Яйыҡ
-29 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Апрель 2020, 18:10

Ҡасан йылыта?

Башгидромет синоптиктары республикаға йылының ҡасан килерен хәбәр итте.

Башгидромет синоптиктары республикаға йылының ҡасан килерен хәбәр итте. Аҙна аҙағында ғына һауа температураһы күтәрелә башлай, 25 апрелдә +5,+10 градусҡаса йылыта. 26 апрелдән температураның нығыраҡ күтәрелеүе көтөлә.
Ә әлегә алдағы көндәрҙә һалҡын булыуы көтөлә. 23 апрелдән башлап температура фоны норманан 3-5 градустан түбән була. Һауа температураһы төнгө сәғәттәрҙә 0,-5, көндөҙ +1,+7 градусҡа тиклем. Ваҡыты менән бер ямғыр һәм епшек ҡар яуыуы мөмкин. Урыны менән ағастарға һәм тимер сымдарға епшек ҡар һырыуы, төндә һәм иртән юлдарҙа боҙлауыҡ күренештәре көтөлә. Ҡайһы бер көндә елдең тиҙлеге секундына 15-20 метрға етеүе ихтимал.
http://www.bashinform.ru/news/1442013-sinoptiki-bashgidrometa-soobshchili-kogda-v-respubliku-pridet-intensivnoe-teplo-/
Читайте нас в