Яйыҡ
-2 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Апрель 2020, 10:40

Тимер лейка (аҙағы)

Уларҙың өйҙәре ауылдың уртаһында була торғайны. Хәҙер унда атаһының ҡустыһының улы йәшәй ғаиләһе менән. Улар бер йәштә, хатта бер класта уҡынылар, әммә бәләкәйҙән ҡатышмағас, Әлфиә уның тураһында бер нәмә лә белмәй. Ҡыҙыҡ, кемгә барып туҡтар икән Нурислам? Шул Иректәргә микән ни? Әсәһе, минең ҡыҫылышым юҡ, тип ултырһа ла, ышанмай быға Әлфиә. Моғайын Нурисламға ул ярҙам иткәндер, юҡһа ире бында бер кемде лә белмәй бит. Шул-шул, Әлфиәнең тыуған йортон үтеп китеп, өй аша йәшәгән Фәғилә апайҙың ҡапҡа алдына барып туҡтаны. Көтөп кенә торғандар күрәһең: “Ҡунаҡтар килде, Рәфҡәт, ҡаршы ал, һин ҡайҙа!” – тип ирен саҡыра-саҡыра хужабикә йүгереп килеп сыҡты. Ул әсәһенең әхирәте, Әлфиәнең математиканан уҡытыусыһы. Олоғайып киткән, элекке кеүек уҫал да күренмәй.- Һаумыһығыҙ, ҡәҙерле ҡунаҡтар! Әйҙәгеҙ, рәхим итегеҙ! Нисек килеп еттегеҙ?- Аллаға шөкөр, Фәғилә әхирәткәйем! Үҙегеҙ нисек тораһығыҙ?

Уларҙың өйҙәре ауылдың уртаһында була торғайны. Хәҙер унда атаһының ҡустыһының улы йәшәй ғаиләһе менән. Улар бер йәштә, хатта бер класта уҡынылар, әммә бәләкәйҙән ҡатышмағас, Әлфиә уның тураһында бер нәмә лә белмәй. Ҡыҙыҡ, кемгә барып туҡтар икән Нурислам? Шул Иректәргә микән ни? Әсәһе, минең ҡыҫылышым юҡ, тип ултырһа ла, ышанмай быға Әлфиә. Моғайын Нурисламға ул ярҙам иткәндер, юҡһа ире бында бер кемде лә белмәй бит. Шул-шул, Әлфиәнең тыуған йортон үтеп китеп, өй аша йәшәгән Фәғилә апайҙың ҡапҡа алдына барып туҡтаны. Көтөп кенә торғандар күрәһең: “Ҡунаҡтар килде, Рәфҡәт, ҡаршы ал, һин ҡайҙа!” – тип ирен саҡыра-саҡыра хужабикә йүгереп килеп сыҡты. Ул әсәһенең әхирәте, Әлфиәнең математиканан уҡытыусыһы. Олоғайып киткән, элекке кеүек уҫал да күренмәй.
- Һаумыһығыҙ, ҡәҙерле ҡунаҡтар! Әйҙәгеҙ, рәхим итегеҙ! Нисек килеп еттегеҙ?
- Аллаға шөкөр, Фәғилә әхирәткәйем! Үҙегеҙ нисек тораһығыҙ?
Күрешеү, ҡосаҡлашыу, үҙгәргәнһең, танырлыҡ түгел, тип тел шартлатыуҙар... Ауылда ғына була торғандыр бындай ихласлыҡ, киң күңеллелек.
Өҫтәлдә нимә генә юҡ: бауырһағын-сәк-сәген дә бешергәндәр, талҡанын, ҡыҙыл эремсеген, ҡаймағын да ҡуйғандар, бал, ҡымыҙы ла бар... Нурислам ҡумта-ҡумта күстәнәстәрен сығара башлағас, Фәғилә апай:
- Юҡ-юҡ, бер нәмә лә кәрәкмәй, аллаға шөкөр, барыһы ла етә, табыныбыҙ етеш, - тип һикереп торҙо, ҡумталарҙы ишек төбөнә ҡуйҙырҙы. – Быларҙы хәҙер Һаҡмар буйына алып сығырһығыҙ.
- Колбасаларығыҙҙы ҡайтҡас үҙегеҙ ашарһығыҙ, - тип ҡушылды Фәрит ағай ҙа. - Ә бында, ана, натуральный аҙыҡтар менән һыйланығыҙ! Ҡайҙа Гөлнур ҡыҙыма ҡымыҙ ҡойоп бирәйем әле. Бигерәк ябыҡ, ап-аҡ, ҡайтҡанынса әҙерәк ит ҡундырайыҡ...
Өҫтәл артына кешеләр өҫтәлә торҙо. Бер аҙҙан Ирек тә килеп инде.
- Сәләм, класташ! – тип тура Әлфиәнең янына килеп ултырҙы.
- Һаумы, Ирек! Уҡыуҙы бөткәне бирле күрешкәнебеҙ юҡ икән дә баһа! Хәлдәрең нисек? Ҡайҙа еңгәй?
- Ана, Фәғилә апайға ярҙам итеп йөрөй.
Уларҙың һөйләшкәнен хужабикә ишетеп тә ҡалған икән:
- Әл дә ошо йәштәр бар әле оло кешеләргә ярҙам итеп ебәрергә. Әйтеүең була, һә тигәнсе килеп тә етәләр! – тип аш һөҙөп маташҡан килененең арҡаһынан тупылдатып яратып алды. Еңгәй кеше лә ихлас:
- Һәйбәт кешегә ярҙам итәһең инде ул, - тип йылмайҙы. – Минең Әлфиә менән күптән танышҡым килә ине...
- Ярай-ярай, танышырға, туйғансы һөйләшергә ваҡытығыҙ күп бөгөн.
- Ҡыҙым, - тип өндәште Әлфиә Гөлнурға. - Таныш бул, был һинең Ирек туғаның, Ирек ағайың була.
- Ағайым?! –Гөлнур ҡыҙыҡһынып ағаһына текәлде. – Ә мин әсәйемдең туғандары юҡ икән тип йөрөгәнем.
- Туғандар ни... күп ул беҙҙең. Алла бирһә барыһы менән дә таныштырырмын, йәме? – тип Ирек ағаһы вәғәҙә бирҙе. – Уларҙың да һинең менән танышҡыһы килә.
Ашап алғандан һуң Фәғилә апайҙар Һаҡмар буйына сығыуҙы хәстәрләй башланы. Нимәләр алырға, нимә эшләргә – береһе лә ситтә ҡалманы. Үҙе туҡтауһыҙ һөйләнде:
- Бына бит, ҡалай шәп булды! Һеҙҙе бына шулай ҙурлап саҡырып алырға башыма ла килмәгән бит үҙемдең! Кисә әсәйең шылтыратҡас, төнө буйы уйланып сыҡтым...
Әлфиә ялп итеп әсәһенә ҡараны. Уныһы ҡыҙының ҡарашын күрмәмешкә һалышты. Нурисламға серҙе еткерһә лә ғәжәп түгел...
- Сығып киттегеҙ ҙә, ҡайтып та урамайһығыҙ, - тип һөйләнеүен белде Фәғилә апай. - Һеҙҙең ата-бабаларығыҙ ошонда ерләнгән, туғандарығыҙ ошонда йәшәй, улай оноторға ярамай бит тамырҙарыңды. Яманмы-яҡшымы, ошо ер һеҙҙе туйындырған, аяҡҡа баҫтырған, ошо төбәктең уҡытыусылары белем биргән...
Тағы әллә күпме өгөт-нәсихәт уҡыр ине Фәғилә апаһы, класташының хәлен һиҙҙеме, Ирек Әлфиәне тышҡа әйҙәне.
- Фәғилә апай, рөхсәт итһәң, беҙ Әлфиәне тыуған йортона саҡырайыҡ тигәйнек. Нурислам кейәү менән Гөлнур һеңлекәште лә үҙебеҙ менән алабыҙ.
- Ә-ә-ә, шулаймы ни? Ярай-ярай, бик һәйбәт, барығыҙ! Тик ҡаҙан аҫып, тәкәне һалып ебәреүгә Һаҡмар буйына төшөп етегеҙ. Ҡунаҡтар ҙа күп килә. Әлфиәне лә, Ләләне лә күрергә теләүселәр һәләк күп!.. - тип тороп ҡалды Фәғилә апай.
Тыуған йорт яҡын да, шул уҡ ваҡытта ят та. Өй эсендәге еҫ тә элеккесә түгел. Элек бит уның үҙенең генә танһыҡ бер еҫе бар ине. Бүлмәләрҙә ҡасандыр уның бында йәшәгәнен хәтерләткән бер нәмә лә юҡ. Зауыҡ менән, йәштәрсә биҙәлгән.
Гөлнур шунда уҡ ағаһының балалары менән танышып та алды. Нурислам менән Ирек тә бик килеште. Әлфиәнең генә күңелендә һаман төйөр тора. “Икенсе тура үҙебеҙгә ҡайтығыҙ, сит кешеләрҙәй булып әллә кемгә туҡтағанһығыҙ юҡһа”, тип үпкә белдереп,
саҡырып торһалар ҙа, туған итеп һис ҡабул итә алмай. “Сығайым әле” тип Әлфиә тышҡа сыҡты. Урам эсе лә һис тә ул бында йәшәгәндәгесә түгел. Һарайҙар яңырған, иркенәйгән, ҡоймалар бейегәйгән. Баҡса ғына элеккесә шау сәскәлә ултыра. Әлфиә баҡсаға инде. Хәтерендә ҡалған ғәҙәт буйынса мөйөшкә әйләнде. Лейкалары шунда тора торғайны. Ҡыҙыл лейка күреп, быларҙыҡы ла ошонда икән, тип ниңәлер ҡыуанғандай итте. Тағы ла арыраҡ, үләндәргә йәшенеп, мөйөшкә һеңеп тигәндәй ултырған уңып бөткән йәнә бер лейка күҙенә салынды. Тимер лейка! Ҡасандыр ул көн дә һыу һипкән тимер лейка! Ниһайәт элеккене иҫләткән бер нәмә табылыуға ҡыуаныпмы, Әлфиә йәһәт кенә уны ҡулына алды. Күҙенән йәш тәгәрәп төштө. Был бит теге тимер лейка!.. Күҙ алдына тормошоноң бәләкәс кенә, әммә ҙур мәғәнәгә эйә булған бер өлөшө килеп баҫты.
Бөгөнгөләй йәйге эҫе бер көн. Ләлә апай эштә, Әлфиә өйҙә ҡош-ҡорт ҡарай, ваҡ-төйәк эштәр менән була. Төш ваҡыты ине булһа кәрәк. Ишек шаҡынылар. Ғәҙәттә күрше-күлән, әлеге Фәғилә апайҙар шаҡып тормай ғына инә торғайны. Әлфиә ишек асырға йүгерҙе. Тупһала өләсәһе тора! Ул Әлфиәләргә былай ҙа бик һирәк килә ине, атаһы үлгәндән һуң исмаһам бер тапҡыр ҙа инеп сыҡҡаны булманы. Эй шунда Әлфиәнең шатланыуы! “Үтеп тормайым. Ултырғыс бир ҙә, ошонда ғына ултырып торам”, тиһә лә, ҡыҙыҡай уны һөйрәп тигәндәй төпкә алып инде. Сәй ҡуйып ебәрҙе. Йомортҡа ҡурырға тотондо. Ул шулай сәй хәстәрләгән арала өләсәһе яйлап йөрөп өйҙө ҡарап-тикшереп сыҡты. Ниндәйҙер һорауҙар бирҙе, Әлфиә тәтелдеге сығып яуап бирҙе. Өләсәһенең уларға килеүе иң оло ҡыуаныс булғандыр ул бала кешенең ғүмерендә. Ҡыҙыҡай бит уны ныҡ-ныҡ ярата ине. Өләсәй кеше ултырғыс ситенә генә ултырып ҡоролай ғына бер сынаяҡ сәй эсте лә сынаяғын түңкәреп тә ҡуйҙы. Ейәнсәре бешергән йомортҡаны бер генә ҡабып, ҡалай тәмле бешергәнһең, тиһә лә, бүтәнсә уға ла ҡағылманы. Ә ҡыҙыҡай, тәмһеҙ булған ахырыһы, тип үҙенә урын тапманы. Сөнки ул өләсәһенең ашарға яратҡанын да, сәйҙе күп эскәнен дә белә.
Өләсәһе оҙаҡ ултырманы, сынаяғын түңкәргәс тә, ҡайтайым инде, тип тора башланы. Хәҙер әсәйем ҡайта, ултырып тор инде әҙерәк, тип инәлһә лә, үҙенең ҡул эштәрен күрһәтәм тип алдаштырып ҡараһа ла, өләсәһен күндерә алманы. Ишеккә еткәс:
- Әлфиә, мин тимер лейканы алырға килгәйнем, ҡайҙа ултыра шул, бир әле, - тип ейәнсәренә әйләнде.
Уның һүҙҙәре ҡапыл ғына барып етмәне Әлфиәнең башына.
- Ниндәй лейка? Һеҙҙең лейкағыҙ беҙҙә юҡ ул, - тип аптырап ҡалды.
- Атайың тере саҡта беҙҙекен алып ҡайтып киткәйне, - тип аңлатты өләсәһе.
- Алдама! Ул беҙҙең лейка! Һеҙҙең бер нәмәгеҙ ҙә үҫмәй! – тине ҡыҙ үҙенең мөлкәтен яҡлап. Өләсәһе, әйтерһең, уны ишетмәне лә.
- Моғайын баҡсағыҙҙа ултыралыр, һин сыҡма, мин үҙем инеп алам.
Шул мәлдә Әлфиә ныҡ ғәрләнде.
- Өләсәй, нисек, һин беҙгә ҡунаҡҡа килмәнеңме ни?! Һиңә лейка ғына кәрәк булдымы ни? – тип өләсәһенә тексәйҙе.
- Атайыңдың иҫтәлеге бит ул... – тине тегеһе.
- Ә беҙгә атайҙың иҫтәлеге кәрәкмәй тип уйлайһыңмы?! - тип тамаҡ төбө менән уҫал итеп һораны ҡыҙ. – Бирмәйем мин һиңә бер ниндәй ҙә лейка!
Ул мәлдә Әлфиәнең йөҙө ҡара янып сыҡҡандыр ул ярһыуҙан. Өләсәһе хатта ҡурҡып китте.
- Ярай-ярай, һеҙгә ҡалһын, беҙ ни, кәрәк булһа, һатып алырбыҙ әле, - ти һалды. – Һин үҙең беҙгә кил йәме, ҡыҙым?..
- Мин һинең ҡыҙың түгел!.. – ошо мәлдә ҡыҙ күҙендә өләсәһе мәскәй әбейгә әйләнде, ул шул тиклем йәмһеҙ бер ҡарсыҡ булып күренде. Өләсәһе сыҡҡас, Әлфиә үҙенә урын тапманы, түҙмәне, үҙе лә уның артынан атланы. Был мәлдә өләсәһе бына ошо тимер лейканы тотоп баҡсанан сығып килә ине.
- Теймә, урынына ҡуй минең атайымдың лейкаһын! – тип бесәй етеҙлеге менән өләсәһенең ҡулына барып йәбешкәнен һиҙмәй ҙә ҡалды Әлфиә. Өләсәһе ташлай һалды ла сығыу яғына ашыҡты. Ҡыҙыҡай лейкаһын ҡосаҡлаған килеш һығылып төштө. Тыйыла алмайынса оҙаҡ иланы ул. Шул мәлдә үҙенә: “Бүтән бер ваҡытта ла атайымдың туғандарын туған тип әйтмәйәсәкмен! Яҡшы уҡыясаҡмын, уларһыҙ ҙа кеше буласаҡмын! ” - тип ант итте. Туғандарына ҡарата шул мәлдә уның кескәй йөрәге ҡатып ҡалды. Ул ваҡытта Әлфиәгә 12- 13 йәштәр ине шикелле. Һүҙен тотто Әлфиә. Ҡатып ҡалған күңеле менән был ҡыйын булманы. Унан, атаһы үлгәндән һуң әсәһен ситкә типкәндәрен күрә-белә йөрөнө бит. Ә бала өсөн иң ҡәҙерле кешеһен ҡыйырһытыуҙарын күреүҙән дә ауырыраҡ нәмә юҡтыр.
Аҙаҡ та ошо ваҡиғаны йыш иҫенә алды Әлфиә. Ниңә килде шунда өләсәһе? Ғөмүмән, ниңә уның әсәһен көндәштәре кеүек күрҙеләр? Әсәһенең күҙ терәп торған кешеләре шулар – атаһының туғандары ине бит! Бәлки, әсәйемдең яҡлаусыһы булмағанға шулай ҡыланғандарҙыр? Әлфиәне үҙҙәренә саҡырғандары, юлда осраһа, һағынып ҡосаҡларға тырышҡандары булды, тик был Әлфиәнең йәнен тағы ла нығыраҡ көйҙөрөп кенә ебәрҙе. Аяғының берен баҫманы уларҙың тупһаһына.
“Их, бер туған ҡустым йә һеңлем булһын ине, икәүебеҙгә еңелерәк булыр ине...” тип йыш илағаны хәтерендә. Ә?!. Әлфиә эсен һыйпап ҡуйҙы. Уға бит шул тиклем ҡайғы-шатлыҡтарын уртаҡлашыр бер туғаны етмәй ине. Бер туғаны... Гөлнурымды ла шул яңғыҙ яҙмышҡа дусар итергә йыйынам түгелме һуң, тигән уй телеп үтте уның мейеһен. Әллә
нисә бала үҫкән ғаиләләге малай-ҡыҙҙарҙың гел бергә уйнағанын, бер-береһен яҡлашҡанын, үҙ-ара талашып китһәләр ҙә, бер-береһе өсөн өҙөлөп торғандарын күреп гел күҙе ҡыҙҙы. Уларға күңелле, тип көнләште. Үҙе лә күп балалар янына уйнарға ҡаса ине. Хәҙер ул ваҡыттағы кисерештәре онотолған. Шулай уҡ ҡаты бәғерлегә әйләндеме икән ни Әлфиә? Иректәр менән аралашмай дөрөҫ эшләйме? Өләсәһенең Ләлә апайҙы яҡын итеп ҡабул итә алмауында уларҙың ни ғәйебе? “Туғандарыңдан ситләшеп, һин дөрөҫ эшләмәйһең, ҡыҙым, - тиер ине әсәһе лә. – Улар һине үҙ итеп саҡырып тора бит, йән тартмаһа ла ҡан тарта ул”. Әлфиә, шулай булмаһа ярар ине, тип көлдө генә. Ә бына Нурисламдар ике-өс туғандары менән дә шул тиклем татыуҙар. Ул үҙен улар араһында һис тә килен итеп тоймай, сөнки үҙҙәре быға юл ҡуймайҙар, ихтирам итеп, яратып торалар. Шуғалыр ҙа инде Әлфиә бер ваҡытта ла үҙенең яңғыҙлығын һиҙмәне. Әгәр иренең дә туғандары булмаһа?.. Икеһен япа-яңғыҙ итеп күҙ алдына килтергәс, уға тағы ла ҡыйыныраҡ булып китте.
Өйҙән сыҡҡан Нурислам менән Ирек баҡсала үкһеп илап ултырған Әлфиәне күреп ҡурҡып киттеләр.
- Әлфиә, ни булды?! – Нурислам сүкәйеп ултырған ҡатынын күтәреп баҫтырҙы. Әлфиә ҡулындағы лейканы ҡыҫып тотҡайны. Иренең ҡосағынан ысҡынып, Иреккә ынтылды.
- Ирек, ошоно минең өй музейына бүләк ит әле?
- Ал кәнишнә, ташларға йәлке булды ла, ултыра шунда ҡый булып.
- Ирек, рәхмәт, әл дә ташламағанһың! Күп нәмәгә төшөнөргә ярҙам итте ул миңә бөгөн... – тип лейканы күкрәгенә нығыраҡ ҡыҫты. Унан иренә әйләнеп йылмайҙы. – Ә һиңә... һәм Гөлнурға... әйтә торған хәбәрем бар...
- Ә мин беләм... – тип күҙ ҡыҫты Нурисламы яуап итеп...
Гөлнара Мостафина.
Читайте нас: