БЕР ҒАИЛӘ ЯҘМЫШЫ.Зилә үҙе эшләгән төркөмгә йөрөй башлаған ошо ике балаға ҡарай ҙа, иҫе китә: шундайын да аҡыллы, тәртипле булырҙар икән! Ҡосаҡлап һөйгө генә килеп тора. Үҙҙәре лә ылығып бара. Ата-әсәнең вайымһыҙлығы ғына аптырата тәрбиәсене. Аралары йәш ярым булған малай менән ҡыҙҙы күп ваҡыт йә күршеләре үҙҙәренекеләр менән ҡуша алып ҡайта, йә аталары бик һуңлап килә.Әсәй кешенең өс йыл элек өйҙән сығып китеүен белгәс, ғәжәпкә ҡала Зилә. Нисек инде? Үҙ балаларын?! Улына бер йәш тирәһе генә булған бит! Бындай ҙа вәхшилекте башына һыйҙыра алмай аҙаплана. Шунан һуң Зилә атай кешенең хәлен аңлай, был балаларҙы айырыуса яҡын күрә башлай. Ысын күңелдән йәлләй уларҙы.Шулай ҙа Радик менән яҡындан танышырға насип була. 31 декабрь ата-әсәләргә балаларҙы сәғәт 4-5-тәргә алып бөтөргә ҡушыла. Һәр кемдең Яңы йылды әҙәмсә ҡаршылағыһы килә бит. Сәғәт алтыла Зилә менә әлеге ике баланан башҡа баҡсала бер кем дә ҡалмай.. “Ярай, - тип йыуата ул үҙен. – Төнө буйы ултырмам әле…” Әммә ете тула, һигеҙ ҙә… балаларҙы алырға ашыҡмайҙар. Үс иткәндәй, атай кешенең дә, күршеләренең дә телефоны яуап бирмәй. Ни уйларға ла белмәй Зилә. Бүтән ваҡытта төнгө ҡарауылсы янына ултыртыр ҙа китер ине, әле эске бер тауыш уларҙың янында булырға ҡуша. Ахырҙа, адресы яҙылған ҡағыҙ киҫәген ҡалдыра ла, балаларҙы алып ҡайтып китә. Радик бик һуң, сәғәт ун бер тирәләрендә генә шылтырата. Дауахананан. Ни эшләргә белмәй аптыранып ултырған Зилә тиҙ генә йыйына ла, малай менән ҡыҙҙы етәкләп, сумкаһына емештәр, тәмлекәстәр тултырып, шампан шарабын һалып алып, уның янына ашыға. Байрамы барыбер боҙолғайны инде.Радик үҙе үлемдән саҡ ҡалһа ла (эшен тиҙерәк тамамларға ашығып, бейектән ҡолап төшә), Зиләнең байрамды әҙәмсә үткәрә алмауы өсөн бик борсола. Ҡыҙ иһә хәлдәрҙең ошолай боролош алыуына, тыштан һиҙҙермәһә лә, шатлана ғына. Берҙән, Яңы йылды ошо рәүешле беренсе тапҡыр ҡаршы алыуы. Икенсенән, яңғыҙлыҡтан ҡотолоуы. Ғәжәп, сихри төн була был уның өсөн. Ошо төндә ул бинтҡа уралып хәрәкәтһеҙ ятҡан кешегә үҙенең битараф түгеллеген аңлай. Ғүмер буйы Радикты ғына көткәндер кеүек тойола уға.Күрше карауаттағы әҙәм Яңы йылды ҡаршы алырға өйөнә ҡайтып киткән була, арыған балалар шунда ятып йоҡоға тала, ә Зилә менән Радик таңға саҡлы һөйләшеп сыға.Радик ҡатынына яратып өйләнә. Ул үҙе тыныс, баҫалҡы булғанғамы, шуҡ, йылмаяҡ ҡыҙ шунда уҡ күңелен арбай. Уның: “Донъяла бер йәшәйбеҙ”, - тип “рәхәтләнеп” байрам итеүҙәренә лә, тәмәке тартыуына ла әһәмиәт бирмәй, үҫмерлек шаярыуы, тип көлөп кенә ҡарай (улар өйләнешкәндә кәләшенә 18 генә йәш була). Әммә хәлдәрҙең етдилегенә һуңлап ҡына төшөнә. Етмәһә, был шаталаҡ ҡыҙҙың шайтан эсемлектәре менән бергә ир-егеттәрҙән дә баш тартмауы асыҡлана. Быны оҙаҡ тормай дәлилләп тә ҡуя: балаларҙы Радикка ҡалдырып, кемгәлер эйәреп сығып китә. Ул ваҡытта улына бер йәш кенә була. Туғандары төрлөсә кәңәш биреп ҡарай: балалар йортона тапшырырға, тиҙ генә яңынан өйләнергә, туғандарына бирергә һ.б. Уларҙың һүҙҙәренә ҡолаҡ та һалмай Радик, үҙем үҫтерәм, ҡыҫылмағыҙ, тип өҙә һуға һәм әсәй кешенән кәм тәрбиәләмәй балаларын. Өҫтәре бөтөн, тәмле-татлынан өҙөлмәйҙәр, улар менән уйнарға, аралашырға ла ваҡыт таба. Аллаға шөкөр, туғандары, дуҫтары, күршеләре ярҙамдарынан айырмай. Тик бына… әсә һөйөүен, әсә наҙын ғына бер кем дә бирә алмай, шуға йөрәге әрней. Бик ныҡ ҡурҡҡан мәлдәрҙә, берәй нәмә булһа, бер ҙә аталарын саҡырмай улар ярҙамға, ә йөрәк өҙөп “әсәй!” тип ҡысҡыралар икән.Икенсе көнөнә күңеле тулып ҡайта өйөнә Зилә. Ни эшләргә лә, ни уйларға ла белмәй аптырана. Радик әйткәнсә, балаларын өләсәләренә алып бара. Тыныслығы ла улар янында тороп ҡалғандай була. Ошо ике сабый тип кенә ашыға башлай ул көн дә эшенә. Бар мәғәнәне уларҙа күрә. “Мәшәҡәтләнмә” тиеүенә ҡарамаҫтан, Радиктың да әленән-әле хәлен белешеп тора. Балалар йылы мөғәмәләгә битараф ҡала алмай, әкренләп Зилә апаларына эҫенә.Ата-әсәләренең, дуҫтарының өгөтөнә күнә Радик, ярты йылдан улар өйләнешә. Бәләкәстәренең ҡыуанысының сиге булмай. Шулай матур ғына йәшәп ятҡанда, был хәбәрҙе ишетеп, теләһә ҡайҙа, теләһә кем менән көн үткәргән беренсе ҡатыны ҡайтып төшә. Минең балаларыма сит ҡатындың хоҡуғы юҡ, тип яр һала. Әммә был мәлгә улы ла, ҡыҙы ла әсәләрен онотоп өлгөргән була шул, һөмһөрө ҡойолоп торған ҡатынға яҡын да бармайҙар. Уларҙың хәҙер Зилә әсәйҙәре бар. Яңы тормош башлаған ғаиләне байтаҡ ҡына ҡаңғыртҡандан һуң, ниһайәт, йәнә юҡҡа сыға кәкүк әсәй. Зилә лә, балалар ҙа еңел тын ала. Әммә иртәрәк тынысланған икән. Бер көндө Радик эсеп ҡайта. Ҡатыны өсөн ҙур яңылыҡ була был. Уның аптыраулы ҡарашына: “Нимә, мин кеше түгелме ни?” тип мығырлай. Йәшел йылан менән алдан да дуҫлығы булмай уның, ҡатыны сығып киткәс, ауыҙына бөтөнләй алмай. Әммә әлеге хәлдән һуң эштә тотҡарланыуҙары, эсеүҙәре, янъял ҡуптарыуҙары йышая. Зилә башта иғтибар итмәҫкә, ирен төрлөсә аҡларға, аңларға тырыша. Әммә һаман да упҡынға тәгәрәүен дауам иткәс, аптыранып ҡала. Таныштары араһында ла имеш-мимеш хәбәр тарала. Кемдәрҙер: “Тәүге ҡатынын ярата ине бит, яңынан бара башлаған икән”, - тип юрай. Икенселәре: “Берәй һөйәркәһе барҙыр”, - ти. Өсөнсөләре: “Тәүге ҡатыны арбап киткәндер”, - тип утҡа кәрәсин һибә, сөнки Зилә үҙе лә һуңғыһы тураһында нығыраҡ уйлана. Эсеүгә ынтылып та ҡарамаған кеше нисек улай ҡапыл ғына боҙолоп китһен ти?! Зилә бик ауыр кисерә быны. Керпек тә ҡаҡмай үткәргән төндәре йышая. Ул бит Радикты яратып сыҡҡайны кейәүгә. Әллә “яратам” тип үҙ-үҙен алданы ғынамы? Бәлки, төп сәбәп балаларҙа, уларҙы йәлләүҙә булғандыр?“Сабыйыбыҙ тыуғас, бәлки, аҡылына ултырыр”, - тигән өмөтө лә бушҡа була. Үҙгәрмәй ир кеше. “Ваҡытында эсмәнем дә, йөрөмәнем дә, балаларҙы үҙем ҡараным!..” – тип аңлата ул сәйер ҡылығын. “Ниндәй ғәйебем бар һуң?! Балаларыңды мин ташлап китмәнем бит һуң”, - тип Зиләнең иңрәүҙәре яуапһыҙ ҡала. Ата-әсәнең дә һүҙҙәре, тырышлығы стенаға борсаҡ менән бәргәндәй генә тәьҫир итә. Улы менән ҡыҙы иһә гел Зилә әсәләре янында. Иҫерек аталарынан ҡурҡа улар. Шуның һайын тегеһенең ене нығыраҡ ҡуба. Хатта, балаларҙы миңә ҡаршы ҡотортаһың тип, ҡатынына ҡул күтәрергә лә тартынмай. Тиҙҙән эшенән ҡолаҡ ҡаға, айныҡ саҡтарында унан-бынан тапҡан аҡсаға һәм балалар пособиеһына ғына көн күрәләр. Шулай уларҙың тормошона ҡара көндәр килә. Зиләнең был ауырлыҡ менән көрәшергә тәҡәте етмәй. Бөгөлөп төшә. Бер көн килеп иренән айырылырға мәжбүр була. Радиктың улы менән ҡыҙы аталары менән йәшәргә теләмәгәс, Зилә, иренең оло йәштәге ата-әсәһе менән кәңәшләшеп, балаларҙы үҙендә ҡалдырыуға өлгәшә. Ғәжәп, был юлы Радик юлын ҡыймай уның. Бәлки, тулыһынса иреккә сығыуына шатланған ғыналыр?Радик ятаҡтағы бүлмәһенә ҡайта. Күптәр, бәлки шунан һуң аҡылына килер, тип ышана. Әммә уларҙың был өмөттәре лә аҡланмай. Киреһенсә, ул упҡынға тәгәрәүен дауам итә. Тыныс, үҙ алдына ғына йәшәп тик ятһа бер хәл, Зилә менән балаларҙы ҡаңғырта. Зиләне йә бүтән ирҙәрҙән көнләшеп, йә аҡса һорап бимазалаһа, балаларҙы “Мин һеҙҙең атайығыҙ! Шулай булғас, тыңларға тейешһегеҙ” тип илатып бөтөрә. Ата-әсәһен дә “минең балаларымды сит кешегә бирҙегеҙ” тип йәберләй.Ире менән айырылғандың икенсе көнөнә үк Зилә балаларҙы үҙендә алып ҡалыуына үкенеп тә ҡуя. Кинәт кенә үҙгәрә улар. Улы, нисектер, баҫылып ҡалһа, ҡыҙы, киреһенсә, теш күрһәтә. Тышта йөрөп киләм, тип урамға сығып китә лә, юғала. Телефонын алмай, йә бөтөнләй һүндереп ҡуя. Тәртиптәре насар ҡыҙҙар менән дуҫлаша. Асыҡтан-асыҡ һөйләшәм тиһә, тыңламай, иренен турһайтып бүлмәһенә инеп китә лә бикләнә. Ҡайһы берҙә барыһын да аңлағандай булып, һин дә мин йөрөп ала ла, тиҙҙән барыһы ла яңынан башлана. Зиләнең инәлеүҙәренән ниндәйҙер бер ләззәт тапҡандай ул.Әммә һәр нәмәнең дә берәй ваҡыт ахыры була. Шулай йөрөй торғас, машина аҫтында ҡала Радик. Дауаханала уның һөйәктәрен өр-яңынан йыялар. Отпускы алып, Зиләгә уны тәрбиәләргә тура килә. Сөнки, аталарының хәлен ишеткәс, балалары ныҡ ҡайғыра. Уның бәхетһеҙлегендә Зиләне ғәйепләйҙәр, атайыбыҙ менән йәшәйәсәкбеҙ тип ҡурҡыталар.Дауахананан инвалид Радикты үҙенә алып ҡайта Зилә. Бынан ары эсмәй ир кеше, әммә үҙ эсенә йомола. Көндәр буйы бер нәмә лә өндәшмәйенсә бер нөктәгә текәлеп ултырырға ғәҙәтләнеп китә. Ашатһалар, ашай, һораһалар, ҡыҫҡа ғына итеп яуап бирә, ят тиһәләр, ята, тор тиһәләр, тора. Йөрөй алмауына, кеше елкәһендә имгәк булып ятыуына ғәрләнәме, элеккеләре өсөн үкенәме, аңлай алмай Зилә. Эш, йорт, балалар араһында өҙгөләнеп, үҙе лә ярайһы ғына арый. Күҙгә күренеп ябыға. Барыһына ла үҙен генә ғәйепләй. “Радик мине тамсы ла яратмай ине бит, - ти ул. – Шуны белә тороп уға тағылып тигәндәй кейәүгә сыҡтым. Балаларымды тартып алдың, миңә уларҙы ҡаршы ҡуйҙың, тип бәлки ул дөрөҫөн дә әйтәлер…”Бер көн эштән ҡайтҡанында үле килеш таба уны Зилә. Ултырғысынан ҡолап, шыуышып барған да, батареяға аҫылынған… Уның артынан күп тә тормай, ҡайғынан атаһы менән әсәһе лә теге донъяға юллана. Зилә өс бала менән яңғыҙы тороп ҡала. Унан да яҡыныраҡ кеше юҡлығын аңлапмы, ҡыҙы баҫыла, дуҫына, терәгенә әйләнә.Аҙаҡ, барыһы ла бер аҙ онотолоуға, тормошонда Юламан осрай. Ҡала ситендәге өйөн өс бүлмәле фатирға алыштырып, Зиләләргә күрше булып килә. Ҡатыны үлеп ҡалған. Ике балаһын яңғыҙы тәрбиәләй. Ниндәй йомош төшһә лә, Юламан уларҙың ишеген ҡаға. Тиҙҙән балалар дуҫлашып китә, ике етем ғаилә шулай тығыҙ аралаша башлай. Юламан бергә йәшәргә тәҡдим яһағас, Зиләнең башына “әллә бәхетемде йәнә берҙе һынап ҡарарғамы” тигән уй килә. Әммә оҙаҡҡа түгел. Шул мәлдә үк күҙ алдына Радик һәм уның менән йәшәлгән аңлайышһыҙ ғүмере килеп баҫа. Ул да шулай уҡ ике бала атаһы ине, эсмәне-тартманы, тип фекер йөрөтә ул. Барыһын да өр-яңынан кисерергәме ни? Унан “Үлһәм дә риза булмаясаҡмын!” тигән ҡарарға килә. Өс бала менән ҡыйынлыҡтарҙы еңә-еңә яңғыҙ йәшәүен дауам итә.Юламанға ла еңел түгел. Малайҙар булһа, нисек тә уртаҡ тел табыр ине, ҡыҙҙар менән ауырыраҡ шул. Зиләгә юҡҡа ураған һайын мөрәжәғәт итәме ни? Унан, күршеһенең ҡыҙҙар менән нисек һөйләшкәнен, быларының уға ылығып барыуын, ниндәйҙер ул белмәгән серҙәре барлыҡҡа килеүен күреп йөрөй бит. Үлгән артынан үлеп булмай, яңынан ғаилә ҡорорға кәрәк икәнлеген йөрәге менән аңлай ҙа бит, әммә кем етте шуның менән дә ҡушыла алмай шул. Көслө хистәр татымаған хәлдә лә, ихтирам итерлек, бер-береңде аңларлыҡ кеше табыу шарт. Ә Зиләне тәү күреүҙә үк оҡшата ул. Кейәүгә сығырға ризалашһа, яҡшы булыр ине лә… Балаларҙы ни… ҡарарҙар ине әле. “Сит кешенең балаһын бағырға теләмәйҙер” тигән ҡарарға килә ахырҙа.Зилә иһә, балалар менән эшләгәнгәме, ысынап та бәләкәстәр күңеленә юлды тиҙ таба. Ниндәй холоҡло булыуҙарына ҡармаҫтан, уларҙы ярата белә. Юламандың ҡыҙҙары менән дә, үҙе лә һиҙмәҫтән, тиҙ генә дуҫлашып китә. Өлкән апайҙары кеүек була ул уларға.Шулай, бер-береһенә ярҙам итешә-итешә, ике арала байтаҡ ҡына йәшәп ташлайҙар. Зиләнең йөрәк яраһы тәрән булып сыға. Инде хәҙер һыуыҡ сәйҙе лә өрөп эсергә өйрәнгәнлектән, икенсе тапҡырға иңенә ҙур йөк алырға ҡурҡа ул. Унан, үҙенең генә түгел, Радиктың балалары ла уның яуаплылығында бит. Юламан да ете ят кешенең балаһын көтөргә атлығып тормаҫ…Томош юлдары ҡатмарлы. Бәхетен ҡайҙа табырын һәм ҡайҙа уны юғалтырын белмәй кеше. Зилә лә бар ғүмерен барлап сыға ла, хайран ҡала. Юламан менән бәхетле ғаилә ҡорор өсөн шул тиклем оҙон юл үтергә кәрәк булдымы икән ни уға? Ә Радиктың яҙмышын нисек аңларға? “Мин генә уны бәхетһеҙ иттем, минең арҡала ғына эскегә һабышты. Юҡһа бынамын иттереп йәшәп ята ине бит” тигән эске ғәйеп тойғоһо оҙаҡ ғазаплай Зиләне.Бөгөнгө көндә Зилә менән Юламан татыу ғаилә булып бергә йәшәй. Кемеһе кемдең балаһы икәнен үҙҙәре лә белмәй улар хәҙер. Барыһына ла белем биреп, һөнәрле итеп, тормош юлына аяҡ баҫтырғандар. Яндарында һуңлап ҡына тапҡан төпсөктәре күңелдәрен иркәләй.Ошо ғаиләне күҙ алдына килтерәһең дә, үҙенең ғәзиз балаһына баш була алмағандарға аптырайһың. Ҡаға, һуға, ташлап сығып китә, хәлдәрен һорашырға ла ваҡыт тапмай. Ғүмер биргәс, уларҙы аяҡҡа баҫтырыу, кеше итеү һинең бурысың түгелме ни?Зилә менән Юламанға ла бала үҫтереү еңелдән бирелмәй. Үҫмер саҡтарында: “Һин минең әсәйем (атайым) түгел!” тип баш бирмәй, бар донъяға үпкәләп, асыуланып йөрөгән мәлдәрендә уларҙы аңларлыҡ, яңылыш юлға баҫыуҙарынан аралап ҡалырлыҡ көс табыуы, ай-һай, анһат булмай. Үҙеңдең балаңды әрләп, һуғып та ебәрергә мөмкин бындай мәлдә, ә кешенекенә алдан уйлап, рәнйетмәҫлек, әммә башына һеңерлек итеп аңлатырлыҡ ысулдар табырға тейешһең. Уларҙың күңеле былай ҙа китек. Шуныһы ҡыуаныслы: ниндәй генә ауыр юлдарҙан үтергә тура килмәһен, бөгөн ата-әсә оло рәхмәт һүҙҙәре генә ишетә. Тимәк, ғүмерҙәре зая уҙмаған…Гөлнара Мостафина.