Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Апрель 2020, 18:15

92 йәшлек әбейҙе көсләй яҙған

Саҡмағош районында ҡот осҡос хәл була яҙған. Мәғлүм булыуынса, 36 йәшлек ир әбейҙе мәсхәрәләргә ниәтләгән.

Саҡмағош районында ҡот осҡос хәл була яҙған. Мәғлүм булыуынса, 36 йәшлек ир әбейҙе мәсхәрәләргә ниәтләгән.
Был ғибрәтле хәл уҙған йомала була. Кис 92 йәшлек оло ғына инәйҙең өйөнә 36 йәшлек ир баҫып килеп инә. Ул хужабикәне ныҡ итеп туҡмай, етмәһә, көсләргә маташа.
Был енәйәттән һуң ирҙе ҡулға алғандар. Ауылда йәшәгән эшһеҙ әҙәм шунда уҡ ғәйебен таныған. Әле тәртип һаҡлау органдары хәлгә асыҡлыҡ индерә.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, өйҙә ултырыу ваҡыты булһа ла, енәйәтселәрҙән ҡурсаланыу һәр саҡта ла килеп сыҡмай шул. Шуға ла уялыҡты юғалтырға ярамай, туғандарыбыҙға иғтибарлы булайыҡ, хәлдәрен телефон аша булһа ла белешеп, кәңәштәр биреп торайыҡ. Кәрәк саҡта ярҙам ҡулы һуҙайыҡ, яңғыҙ ҡалдырмайыҡ.
Фото: zhel.city
Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас: