенттарҙы диагноз һәм респиратор вирус инфекцияһы билдәләре булыу-булмауына бәйле зоналарға бүлеү башланды. Улар әле тест үтә, республиканың баш санитар табибы ҡушҡан барлыҡ саралар башҡарылды. Әле белгестәрҙең килеүен көтәбеҙ, улар эштәрҙе баһалаясаҡ һәм анализ яһаясаҡ.
Артабан Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһында тулыһынса дезинфекция саралары үткәреләсәк һәм ул коронавирус буйынса госпиталь булараҡ эшен дауам итәсәк.