Өфөлә канализацион ҡоҙоҡҡа төшөп ике ир тонсоғоп һәләк булған. Аяныслы ваҡиға 19 апрелдә теркәлгән.Канализацион люкта ике ирҙең тонсоғоуы тураһындағы хәбәр Система-112 шылтыратыуҙарҙы ҡабул итеү үҙәгенә килә.Әлбиттә, фажиғә тураһында хәбәр алғас та, ваҡиға урынына полиция, медицина хеһмәткәрҙәре һәм ҡотҡарыусылар тиҙ арала килеп етә. Үкенесле, зыян күреүселәргә табиптар ярҙам итә алмай - 2000 һәм 1985 йылғы ирҙәр урында уҡ йән бирә."Канализацион ҡоҙоҡ төбөндә газ йыйылыуы ихтимал, был йыйылған газ тын алырға яраҡһыҙ булған, тимәк. Әле ваҡиға урынында тәфтишселәр тикшереү эше алып бара", - тип хәбәр итәләр Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының дәүләт комитетынан.