Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Апрель 2020, 18:20

"Беҙ бит коронавирустан зыян күрҙек..."

Ҡазанда "Элвин Грей" лейблының директорынан лизингка алынған "Toyota Land Cruiser 200" автомобилен тартып алғандар.

Ҡазанда "Элвин Грей" лейблының директорынан лизингка алынған "Toyota Land Cruiser 200" автомобилен тартып алғандар.
Танылған лизинг компанияһы быны 1,5 ай дауамында түләүҙе ваҡытында индермәгән өсөн эшләгән, тип яҙа "Бизнес онлайн". Хитмейкер Бабек Мамедрзаев йөрөгән ҡыйбатлы машинаны эвакуатор менән алып киткәндәр. Хужаһы һүҙҙәренә ҡарағанда, был ваҡытта автомобилгә зыян да килгән.
"Әлеге ауыр мәлдә барлыҡ компаниялар түләүҙе бер аҙ ваҡытҡа кисектереп тороу буйынса ҡарар ҡабул итергә әҙер, ә был, минеңсә, 90-сы йылдарҙағы кеүек варвар алымдары ҡулланып башҡарылған эш, - тигән фекерҙә хитмейкер. - Беҙ түләүҙән баш тартманыҡ, улар менән һөйләшеүҙәр алып барҙыҡ, рәсми хаттар яҙҙыҡ, сөнки беҙҙең компания коронавирус мәлендә зыян күрҙе. Тик, был - һеҙҙең проблема, беҙҙе борсомай — түләгеҙ, тинеләр".
Машинаны кире тартып алған компанияның генераль директоры аңлатыуынса иһә, лизинг түләүҙәрен индереү ике ай элек үк туҡтаған, бынан тыш, әлегә тиклем страховка (каско) түләнмәгән...
Фото: Ok.ru
Автор: Самат Ғәлин
Читайте нас: