Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Апрель 2020, 12:00

“ФӘН” МИЛЛИ ПРОЕКТЫ ҒАЛИМДАРҒА ҘУР МӨМКИНЛЕКТӘР БИРӘ

Илебеҙҙә, шул иҫәптән, Башҡортостанда өҫтөнлөклө милли проекттарҙың барыһы ла уңышлы тормошҡа ашырыла. Әйткәндәй, “Фән” милли проекты асыш яһау йәһәтенән ғалимдарға ҙур мөмкинлектәр бирә.

Илебеҙҙә, шул иҫәптән, Башҡортостанда өҫтөнлөклө милли проекттарҙың барыһы ла уңышлы тормошҡа ашырыла. Әйткәндәй, “Фән” милли проекты асыш яһау йәһәтенән ғалимдарға ҙур мөмкинлектәр бирә.
Рәсәй Президенты Владимир Путин билдәләүенсә, халыҡтың йәшәү кимәлен күтәреү, белем сифатын арттырыу, һаулыҡ һаҡлауға иғтибарҙы йүнәлтеү, шулай уҡ ғаиләләрҙе ярҙамдан өҙмәү һәм фәҡирлеккә юл ҡуймау – мөҡәддәс бурыстарҙың береһе.
“Фән” өҫтөнлөклө милли проекты буйынса Башҡорт дәүләт медицина университеты бер нисә йүнәлештә уй-ниәтен бойомға ашыра. Мәҫәлән, белем усағында Милли технологик инициативаның ике компетенция үҙәге төҙөлөүе күҙ уңында тотола. Ул “үтә күренмәле” технология йәһәтенән инновацион эшләнмәләрҙе булдырыуға юл асасаҡ.
Башҡорт дәүләт медицина университетынан хәбәр итеүҙәренсә, ғалимдар быға тиклем дә инновацион эҙләнеүҙәр менән шөғөлләнгән, бынан ары был өлкәлә эштәр тағы ла әүҙемләшәсәк.
– Ябай ғына итеп аңлатҡанда, “Фән” милли проекты мүкләнеп ятҡан ташты ҡуҙғатыуға тиң, – тип һөйләй фән кандидаты Гөлсинә Бүләкова. – Уның күп башланғыстарға этәргес биреүе, шул хәтлем отошло. Эҙләнеү эштәрен ҡайһылайтып алып бара алмай икеләнгәндә яҡшы йүнәлеш бирҙе. Барыһын да белеү ҙә мөмкин түгел, ә бит уға дәүләт тарафынан төшкә лә инмәгән сығымдар йүнәлтелеүен телгә алыу артыҡ.
Илдар Аҡюлов.
Фото: yandex.by
Читайте нас: