Яйыҡ
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Апрель 2020, 10:35

Субсидия алыуға ғаризалар ҡабул ителә

“Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт“ милли проекты сиктәрендә республикала былтырҙан “Башҡортостан Республикаһында экспортты үҫтереү” тѳбәк проекты ғәмәлгә ашырыла.

“Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт“ милли проекты сиктәрендә республикала былтырҙан “Башҡортостан Республикаһында экспортты үҫтереү” тѳбәк проекты ғәмәлгә ашырыла.
Ошоға бәйле, 27 апрелдән экспортҡа сығарыласаҡ тауарҙарҙы ташығанда транспорт сығымдарын ҡайтарыу өсөн республика бюджетынан субсидия биреүгә ғаризалар ҡабул ителә башлаясаҡ. Был турала БР Тышҡы бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты хәбәр итә.
Программала 2019 йылдың 1ноябренән һуң үҙенең продукцияһын экспортҡа сығарған республика предриятиелары ҡатнаша ала.
“Тышҡы факторҙарҙы, эпидемияға бәйле хәлде иҫәпкә алып, программа Башҡортостандың иҡтисади тотороҡлолоғон күтәреү буйынса тәү саралар исемлегенә ингән. Шуға ла экспортерҙар контрагентҡа тауарҙы алып барыу ваҡытын боҙған ѳсѳн штраф түләү буйынса, шулай уҡ сик буйында транспорт сараларының торғаны ѳсѳн сығымдарҙы ла субсидияланған сығымдар иҫәбенә индерә ала”, - тип аңлата ведомствоның матбуғат секретары Илгизәр Санъяров.
Шулай уҡ 20 апрелдән тауарҙарын сит илгә сығарыу өсөн бәләкәй һәм урта предприятиеларҙан халыҡ-ара сертификатлауға киткән сығымдарҙың бер ѳлѳшѳн ҡайтарыу буйынса субсидия алыуға ғаризалар ҡабул итеү башланды. Уның иң ҙур күләме ике миллион һум тәшкил итә.
Фото: Kommersant.uz
Автор: Фарида Мухамадуллина
Читайте нас: