Яйыҡ
-2 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Апрель 2020, 18:45

Кешелеккә тоғролоҡ

– Иҙрис, бер тапҡыр ғына хыянат итергә ирек бир, – Нәфисә төшкө аш мәлендә ҡапыл иренә ҡараны. – Түҙерлек әмәлем ҡалманы. Рөхсәт ит, зинһар.Ашыҡмай ғына ашап ултырған ир был хәбәрҙәнме, әллә эргәһендә осоп йөрөгән һағыҙаҡтан ҡотолоу өсөнмө, тәүҙә ҡалағын өҫтәлгә ҡуйҙы, шунан ҡулдары менән һелтәнеп бөжәкте ҡыуҙы. Яңынан ҡалағына теймәне. Ҡалҡынды. Ярһыманы. Ҡатынына мөлдөрәп ҡараны. Был ҡараштан Нәфисә лә ҡалҡынды:– Мин балаһыҙ йәшәй алмайым, аңла, – тип шыбырҙаны уныһы нишләптер. – Башҡаса бауырыма баҫыр хәсрәтем юҡ минең.Иҙрис, оҙаҡ ҡарап торғандан һуң, сығыр өсөн ишек тотҡаһына тотондо ла ҡатынына боролдо:– Һинең тормошоңдан китергә кәрәктер миңә, Нәфисә?– Юҡ, юҡ, китмә, мәңге китмә! – тип ҡатыны уның янына йүгереп килде. Уның был һүҙҙәренә иғтибар ҙа бирмәй ир ишекте һаҡ ҡына ябып тышҡа сыҡты.

Кешелеккә тоғролоҡДарить себя — не значит продавать.И рядом спать — не значит переспать.Не отомстить — не значит все простить.Не рядом быть — не значит не любить!Омар Хайям– Иҙрис, бер тапҡыр ғына хыянат итергә ирек бир, – Нәфисә төшкө аш мәлендә ҡапыл иренә ҡараны. – Түҙерлек әмәлем ҡалманы. Рөхсәт ит, зинһар.Ашыҡмай ғына ашап ултырған ир был хәбәрҙәнме, әллә эргәһендә осоп йөрөгән һағыҙаҡтан ҡотолоу өсөнмө, тәүҙә ҡалағын өҫтәлгә ҡуйҙы, шунан ҡулдары менән һелтәнеп бөжәкте ҡыуҙы. Яңынан ҡалағына теймәне. Ҡалҡынды. Ярһыманы. Ҡатынына мөлдөрәп ҡараны. Был ҡараштан Нәфисә лә ҡалҡынды:– Мин балаһыҙ йәшәй алмайым, аңла, – тип шыбырҙаны уныһы нишләптер. – Башҡаса бауырыма баҫыр хәсрәтем юҡ минең.Иҙрис, оҙаҡ ҡарап торғандан һуң, сығыр өсөн ишек тотҡаһына тотондо ла ҡатынына боролдо:– Һинең тормошоңдан китергә кәрәктер миңә, Нәфисә?– Юҡ, юҡ, китмә, мәңге китмә! – тип ҡатыны уның янына йүгереп килде. Уның был һүҙҙәренә иғтибар ҙа бирмәй ир ишекте һаҡ ҡына ябып тышҡа сыҡты.Был хәбәрҙең ҡасан да булһа әйтелерен белә, шуға көтә ине ул, тик улай ҡапыл, бөгөн, һәүетемсә йәшәп ятҡанда, ҡатынының ауыҙынан сығыр тип уйламаны. Дөрөҫөрәге, бындай хәбәрҙе бөтөнләй көтмәне, мин һинән китәм, тип әйтергә тейеш кеүек ине ул. Һигеҙ йыл йәшәнеләр, ә балалары юҡ. Ә йәш бара. Ул үҙе утыҙҙы артылды, хәләле унан ике йәшкә йәшерәк. Тик бит һигеҙ йыл эсендә һаман да һөйөп-һөйөшөп туйғандары юҡ. Һуңғы ике айҙа ғына һөйөклөһөндә ниндәйҙер үҙгәреш һиҙгән кеүек ул. Юҡ, һөйөүҙәре үтмәне. Нәфисәһен мәктәптән ҡайтҡансы юҡһына, ул булмаһа, өйҙә янғаншәмдең яҡтыһы, ауыҙға ҡапҡан һурпаның таты юҡ. Агроном булғас, баҫыу-яландан мотлаҡ сәскә алып ҡайта, шулай һөйгәнен һөйөндөрә. Район үҙәгенә эш менән бер-ике көнгә барып ҡайтһа ҡатыны, үлеп һағына үҙен, ҡайтыр сәғәтен түҙмәй ҡапҡа алдына сығып ҡаршы ала. Эйе, уны әҙ генә күрмәй торһа, ҡояш һүрелгән кеүек. Һигеҙ йыл йәшәп, һис тә унан биҙгәне лә, ялҡҡаны ла юҡ. Нәфисәһе лә уны ярата, белә ул. Дәфтәр, мәктәп эштәре менән һуңлап уның янына килеп ятҡас, уятмаҫ өсөн уның күҙҙәренән, маңлайынан, ирененән һаҡ ҡына һыйпай. Наҙлап ҡына иренен тейгеҙеп ала, “берҙән-берем” тип шыбырҙай. Йоҡлар-йоҡламаҫ ятҡан Иҙрис был ҡытыҡлаған наҙҙан ипле генә йылмая. Рәхәт уға. Ул белә, бындай ҙа яғымлылыҡты, яғылыр-яғылмаҫлыҡ ҡына наҙҙы үтә яратҡан кеше генә бирә ала. Ә бөгөн килеп, хыянат итәм, ти. Бына һиңә мөхәббәт?!Ағасһыҙ йортҡа ҡош ҡунмаҫ, балаһыҙ йортҡа ҡот ҡунмаҫ, тиһәләр ҙә… Йорттары ҡотло ғына кеүек тә. Был Аҡморон ауылына улар, уҡып бөткәс, тәғәйенләнеш буйынса килгәйнеләр. Ете йыл элек. Оҡшаттылар ауылды ла, халҡын да. Ике йылдан бына ошо урында күркәм йорт һатып алдылар. Ҡотло урын, тинеләр. Баҡсаһындағы алмағас ҡына ни тора, йыл да тоҡлап-тоҡлап алма алалар. Ағасы бар йорттоң һайрар ҡоштары ла етерлек, сут-сут килеп көндө уяталар, сут-сут килеп көндө оҙаталар. Өй эсенән дә кеше өҙөлгәне юҡ, дуҫтар, әхирәттәр, күршеләр ингеләп тора. Балалары сыр-сыу килеп өйҙөң аҫтын-өҫкә күтәрһәләр ҙә Нәфисә бер һүҙ ҙә әйтмәй. Бала саҡта шулай шашып та уйнамағас, ти ҙә ҡуя. Ҡунаҡтар ҡайтҡас, ҡолаҡты сыңлатып та, һыҙлатып та тынлыҡ хөкөм һөрөп ала.Балалы өй – баҙар, балаһыҙ өй – тулы зар. Ана шул зар килде лә инде. Күпме уны ҡыуып ҡаранылар, юлын быуҙылар. Тәүҙә, оҙаҡ бала булмаған өйҙә ишек яңаҡтарын алмаштырыу йолаһы бар, тигәс, уныһын да эшләне хужа. Оҫталығы самалы булһа ла, балтаға тәүәккәл генә тотоноп, килтереп сығарҙы тәки. Тик бала ғына был яңы яңаҡлы ишектән килеп сығырға ашыҡманы.Түлһеҙ ҡатындарға яңы шишмә һыуы килешә тигәс, Иҙрис аҙна буйы ауыл ситендә ике әлүмин тимерсыбыҡ менән яңы шишмәэҙләне. Барыбер тапты, ҡаҙа торғас, ике ҡайын араһынан тап-таҙа һыулы уласыҡ ағып китте. Яңы шишмә һыуын биҙрәләп-биҙрәләп алып ҡайтты. Ҡатыны, һыу түгел был, торғаны менән шәрбәт һуты лаһа, тип кинәнеп эскән булды. Шунан икәүһе йырлап-көйләп, ҡысҡырып-шашып:Уңдан бир, һулдан бир!Уйламаған һыуҙан бир!Һыу уңға, һыу һулға!Уйы ташһын түлгә!– тип һамаҡланылар, шул шишмә һыуы менән һибешә-һибешә, көлөшә-шаярыша түшәккә ауғайнылар. Шашып айҡашҡайнылар ҙа. Илерткес төн хәтәр булғайны ла, тик шишмә һыуы ғына көткәнде алып килмәне.Нәфисәһе, һәр ҡунаҡта тиерлек, берәйһе йәш балаһы менән килһә, алдына алып, итәгенә ултыртып һейҙертеп тә ҡараны инде. Был хуш еҫте аңҡытып итәген йыумайса ла йөрөнө. Һиңә хас булмаған еҫ килә, әллә өҫтөңә быҙау ярау ҡылдымы, тип мыҫҡыллағас, туҡтатты.Яҡын-тирәләге бағымсы-дауалаусы ҡалманы. Баҡһаң, сәбәп ҡатында булмаған. Үткән йыл Иҙрис көҙөн бөйөрөнә һыуыҡ үткәреп, район дауаханаһында ятҡанда ап-аҡ сәсле табип әйтте. Йәш саҡта көрәшсе булманығыҙмы, тип һораны уныһы тәүҙә. Эйе, үҫмер сағында, әрмегә китмәҫ борон көрәшеп маташҡайны шул. Табип бил тирәһен тотҡоланы ла, бер тамырығыҙ ҡыҫылған кеүек күренә, балағыҙ бармы исмаһам, тип һораны. Юҡ, тигәс, булмаҫ та ахыры, тип ҡәтғи әйтеп ҡуйҙы. Нишләп, тигәс, үҙемдең күҙәтеүем буйынса, ғәҙәттә ундай ирҙәрҙең орлоғо атаһыҙ була торған, тине. Ҡаты кеше булғандыр ҡартың, ҡәҙимге хәл итеп һөйләне лә ҡуйҙы. Шунан һуң Иҙристең көнө бөттө лә. Ҡайғыһын ҡайтҡас ҡатынына һөйләне. Уныһы, был хәбәргә хатта шатланып китеп, бөтөнләй аптыратты.– Шулай тип уйлағайным да, сәбәп һиндә булғас, дауалап була, –тип һалдырҙы. Баяғы бағымсы-дауалаусыларына йәшерен генә хәҙерИҙрис барып ҡайтты. Тик... ҡарт табиптың, ысынлап та артыҡ ҡаты булһа ла, әйткән ҡарары хаҡлы булып сыҡты, шикелле.Ә Нәфисә бөгөн төшөндә Һауаны, эйе Һауаны, Ерҙәге тәүге әҙәм затының ҡатынын күрҙе. Бына Һаҡмар буйындағы әрәмәлектәге бер ағастан алма өҙөп алды ла Нәфисәгә һуҙҙы. Ошо алманы ашаһаң, балаға уҙырһың, тине. Нәфисә уны алып ҡапты, уныһы ҡаты төшлө муйыл булып сыҡты, үҙе алма кеүек эре, үҙе йәшел. Тик тәмле, шундай тәмле. Һауаның киткән яғына боролоп ҡарағайны, бер малай йүгереп килә. Килде лә уның ҡосағына һыйынды, ҡара ҡашлы, ҡара күҙле үҙе, бик тә Иҙрисенә оҡшағайны. Һөйөнөп уянды Нәфисә. Күктән бер ишара кеүек ҡабул итте төштө ҡатын. Шуға бар ҡыйыулығын йыйып бөгөн иренә өндәште. Хатта ул кем менән хыянат итәсәген дә белә... белә кеүек. Тәүҙә ул мөхәббәтенә ышанып, ышыҡланып йәшәне, шунан да, эшенән дә, бар тормоштан да йәм табып йәшәне. Ни тиклем сыр-сыу килеп балалар янында үтһә лә көнө, ваҡыты-ваҡыты менән эсе бошто, күңеленә хәтәр яҡын уйынсығын юғалтҡан да мәңге таба алмаҫ кеүек әсе һағыш инеп ояланы. Һәр ерҙә йылмайып-көлөп кенә йөрөһә лә, буш өйөндә мәғәнәһеҙ тынлыҡтан башы әйләнде. Һуңғы йылдарҙа өҙөлөп һөйгән Иҙрисе генә ул бушлыҡты тултыра алмай башланы. Ярата ул уны, өҙөлөп ярата. Унһыҙ был тормошон да күҙ алдына килтерә алмай. Донъяла иң ҙур бәхет – мөхәббәтле булыу. Ул мөхәббәтле, уны ла үлеп яратҡан заты янында. Һине яраталар икән, тимәк, һин кемгәлер кәрәк. Быны яҡшы аңлай ул. Шуға уны юғалтҡыһы ла килмәй. Был халәте менән килешеп кенә йәшәп булмаҫын да аңлай. Башҡорт ҡатындары өсөн ир – изге. Күҙ йәшен дә, ҡайғы-хәсрәтен дә көслө ҡатын һәр ергә сәсеп йөрөмәгән, йәшереп һәм йәшенеп кенә эсенән сығарған, ир намыҫын һаҡлаған. Барыһын да эсенә йотоп Нәфисә лә йәшәй ала. Тик… уға бит бала табыу һәләтен лә, теләген лә, мөмкинлеген дә биргән Хоҙай. Тыуҙырғас та, ҡыҙ енесенән итеп яратҡас та, нәҫелеңдең, ҡәүемеңдең, халҡыңдың дауамы һинең буйыңда ята, тип изге бурыс ҡуйған түгелме?! Шул йөк миңә тамырым, ҡаным аша Кешелекбарлыҡҡа килгәндән бирле килә. Ниңә ул миндә туҡтарға тейеш, ти. Минең бит бында ғәйебем юҡ. Икенсенең ғәйебе мине Әсә булыуҙан мәхрүм итә алмай. Ундай хоҡуғы бармы? Төрлө уйҙарҙарҙан уйылды Нәфисә. Хоҡуғы бар, әлбиттә. Ул Хоҙай тарафынан һинең яртың булып ебәрелгән һәм уны түлһеҙ итергә ҡарар ҡылынған икән, һин дә ҡыҫыр, тимәк. Тик ул Әсә булырға теләй. Фанилыҡта иң изге теләк, Тәңре ебәргән иң мөҡәддәс бүләк ошо түгелме һуң? Хатта мөхәббәте аша атлап үтергә лә риза, тик балаһы, дауамы уға: “Әсәй, әсәйем!” – тигән тылсымлы һүҙҙе генә өндәшһен. Әсәй, әсәкәйем…***Иҙрис баҡсалағы эскәмйәгә сығып ултырҙы. Алмағастар сәскә атҡан, еҫенән иҫерергә була. “Ысынлап сығырға ла китергәме? Нәфисә көткән бәхетте мин уға бүләк итә алмайым. Бар һөйөүемде, йөрәгемде, хатта ғүмеремде бирә алам, тик… ул теләгән бәхет орлоғо миндә юҡ. Йәл”.Өйҙөң ишеге асылып ябылды. Нәфисә сыҡты, тимәк. Иҙрис һиҙһә лә, өй яғына боролманы. Нәфисә лә уны шәйләне. Яй ғына атлап килгән аҙымдарын бар йөрәге менән тойҙо ир. Ҡатын шым ғына эскәмйәнең икенсе яҡ ситенә килеп ултырҙы. Кисә булһа, шаулап, бармаҡтарын Иҙристең ҡалын бөҙрә сәстәренә ҡаҙап, икенсе ҡулы менән муйынынан ҡосоп ихахайлап торор ине әле. Бөгөн сымылдыҡҡа инергә оялып торған йәш ҡыҙ кеүек шымып ҡалған. Оҙаҡ тауыш-тынһыҙ, алма сәскәһе еҫенә кинәнеп ултырҙылар. Иҙрис, терһәктәрен тубығына терәп, эйәген усына һалған да шымып ҡалған. Һәр кем үҙ уйында ине. Ир ҡатынына ҡарамаһа ла, уның йөрәгенең дөп-дөп типкәнен ишеткәндәй. Беренсе һүҙҙе ир башланы, дөрөҫөрәге, баяғы һүҙен һуҙҙы.– Һинең тормошоңдан китергә кәрәктер миңә, Нәфисә? Һин бәхетле булһын өсөн... – Үҙе ап-аҡ ҡына сәскәне өҙөп Нәфисәгә тотторҙо. Уныһы сәскәне танауына терәне.– Тәмле, иҫерткес... Тик хәҙер алма булып етешә алманы инде... Мин ғүмерем буйы мәңгелек мөхәббәт тураһында һәм шул хәләл мөхәббәтемдән ике сабый хаҡында хыялландым, – ишетелер-ишетмәҫталғын ғына һөйләне Нәфисә. – Минең генә түгел, барыһының да татлы хыялылыр был. Шөкөр, Аллаһ миңә мәрхәмәтле, уйлағандарым алдыма килә бара. Һин минең мәңгелек мөхәббәтем, Иҙрис. Ә икенсеһе әлегә хыял ғына булып ҡала. Йәшәй-йәшәй шуны аңлай барам, бер мәл күңелем диңгеҙендә, был донъянан һыуһындарым ҡанмай үтәм инде, тигән зар-интизар ғына сайпылмаҫмы, тим. Барыбер нимәлер уйларға кәрәк.– Хыянат бер ваҡытта ла ғәфү ителмәй, быны аңлайһыңдыр. Хыянат янында мөхәббәткә урын юҡ, – тиһә лә, моңһоу сағында ҡалай күркәм үҙе, тип бисәһенә һоҡланып ултырҙы Иҙрис.– Был хыянат түгел, был тоғролоҡ. Әсәлеккә, кешелеккә, кешелектең артабан йәшәүенә тоғролоҡ.– Философ. Һинең тоғролоҡ тип мин кеше балаһын ҡарайыммы шунан? Бар ғәмдең мыҫҡыллы ҡарашын тойоп.– Ул кешенеке түгел, ул һинеке. Мөхәббәтебеҙ хаҡына эшләйем мин уны. Яттар аҫтында ятыр сарсаған дәртем юҡ әле. Миңә орлоҡ ҡына кәрәк.– Мөхәббәтте былай һаҡлап булмаймы? – Ир ҡыҙа барғанын тойҙо.– Нисек яратҡанды беләһең, тик балаһыҙ йәшәп булмай. Мин кибәм, мин балаһыҙ ҡырағайға әйләнә барғанымды тоям. Ә ҡырағайҙарҙың мөхәббәте булмай. Беҙ икебеҙ ҙә ҡырағайлашасаҡбыҙ. Балаһыҙ был йәмғиәт беҙҙе ҡабул итмәйәсәк, – Нәфисә мөлдөрәп иренә ҡараны.– Тик балалы был йортта мин бит артыҡ буласаҡмын. Ул минеке булмаясаҡ, – түҙмәне, ҡысҡырып ебәрҙе ир кеше. Тороп алма ағасы янынан йөрөп килде.– Үҙ буласаҡһың. Быны бер кем дә белмәйәсәк.– Нимәне, хыянаттымы, һөйәреңдеме?– Тыныслан. Һөйәр, имеш… хыянат та түгел, сараһыҙлыҡты… Бер кем белмәйәсәк.– Мин дәме?– Һин дә. Юҡ, һин беләһең уны.– Кем ул?– Кем түгел, һин үҙең ул! Һин, тик һин генә! Минең өсөн башҡа ир юҡ.– Һантыйға һанама, зинһар. Кемдеңдер аҫтына инеп ятырға рөхсәт һорайһың түгелме һуң?– Ул һин буласаҡһың, һин… Башҡа булып та. Һине генә тоясаҡмын, һине генә уйлаясаҡмын. Һәм беҙ мәңге бергә буласаҡбыҙ. Тик берҙе генә ирек бир. Кем икәнен һорама, белә ҡалһаң… атайлыҡ хисең булмаясаҡ, – һуңғы һүҙҙәрен ҡатын күңеленән көскә һөйрәп сығарҙы.– Ә былай шул тормошҡа, шул һаләткә күнеп йәшәргәме? – яңынан ҡатыны янына ултырҙы.– Күнеү кәрәкмәй, аңла, һин – атай. Нисек аңламаҫҡа мөмкин шуны. Мин бит һиңә күңелем, йөрәгем, йәнем, теләгем менән хыянат итмәйем, – тигәс, ауыҙына борос ҡапҡандай йөҙөн һытып ҡуйҙы. – Бөтөнләй итмәйем, мин һиңә тоғро!– Тәнең менән… Мин хатта һине башҡа менән күҙ алдына килтерә алмайым. Отеллоға әйләнәм хәҙер.– Рөхсәт юҡ, тимәк. Яныңда шәмдәй иреп һүнермен, ярай, шулай. Һин дә һулыясаҡһың, – ҡатындың илағыһы килде, түҙҙе, баяғы сәскәне усына һалды ла, битен ҡапланы. Тынлыҡ тағы оҙаҡҡа һуҙылды.– Лайыҡлы ирме һуң? – Иҙристең был һорауы көлкө уятты Нәфисәлә. Тик быны һиҙҙермәне. “Әйтте һүҙ, үҙенән лайыҡ ир бармы һуң, алтынымды минең?!”– Һин минән китһәң дә, мин һинән барыбер бала табасаҡмын. Инанғанмын шуға. Матурлыҡ, мөхәббәт, камиллыҡ, киләсәк хаҡына инаныуым был.– Оһо, ниндәй юғары нота, баш әйләнерлек. Бер гүләйт итеп бала табып бирәм үҙеңә, тип ябайса ғына аңлат та ҡуй, – үҙенең был йәмһеҙ һүҙҙәренән ир үҙе тетрәнде, хатта төкөрөп ҡуйҙы. Шунан ҡапыл ҡатынын ҡосаҡлап алды. – Ғәфү ит, улай тип әйткем килмәгәйне.Нәфисә йылы ҡосаҡта иҙрәп ултыра бирҙе. Шунан тороп алмағасты барып ҡосаҡланы. “Теленән тартып кәрәк иректе алмаһам да, хәлемде аңлаттым. Рөхсәте булмаһын да. Мин нисек хәл итәм, шулай буласаҡ”, – тигән ҡарарға килде. Шунан йөрәк өҙгөс тауыш менән:– Их, ошо алмағас булһам… Тамырҙарыңды ергә ебәр ҙә, йыл да тупылдатып алма бир ҙә тор ине ул, – тине.– Бул һуң алма, мин һине барыбер яратыр инем, – тип бышылданы ире.
***Кемдән орлоҡ аласағын белә ине Нәфисә. Үҙҙәренән ете йорт аша йәшәгән Сара әбейҙең ейәне Рәсүлде һайланы ул. Үҙенән ун йәшкә йәшерәк, балиғ егет. Мәктәптә уҡытманы уны Нәфисә, ситтә йәшәй, өләсәһенә йәйен ҡалдыралар ҙа ҡара көҙҙә алып ҡайтып китәләр икән. Күрәһең, бер ҡайҙа ла эшләмәйҙер, өрлөк бейеклек иргә улай оҙаҡ ауылда ятыу һын да түгел инде. Сара ҡарсыҡ әйтеүенсә, өләсәһенә ҙур ярҙамсы, һәр ҡушҡан йомошон йылдам ғына башҡара икән үҙе. Тик затлы ҡош кеүек, яҙын ҡайта ла көҙөн кире оса. Оҙон ҡыш бауырын ҡарсыҡ яңғыҙы үткәрә.Ҡатындың уны тәү күреүенә лә күп түгел, бер-ике ай ғына. Еңеү көнө алдынан уҡыусы балалары менән “Тимур командаһы” тип Сара ҡарсыҡтың өйөн таҙартырға килгәйнеләр, шунда күрҙе әлеге егетте. Немуй Рәсүл ҡайтҡан, тип балаларҙың шыбырлашыуынан ғына белеп ҡалды. Уның аҡ йөҙөн, зәңгәр күҙҙәрен һәм оҙон сәстәрен күргәс тә уны Йософ пәйғәмбәргә оҡшатты ул. Эйе, Йософҡа. Бала саҡта өләсәһе Ҡол Ғәлиҙең “Ҡиссаһи Йософ”он уға ла, эргә-тирәләге башҡа малай-ҡыҙҙарға ла яттан һөйләй торғайны. Шул тиклем иҫ киткес әкиәт ине ул. Шул саҡта уҡ ул да Зөләйха кеүек Йософҡа ғашиҡ булғайны. Уларҙыҡы кеүек ҡамсы яндырыр көслө мөхәббәте булыуын теләй ине йәш ҡыҙ бала. Өфөлә вузда уҡығанда Иҙрисен тапты. Мөхәббәтле булды. Өләсәһенән әйләнә-килә һөйләтә торғас күп өлөшөн үҙе лә ятлап алғайны был әкиәтте. Буй еткергән егермейәштәрҙәге Йософ-Рәсүлгә күҙ һалғас та, һәр эште баш баҫып итәғәтле генә башҡарыуы, балаларҙың үсекләп өндәшеүҙәренә лә иғтибар итмәй ышаныусан ҡарашы менән бағыуы бер мөғжизә кеүек күренде.“Эй, Йософ йән, миһырбанлы, мөрәүәтле,Холҡоң яҡшы, йөҙөң яҡты, һүҙең татлы.Йәш айҙай нескә ҡаштарың бар,Ынйыларға тиң һинең тештәрең бар,Йофар еҫе килеп торор сәстәрең бар”…Үҙе лә һиҙмәҫтән бала саҡта ҡалған ошо юлдар хәтеренә килде. Сафлыҡтың үҙе ине Сара ҡарсыҡтың ейәне. Пәйғәмбәрлек еле ҡағылыуын ҡағылмағандыр, шулай ҙа бөтәһенән айырып торған бер сәйерлеге бар ине. Һәр кемгә көлөп-йылмайып ҡарауымы, һарыҡ бәрәсенекеләй ялт-йолт килеп һикергеләп атлауымы, эсендә яуызлыҡ юҡ икәнен белдергән йырыҡ ауыҙымы, донъяны үҙенсә ҡабул итергә әҙер антенна кеүек төрлө яҡҡа тырпайышҡан сәстәреме… – барыһы ла уға килешә ине. Хатта кейгән кейеме, артыҡ киң балаҡлы салбары, оҙон еңле күлдәге лә шулай булырға тейеш кеүек күренде уҡытыусыға. Шулай ҙа төп сәйерлеге телһеҙлегендә ине. Сабый сағында үгеҙҙән ҡурҡып телһеҙ ҡалған, тиҙәр. Ул бөтөнләй өн сығармай ҙа ҡалмай, нисектер аңлатырға теләгән кеүек “Һеү-һеү” тигән өнгә оҡшаш бер һүҙҙе төрлө интонация менән әйтеп, үҙ фекерен белдергән дә кеүек. Өмәнән һуң шаулап-гөрләп сәй эскәндә өләсәһенә теге был һый-ниғмәтте ташышты Рәсүл. Шәкәрҙе алып кил әле, Рәсүл”, – тиһә, егет “һеү-һеү” тип тиҙ үк йомошто үтәй. Уныһы “хәҙер-хәҙер” кеүек яңғырағандай ҡолаҡҡа. “Тағы берәй сынаяҡ сәй эсәһеңме, улым?” – тип һораһа, “һеү-һеү” иһә “мөмкин-мөмкин” тигәнде аңлатҡандай. Балаларҙы яғымлы “һеү-һеү” менән ҡыҫтаны, ҡайһы берҙәренең арҡаларынан да һөйөп алды.Бигерәк тә муйыл бәлешен үҙ иткәйне Нәфисә. Баҡһаң, Ҡарлытүбә тигән тауҙан әлеге ейәне йыйған муйылдан бешергән икән уны Сара ҡарсыҡ.– Быйыл бергәләп барырбыҙ, бергәләп йыйырбыҙ, ивет, Рәсүл, – тигән булды уҡытыусы.
Балалар ҙа, бергә барайыҡ, тип ҡыуанышты. Шаярып, бөтөнләй уйланылмай әйтелгән ошо хәбәр һуңынан уйындан уймаҡ сығарасағын Нәфисә белмәй ине әле. Ана шул Рәсүл-Йософ уйға һалды ҡатынды. Юҡ, ғашиҡ булманы ул уға, тик нисектер сарсаған күңел гөлө ошо саф шишмәнән тамсы ғына булһа ла шифалы һыу һорай ине. Нисектер сабыйҙарса уның менән шаярғыһы, хатта ҡысҡырып йыр йырлағыһы, хатта уның телһеҙлегенән әҙ генә мәҙәк яһап көлгөһө, еңелсә генә мыҫҡыллағыһы килеп торҙо. Белә инде, улай ярамағанын белә инде. Телһеҙлеге лә, ауыҙы “йоҙаҡлы булыуы ла” ҡулай ине, шикелле, ҡатынға.
***
Июль аҙаҡтарында муйыл бешкәс, Нәфисә Сара ҡарсыҡтарға китте. Йәй һуҙымында Рәсүлде ул ни бары ике-өс тапҡыр ғына күрҙе. Юлда йә магазинда. Өләсәһе ҡағыҙ тоттороп шулай йомошлай торғайны ейәнен. Егеттең етеҙ хәрәкәттәрен, йылмайыусан йөҙөн күреү ҡатындың дәртен уятты, зиһененә һалынған уй-йомағы үҙ сиселешен яйлап ҡына таба барғанын ул йөрәге елкенеүенән тойҙо. Нисек тә егетте үҙенә ҡаратыу юлын уйланы. Иң мөһиме – ҡапыл өркөтөп ҡуймаҫҡа, тине. Йылмайып һөйләште, телең асылманымы әле, тип шаяртҡан булды. Рәсүл тартынманы, йылмайып ҡарап тик торҙо. Ҡатын ҡулынан тотһа, тартып алманы, киреһенсә, гүзәл заттың йылы тәненән, хушбуй еҫенән аңлата алмаҫлыҡ ләззәт кисерҙе.
– Муйыл бешкән тиҙәр, алып бараһыңмы, Сара әбей? – тип шаулап килеп инде ул көндө Нәфисә.
– Мин ни, хәҙер өсөнсө йыл инде урман һауаһын йотҡаным юҡ таһа. Муйыл, еләк менән ана Рәсүл һыйлай үҙемде. Кәрәк-кәрәкмәгән үләнен дә, дарыу-ағыу япрағын да белер-белмәҫтән ул апҡайта. Ҡартайҙым инде, быуындар һыҙлай, – тип таяғына таянып ҡаршы алды етмешен ҡыуған ҡарсыҡ. – Барыр булһаң, Рәсүлемдең артынан ғына эйәрмәһәң. Ҡарлытүбәлә бик уңған тиҙәр, йыйып хөкүмәткә тапшырыусыл
ыҙ итһәң, арыу була торған. Төшө генә теш араһына инеп йонсотмаһа… – әбекәйгә тыңларға кеше генә булһын, хәбәрен көн оҙононда һөйләргә әҙер.
“Аулаҡта икәү генә сығып китһәк, кеше күрмәҫме, һүҙ сыҡмаҫмы, – тип уйлап алды ҡатын. – Шулай ҙа былай ҙа уңай мәл булмаҫ. Ҡулдан ысҡындырырға ярамай. Бәлки, егеттә берәй төрлө ут-осҡон уята алыр. Дәртлерәк, тәүәккәлерәк ҡыланырға кәрәк”.
Төштән һуң килһәләр ҙә, тиҙ үк ике ҙур биҙрәне тултырҙылар. Рәсүл бик етеҙ булып сыҡты, ағас башына ла менеп йыйҙы. Суҡлы-суҡлы ботаҡтарҙы эйеп бирҙе, ҡайһы берҙәрен һындырып аҫҡа ла ташланы. Был тарафҡа беренсе тапҡыр килмәүен аңлатты. Килгәндә күрер күҙгә бик салынмаһа ла, ҡалҡыу ғына урын булып сыҡты, тау биленән үк тирә-яҡ уста ятҡандай ғына күренде. Алыҫта ауылдың күренгән өйҙәрен һанап, ҡарап ултырып та алдылар. Шешәгә һалып яһап килтергән һөтлө сәйҙе эстеләр, икмәк менән кәнфит ҡушып ашап тамаҡ та ялғап алған булдылар. Нәфисә егеткә нисек тә оҡшарға тырышты, йылмайып уның һәр аҙымын маҡтаны. Бигерәк көслөһөң дә инде, Рәсүл, белмәгән эшең юҡ, ой, ир азаматы, тип ауыҙ һыуын ағыҙҙы. Үҙе егеттең кире яҡтарын да табырға тырышты. Тик нисектер таба алманы. Һәр ҡыланышы, һәр хәрәкәте, йөҙөндә уйнаған һәр һыры ла, нуры ла килешле ине. Асып һалырға теле генә юҡ бахырҙың.
Һөтлө сәйҙе эсеп бөткәс, ҡатын ситкә боролоп һаҡ ҡына кофта төймәләрен ысҡындырҙы. Шунан егеткә борола бирҙе лә, ярым асыҡ түшен ҡаплай биреп:
– Рәсүл, – тип наҙлы ғына өндәште. – Һыуһаныңмы, һөт эскең киләме? – нишләп шулай ымһындырырға булды – үҙе лә аңламаны ҡатын. Янындағы егетте бала тип күреүеме, әллә ҡапыл башҡаһын уйлап тапманымы… Ап-аҡ тулы түштәрен асып һалды ла ҡара төймәләрен бармаҡтары менән һыйпаны. “Һөт тәмле-е” тип һуҙҙы. Бындай “батырлыҡты” көтмәгән Рәсүл тәүҙә һағайып ҡараны, шунан оялышынанмы, ҡурҡышынанмы, һикереп тороп муйыл олонона йәшенде. Күҙен ике ҡулы менән ҡаплап тора биргәс, бармаҡтарын шылдырып аса бирҙе лә ҡатын яғына ҡараны. Ғүмерҙә улай яҡындан
күрмәгән ҡатын-ҡыҙҙың мәрмәр аҡ тәне уны телһеҙ генә түгел, хәҙер күҙһеҙ итә ине. Күҙҙәре ҡамашты. Ул йыш-йыш тын алырға тотондо. Ҡатындың һөттәй ап-аҡ йомро түштәре донъяла уның өсөн иң гүзәл һүрәт, ҡояш кеүек балҡып бешкән ике йомро күмәсте хәтерләтте, шуға ул тәмле лә, йылы ла, нурлы ла, хатта ҡәҙерле лә ине. Ул күҙҙәрен ҙур асып ҡатын яғына ҡарап оҙаҡ торҙо. Ике күҙен ике түштән айыра алманы.
Был ҡараштан ҡатын хатта баҙап ҡалды. Бер аҙ күкрәктәрен ҡаплай бирҙе лә, ҡулын яңынан төшөрҙө. “Ҡиссаи Йософ” иҫенә килде. Үҙен гонаһлы Зөләйха кеүек хис итте. Бер аҙ тартынып оялып киткәндәй булды, тик дәрте лә, хисе лә башҡаға этәрҙе.
Зөләйха тажын һалды, тәхеттән төштө,
Килде вә Йософтоң муйынынан ҡосто.
Тоғро Йософ гонаһ эште кире ҡаҡты,
Бындай аҙғынлыҡты тәңре һөймәҫ имде.
Тәңренән дә, аҙғынлыҡ тигән әшәке һүҙҙән дә ҡурҡмай ине. Сиктән үткәйне. Ҡатындың күпме йылдар бала тип сарсаған дәрте елкендерҙе, бар булмышын биләп алды. Зөләйха кеүек түҙмәй йыртҡыстарса пәйгәмбәрҙе көсләргә әҙер ине. Тик Рәсүл пәйғәмбәр затынан түгел ине. Кешегә, гонаһ ағымына бирешкән телһеҙ әҙәм затына ҡан тамырҙарынан йүгергән ир ҡеүәте көс бирҙе. Эләгә-йығыла ул ҡатын янына килде лә, йомро түштәрҙе шашып имергә, үбергә тотондо. Нәфисә лә шашҡан мәлде ҡулланып ҡалырға ашыҡтымы, наҙлап-һыйпап Рәсүлде сисендерә башланы. Теге бахыр бар тәне менән ҡалтыранды, аңлайышһыҙ өндәр сығарҙы. Ҡатын нисек тә ирен күҙ алдына килтерергә тырышты, бер нисә тапҡыр иренең исемен дә әйтеп маташты. Был гонаһ ҡылмышта ниндәйҙер сафлыҡ тойҙо ҡатын. Тәжрибәһеҙлегеме, ихласлығымы егетте бала кеүек яраттырырға, донъяһын оноттороп наҙларға мәжбүр итте ҡатынды. Егет орлоғон кәрәкле һауытҡа сәскәс ҡатын уны ебәрмәй оҙаҡ ятты, һуңғы тамсыһына саҡлы ул бында ҡалырға тейеш, тип уйланымы, әллә ләззәтенән шулай айырыла алмай бер булдымы... Ята биргәс, егет тағы тәүәккәлләне, быныһын ҡатын ҡәҙимге эш кеүек
ҡабул итте. Егеттең ялбыр сәсле башын ғына һыйпап, наҙ ҙа, артыҡ шатлыҡ та белдермәй:
– Тик был уйынды бер кем дә белмәһен йәме, Рәсүл, – тип кенә бышылданы.
Телһеҙ, эҫенеп өлгөргән гүзәл затҡа сабый ҡарашы менән ҡарап, башын һелкте. Ирҙең күҙҙәренең тәрән төпкөлөндә сумһаң батып үлерлек һағышты күрҙе Нәфисә. Хатта егет уға йәл булып китте. Ҡапыл ҡалҡынып кейенергә тотондо. Яулығын бәйләгәс, Рәсүлгә иғтибар ҙа итмәй, биҙрәһен ҡулына алып ҡайтыу яғына ыңғайланы. Ауылға ингәнсе Рәсүл уны ҡыуып етмәне. Йыраҡта башы эйелеп атлаған шәүләһе генә күренде.
***
Ҡатын тертләп һәр көн нимәлер булыуын көттө. Ашауынан, йоҡоһонан яҙҙы. Иртә таңдан ҡара төнгәсә эштә йөрөгән ире менән һөйләшер һүҙ тапманы, уның ҡарашынан ҡурҡты. Иҙрисе лә ниҙер һиҙгән кеүек унан йыраҡлашҡандан-йыраҡлашты. Гонаһ шомлоғо, был оло Ер шарында бер ниндәй ҙә сер йәшәүгә хоҡуҡлы түгелме икән, тип күңелен шик ҡорттары таланы. Ҡурҡты, кемдер килер ҙә уның йөҙөн йыртыр, ысын гонаһлы асылын асып, бар ғәм алдында оятҡа ҡалдырыр кеүек ине. Тәүге дүрт көн тыныс үтте. Юҡ-бар хәбәр менән ишеген шаҡыусы булманы. Ә бына бишенсе көн…
Ә бына бишенсе көн ҡояш арҡан оҙонлоғондай күтәрелгәс Сара ҡарсыҡ килде. Уны күргәс тә Нәфисә ҡойолоп төштө. Һораштырғылаһа, белә ҡалһа, ни тип яуап бирермен икән, тип үҙен ашаны. Ишектән инер-инмәҫ әбекәй ҡысҡырып хәбәрен һалды:
– Һылыулыҡ һыу буйлатмай, балам. Хоҙай һөйөү бирмәһә, сибәрлек менән генә лә алып булмай. Рәсүлемде нишләттең һин? Мин бит уның телен аңлайым.
Нәфисәнең йөҙө ағарғандан ағара барҙы. Нимәгә тотонорға белмәй, яулығын алып сисеп яңынан башына бәйләне.
– Нишләттең тип… Нишләгән һуң? – тине тамағын ҡырып. – Мин биҙрәне тултырғас ҡайтып киттем, ул тауҙа ҡалғайны әле. Муйылды
күп ашағанмы әллә? – нимә һөйләгәнен үҙе аңламаны. Сара ҡарсыҡ, ауыҙын Нәфисәнең ҡолағына яҡыныраҡ килтереп, былай тип шыбырланы:
– Ул хәҙер эстән көй мөңрәй. Һәр сәскә, һәр үлән менән һөйләшә. Тилмерә, һин тип тилерә бит бала. Ул һиңә ғашиҡ булған. Иләҫләнеп-миләҫләнеп йөрөй, иҫерек кеше кеүек. – Шунан ҡапыл ҡысҡырып һорай ҡуйҙы. – Берәй төрлө ым белдерҙеңме әллә, балам? Әүрәтмәнеңме шуны?
Нәфисә ни әйтергә белмәне. Ҡарсыҡтың һиҙенеүен дә ауыр кисерҙе. Уға шаһиттар кәрәкмәй ине бит. Тик ҙур эште белмәүе әҙерәк күңеленә йылылыҡ бирҙе.
– Ниндәй ым, ул телһеҙ, ул… сабый бит, үҫмер. Күңелендә берәй төрлө уй-хис уянһа-уянғандыр, – тигән булды. Шаярыуға бороп: – Егет булып килә бит! – тип көлөмһөрәне.
– Һөйләшмәй башланы. Артыҡ шатланһа, шулай үҙенә йомола торғаны бар.
– Һөйләшмәй? Телһеҙ… – Нәфисә тертләп китте.
– Уның да теле бар. Мин генә аңлайым. Әле бына эстән мөңгөрҙәй, берәй моң аҫтында тирбәләлер инде ҡәҙерлем. Өйҙәге гөлдәр менән һөйләшә, урамдағы ағастар менән серләшә бәпкәм. Әллә ни булды үҙенә. Йөрәгенә һинең йөҙҙә һөйөү ҡошо ҡундымы шуға. Мөхәббәт кешене иҫәрләндерә бит ул. Һантыйланып китмәһен, тип ҡурҡам.
– Борсолма, Сара әбей, һөйөүҙән кеше үлгәне юҡ әле, – ҡатын бөтөнләй тыныслана төштө.
– Мөхәббәт тип утҡа ташланыусылар әҙ тиһеңме?
– Сәй эсәйек булмаһа, янған уттар баҫылып ҡалыр, – күршеһенең нисек тә тиҙерәк сығып китеүен теләһә лә, йола буйынса Нәфисә сәйгә саҡырҙы.
– Әле генә ике сынаяҡ эсеп сыҡҡайным да, һинең ҡулыңды мәхрүм итеү оло кешегә килешмәҫ, – тип ҡарсыҡ ихлас өҫтәл артына барып ултырҙы. – Йөрәгем менән ниҙер тоям мин, мөғәллимә һеңлекәш. Шуға бер тарих һөйләйем үҙеңә. Юҡ, китап өсөн түгел.
Телһеҙ малай миңә тормоштоң асылдарын, серен аңлатҡан Хоҙай бәндәһелер, тим. Ул минең гонаһ емешем дә.
– Нисек, ейәнегеҙме?
– Ул тыуғанда уҡ аҡ йөҙлө, башҡаларға оҡшамаған зат булып килде донъяға, теле лә иртә асылды. Биш йәшендә күрше Хәкимә мәрхүмәләрҙең ажар үгеҙенән ҡурҡып телһеҙ булды ла ҡуйҙы. Шунан бирле фәрештәнән асыҡ ҡына аңлата алмаҫ ғәрипкә әйләнде лә ҡуйҙы. Әйүп үгеҙенән.
– Бер Хәкимә тиң, бер Әйүп тиң.
– Тегенеһе – ире, быныһы – ҡатыны, күршеләр. Ә малай үгеҙҙән ҡурҡты.
Сәй эсә-эсә тарих һөйләгәндә Нәфисә ҡарсыҡтың күҙҙәренә тура ҡарарға ҡурҡты, шулай ҙа ҡараштары осрашҡанда әбейҙең күңелендә борсоуҙан бигерәк ниндәйҙер көтөлмәгән серҙе, аңлашылмаған уйынды шәйләне ул. Онотолоп һөйләгәнендә ике усын ипле генә итеп итәгенә һалып ултырыуы, ҡояшҡа төҫө бөткән яулығының еңелсә эйәге аҫтына бәйләп ҡуйылыуы, маңлайындағы теремек һырҙары – барыһы ла илаһилыҡтың бер сағылышы кеүек ҡабул ителә ине хужабикәгә. Шуға күрә ҡатындың ҡарсыҡҡа бара-бара ниндәйҙер ышанысы артып киткәндәй ҙә булды. Рәсүл менән муйыллыҡтағы уйыны өсөн ут йотоп, хәүеф көтөп ултырыуы һүрелә төштө. Хатта ул уйын уға төш кенә кеүек, хыялда ҡалған бер сатҡы кеүек тойолдо. Ә инде әбейҙең тарихы уға тормошона йәм генә түгел, мәғәнә алып ҡайтты. Үҙен мунса ингән, таҙарынған ҡыҙ кеүек тойҙо Нәфисә. Тик бер нәмә аңламаны: ғүмерлек сер итеп һаҡлаған тарихын уға бәйән итеп ни әйтергә теләне икән Сара әбекәй? Юҡҡа ғына яйлап ултырып хәтирәләр ебен таратманы ул.
– Еңеүгә йыраҡ ине әле. Ҡырҡ дүрт тә тыумағайны. Ҡара көҙ үтеп, аҡ себендәр оса башлағайны былай, – тип башланы һүҙен Рәсүлдең өләсәһе. – Ҡыр эштәре бөтөп өйгә бикләнгән осор инде. Көн дә ауылға ҡара ҡағыҙ килә. Шомло ауыр осор. Яңғыҙлығым кимерә. Ике ағайым фронтта, береһенең үлем хәбәре килде. Әсәм ҡырҡ икелә үк үлеп ҡалды. Оло бер донъяла яңғыҙым тилмерәм. Һуғыш алдынан
ней кейәүгә сығыр йәшкә етмәй ҡалдым. Хәҙер егермемә еттем дә, тик яңғыҙлыҡтан тилмерәм. Аҡ себендәр осоуын ҡарап күккә бағып йөрөһәм, сикһеҙ ғаләм ниндәйҙер тынғыһыҙлыҡ сирен ебәрҙе. Түҙер әмәлем юҡ. Бала көҫәйем, һин аңламайһың уны. – Нәфисәнең күҙенә баҡты. – Бәлки, аңлайһыңдыр, һин дә ҡатын-ҡыҙ. Ул баланы мин генә түгел, бар ғаләм минең аша ялбара ине. Бар донъя теләһә, тыуыр йән сыҙатмай башлай, ти ине ололар. Минең менән дә шул хәлме? Һуғыш бөтәсәк, ҡайтыр ирҙәр ҡалмаясаҡ, Һинең яртың яуҙа ҡалды, тигән ҡурҡыныс уй быуынға төштө. Һин – ҡатын-ҡыҙ, һин әсә булып яралғанһың был донъяға, тип оран һалды Йыһан һәм шунда уҡ күк ҡабағы асылды ла, шикелле. Иртәгәһенә күрше Әйүп ағай госпиталдә ятҡан еренән ике аҙнаға ялға ҡайтты. Иртәгәһенә үк, эйе, хәбәрһеҙ-ниһеҙ. Мин аңланым: күк тәңреһе ҡайтарҙы уны.
Мине күргәс тә, бәләкәй генә ҡыҙ булып ҡалған Сара ҡалай үбергә буй етмәҫ гүзәлгә әйләнгән дә ҡуйған, тип өндәшеүе, унан бигерәк йоторҙай булып ҡарауы баяғы тынғыһыҙлығымды тамам арттырҙы. Мин түҙер хәлдә түгел инем.
Өсөнсө көнөнә уны аулаҡта күреп бер генә һүҙ әйттем:
– Һуғыш ҡына ҡатын-ҡыҙҙың төп тәғәйенләнешен туҡтата алмаҫ. Кер эңерҙә.
Ҡот осҡос ҡыйыу булғанмын. Һуғышҡа бармай ҡалған сулаҡ Әхмәт күпме йәбешеп ҡараһа ла, мин ҡыҙ инем. Аҙғынлыҡ күреп, ҡаны уйнап килгәндер Әйүп, бәлки, улай тиһәң, китер саҡта, әллә һуғыштан әйләнеп ҡайтам, әллә юҡ, ләкин был ҡылығың, Сара, бер батырлыҡ, тине. Ул ҡайтманы.
Ике төн, эйе, ике тапҡыр ғына тәҙрәмде сиртте. Ул китте. Шул тәҙрәмә сирткән ҡылдан ҡыҙым тыуҙы. Хәкимәлә ике ҡыҙы ҡалды. Халыҡ һөйләнде лә, Әхмәт ҡыҙы тип ҡуйҙы. Мин, Әйүптең хәләле Хәкимә белмәһә булды, тинем. Уныһы ғүмеренең һуңғы һулышынаса бер ни өндәшмәне. Киреһенсә, Гөлбаныуымды үҙ ҡыҙылай күреп яратты. Арҡаһынан һөйөп, үҙ ҡыҙҙарының кейемдәрен кейҙергәндә, әллә һиҙенәме, тип ниндәй генә уттарға төшмәнем.
Үлер алдынан үҙемде генә саҡырғас, мәңгелек серемде асайым, тип ниәтләһәм, үҙе былай ти:
– Иремдән ике төнөмдө урлауыңды бик ауыр кисерҙем, Сара. Сараһыҙлыҡтан ҡылыуыңдыр ҡылыҡты, тип йыуандым тәүҙә. Аҙаҡ, һуғыштан һуң, башҡа бисәләр кеүек ҡайтҡан фронтовиктарға аҙғынланып күҙ-ҡаш һикертмәүеңде күреп, ғәфү иттем үҙеңде. Ир көҫәгәндән, шайтан ҡотортоуынан түгел икән йөк итеп алған гонаһың. Борсолма, бәхиллегемде биреп китәм, тип әйткәс, түкмә йәшемде тыя алмай иланым. Ғүмерем буйы уның алдында үҙемде ғәйепле тойоп, йөрәгемдә күтәргеһеҙ оло таш йөрөтә инем, ана шул ирене лә йәш булып аҡты. Ана шул Гөлбаныуҙың улы Рәсүлем мине уйға ла, утҡа ла һалып үҫеп етте бына.
– Хәкимәнең йөгө икеләтә ауыр... Белеп тә... Ниндәй сабырлыҡ кәрәк, – тип әйтеп ҡуйҙы Нәфисә. Был һүҙҙәр Сара ҡарсыҡты һиҫкәндереп ебәрҙеме, ул ҡатынға ҡапыл ҡараны.
– Сабырлыҡҡа түҙемлек һыймаған саҡтар ҙа була, һай, була. Уттар шартлап, күктәр ишелмәйме икән, инанған тәүбәләрең көл кеүек елгә оса ла, көҫәгән теләгең үҙ артынан эйәртеп ала ла китә. Хоҙай ҡушҡан эшме, шайтан сығарған тешме – уны бер кем дә белмәй. Рәсүлемде үҙеңдән биҙҙер, зинһар. Шул ғына әйтер һүҙем. Гонаһ үҙ артынан башҡа гонаһ алып килмәһен, тим.
Сара ҡарсыҡ ҡайтып киткәс Нәфисә оҙаҡ ҡына иламһырап ултырҙы. “Һиҙенәме был ҡарсыҡ, һиҙенәме был ҡарсыҡ…” – тип һамаҡланы.
Муйылға барыу ваҡиғаһы ҡатын күңелендә бушҡа үтмәне. Үҙ өйөндә, ире янында үҙен сит кеүек тойҙо. Ғәйеплемен, тере, һау-сәләмәт ирем була тороп, гонаһ ҡылдым, тип үҙен эстән битәрләне. Иҙрис уның хыянатын белмәне лә, күрмәне лә, ләкин һиҙенгән кеүек. Янына ятһа ла, ихласлап ҡосаҡламай, шашып китеп үпмәй. Гәзит уҡып ятҡан була ла, арыным, күҙем йомола, тигән һылтау менән йоҡоға китә. Көнө буйы яланда, ураҡтың ҡыҙған осоро, бәлки,
арыйҙыр ҙа. Ире янында йәнһеҙ ҡурсаҡ кеүек ҡуҙғалырға ла ҡурҡып ята ҡатыны. Ярай ҙа уҡыуҙар башланды, эштә алданып көнө үтә.
Ай буйы яҡынлыҡ булмағас шәмбе кис бисә кеше түҙмәне, һүҙ башланы. Арып-талып, һүҙһеҙ-ниһеҙ генә мунсанан ҡайтып торалар ине.
– Иҙрис, һыуындыңмы, башҡа ир бисәһе тип күрәһеңме? Мин һиңә хыянат итмәнем, – тине.
– Әле өлгөрмәнеңме ни? – тешен ҡыҫып ҡына яуап бирҙе ире.
– Мин һиңә мәңге хыянат итмәйәсәкмен.
Иренең аҙналар, айҙар буйы йыйылған уй тулҡыны, ниһайәт, өҫкә бәреп сыҡтымы, ул ҡапыл ҡалын ирҙәр тауышы менән:
– Мин риза! – тине. – Кешелек артабан йәшәһен өсөн, ишетәһеңме, кешелек һиндә туҡтап ҡалмаһын өсөн, мин һиңә бер тапҡыр ирек бирәм, – көлөмһөрәне тәүҙә, унан бик етди һәм ҡәтғи итеп, – тик бер тапҡыр, – тип өҫтәп ҡуйҙы.
Ҡатын аптырап китте. “Ул ирек бирә, ул уға хыянат итергә рөхсәт итә. Кешелеклелек сифатымы был, әллә ир-егеттең көсһөҙлөгөмө? Бахыр. Әҙерәк көнләшмәйме икән ни һуң? Яратмай башланымы, әллә ҡыҙғаныуы шулмы? Миңә ярарға тырышып, ғаиләне һаҡлап ҡалыу өсөн, киреһенсә, яратыу билгеһе тип ҡабул итергәме ирҙең был аҙымын, был “үҙен мәңгелек ситлеккә бикләп ҡуйған” иреген, азатлығын? Минең уға хыянат итеп өлгөргәнде лә белмәй. Бәлки, алдан уҡ аңлатып тормай, ошо яҙыҡ аҙымға барырға кәрәк булғандыр. Бер кем белмәҫ ине. Хәҙер ғүмере буйы күңелен ҡорт кимерәсәк. Уйлаһаң, бер-берен яратҡандарҙың йәшерен сере булырға тейеш тә түгелдер. Юҡ, әлегә Рәсүл менән булғанды әйтмәй торайым. Ирем бит ул, күңеленә хәүеф һалмайым”.
Ҡатын бер һүҙ ҙә өндәшмәй эске бүлмәгә инеп ятты. Ятҡас, үҙ-үҙенә, һе, берәүгә кешелек йәл булып киткән икән, тип ҡуйҙы. Мунсанан һуң йомшарып талсыҡҡан тәне рәхәтлек килтерҙеме, оҙаҡ ҡына йоҡлап ташлаған.
Иренең наҙлап үбеүенә уянып китте. Ире ниндәй танһыҡ, үҙенеке, тик... аңлата алмаҫлыҡ сафлыҡ, бер ҡасан да булмаҫтай наҙ,
өҫкә ишелеп килгән йылы тулҡын юҡ ине унда. Ул шуны көҫәне. Ҡабатланмаҫ оялсан дәртте көттө. Ул шуны һағынды. Әллә ул ғашиҡ булдымы? Юҡ, ул Иҙрис тип ҡабул итте бит Рәсүлде. Һағынһа ла, иренең йәш, тәүге булған саҡтарын һағыныуылыр тип үҙен алданы. Алдашмаймы уның был аҙғын йәне?
Төн уртаһында төшәнеп уянды ҡатын. Ире бик ҡәнәғәт төҫтә, ҡулдарын киреп рәхәтләнеп йоҡлап ята. Төшөндә мөгөҙлө затты күрҙе ул, Шайтан булды, шикелле, тип күргән йән эйәһен күҙ алдына килтерҙе. Шул шайтан уны күтәреп тау башына алып менеп китте. Үҙе көлә, үҙе, әйҙә кети-кети тигән ҡытыҡлашыу уйыны уйнайыҡ, ти. Нәфисәгә рәхәт, ул да көлә. Шул саҡ Иҙрис балта күтәреп килеп сыҡты ла шайтандың мөгөҙөн һындыра бәрҙе лә ҡуйҙы. Мөгөҙ эсенән күктәге йондоҙҙар, “Астрономия” китабындағы һүрәттәге кеүек Ҡояш тирәләй планеталар ағып килеп сыҡты, улар артынса кешеләр сыға башланы… Нәфисә уларҙы күрә, тик кешеләр ағымын туҡтата алмай, улар сығалар ҙа сығалар. Туҡтағыҙ, тип ҡарай, кешеләр туҡтамай. Тертләп ҡысҡырып уянып китте.
Алтынсы дәресте уҡытып торғанда мәктәп тәҙрәһенән Рәсүлдең урманға юлланғанын күреп ҡалды. Дөрөҫ һиҙенгән, Ҡарлытүбәгә табан атлауы.
Эшенә барышлай Рәсүл бер нисә тапҡыр юлына ҡаршы сығып ҡараны. Күҙҙәрен мөлдөрәтеп ҡарай ҙа, “һеү-һеү” килеп ҡатын янынан йәнәш атларға тотона. Шулай инде, алманың бер тәмен белгән ҡорт талымһыҙланмай ҙа, оялмай ҙа эскә үтә бирә, үтә бирә. Туҡтатырмын тимә. Тик Нәфисә бик ҡаты әйтте, хатта “балам” тип һалдырҙы:
– Былай йәмһеҙ ҡыланып күңелебеҙҙәге байрамды боҙма, Рәсүл балам. Кәрәк булһаң, үҙем табырмын, – тигәс тынысланды. Башҡа күренмәне. Әле тәҙрә аша шул “баланы” күргәс, ҡатында яңынан ут ҡабынды.
Тиҙ генә ҡайтып кейемен алыштырҙы ла, көҙгө урманда йөрөп киләм әле, тип үҙенә һылтау тапҡан булып, егет киткән яҡҡа
ыңғайланы. “Бәлки, бәшмәк тә булыр” – килештереп бәләкәй кәрзин дә эләктерҙе. Һиҙенеүе дөрөҫ булған, телһеҙ улар ҡауышҡан битләүҙә уйға сумып ултыра ине. Нәфисәне күреп ҡалғас, ул юғалып ҡалды.
Шулай ҙа, егетлеген күрһәткеһе килдеме, пинжәген сисеп, ергә йәйҙе: “Ултыр әйҙә”. Ҡатын аңланы, аяҡтарын яҙып ултырҙы. Рәсүл тубыҡланып торҙо ла, уның алдына башын эйҙе. Ҡатындың аяғына башын һалып, күҙҙәренә ҡараны. Ҡараштар осрашты. Егеттең ике күҙенән дә эре йәш бөртөктәре ағып төштө. Нимәлер бышылданы ла шикелле. Шунан артына йығылып китте лә, ҡулдарын өҫкә һоноп оҙаҡ күккә ҡарап ятты. Күҙҙәрен һөртмәне, сикәһенән аҡты ла аҡты йәше. Тәңрегә рәхмәте булдымы, яҡты донъяға бушҡа тыумауы, шундай ләззәттәре өсөн күккә табыныуы, әллә был көндәрҙә ерҙә түгел, күктә йөҙөүен аңғартыуы инеме, устарын күк йөҙөндә оҙаҡ тотҡандан һуң ғына, битен ҡапланы. Ирендәре генә ҡыймылданы. Шунан рәхәтләнеп көлөп, ҡатынға ҡараны. Тороп өҫтөн ҡаҡты ла, ҡатынға ҡулын һуҙҙы. Нәфисә торғас, пинжәген алып иңенә һалды һәм тауҙан төшөп китте. Бер аҙ барғас, эйелеп ниҙер өҙҙө. Яңынан килде. Аҡ төрткөлө ҡыҙыл бәшмәк ине ҡулында. Халыҡ телендә әйткәнсә, ағыулы мухамыр ине ул. Шуны ҡатындың кәрзиненә һалды ла, ауылға табан ыңғайланы. Бәшмәк ятҡан кәрзинде Нәфисә бар көсөнә ырғытып ебәрҙе. Егеттең ни әйтергә теләгәнен аңламаны ул. Тик шуны белде, башҡаса уға өмөтләнмәһә лә була, башҡаса ул уның юлына сыҡмаясаҡ. Тик... яңылышты ҡатын. Күңел кәрзинендә тамыр йәйгән ағыулы бәшмәк тағы ла ҡалҡып сығасағын белмәй әле.
***
Рәсүл башҡа күренмәне, ә ер туңғас, октябрь аҙаҡтарында, ҡышларға әсәһе янына ҡайтып китте.
Унан алда ғына Нәфисә көткән байрам килде. Теге айҙа күреме килмәгәс, түштәре ҡатып һыҙлай башлағас та был донъяға гүзәл зат булып яратылған әҙәм аңлата алмаҫлыҡ илаһилыҡҡа төрөндө. Был яңылығына күҙ тейеүҙән һағайҙы, хатта үҙенә лә шым ғына өндәште, эсен тотҡолап ҡарарға ҡурҡты. Ике айҙан ҡоҫа, тик торғандан үҙәге көйә башлағас, тамам ышанды – Ул ауырлы, ул Әсәй буласаҡ! Был хаҡта бер кемгә лә, хатта Иҙрискә лә белдермәне. Йырылған ауыҙын йыйып ала алмаған кешегә оҡшаһа ла, киреһенсә, артыҡ уйсанға әйләнде, иренең шаярыуҙарына яҙа-йоҙа ғына яуап бирҙе.
Ноябрь байрамында яңғыҙы район үҙәгенә сығып китте. Иренә лә өндәшеп торманы. Килеп төшкәс тә туп-тура универмагка юлланды. Балалар бүлегенә инеп, кейемдәр ҡарап кинәнде. Ҡыҙым булһа, ҡыҙыл күлдәк, улым булһа, зәңгәр салбар алырмын, тип йылмайҙы. Уйынсыҡтар ҡарап йөрөй торғас, үҙенең дә “бәү-бәү” итеп ҡурсаҡтар, “выж-выж”, ”тыр-тыр” килеп машина-тракторҙар менән уйнағыһы килеп китте. Ысынлап, ны-ыҡ-ны-ыҡ уйнағыһы килде. Бала саҡтағы кеүек онотолоп, бирелеп. Хатта бер бәләкәйерәк еңел машинаны алырға ла уйлағайны. Тик ҡыҙ тыуһа, үпкәләп ҡуйыр, һин быны малай теләп алғанһың, мине көтмәгәнһең, тип әйтер кеүек ине. Сығыр саҡта ике яғына шаҡмаҡтар төшөрөлгән ҙур булмаған туп һатып алды.
Өйөнә ҡайтып ингәс тә, донъяһын онотоп телевизорҙа хоккей ҡарап ултырған Иҙрис яғына “тот” тип тупты тәгәрләтеп ебәрҙе. Ире һиҫкәнеп китте лә тупты тотоп алды.
– Оһо, ҡыш еткәс футбол уйнайбыҙмы?
– Йомро-йомро йомғағымды күрмәнеңме, ағаҡай, – Нәфисә сисенеп тә тормайынса иркәләнеп иренең муйынына килеп аҫылынды. Тағы ла баяғы һамағын ҡабатланы. – Йомро-йомро йомғағымды күрмәнеңме, ағаҡай?
– Күрҙем, күрҙем, һылыуҡай. Тауҙар-диңгеҙҙәр аша байлыҡ эҙләп китте ул, – ҡатынын биленән күтәреп әйләндереп алды.
– Ул байлыҡ тигәнең, бәпес булыр, ағаҡай.
– Бәпе-ес? – Иҙрис ҡапыл туҡтаны.
– Эйе, эҙләгән байлығын тапты ул, ағаҡай. – Ҡатын сабыйҙарса иренә ҡараны.
Иҙрис тағы аҡайҙы, тағы һораны.
– Бә-әпес?! Ысынлапмы, Нәфисә, беҙҙең буламы? – Иҙрис хәләлен күтәреп алды. – Ур-ра! Бәпес, бәпес… – ток һуҡҡан һымаҡ ҡапыл
туҡтаны ла Нәфисәне төшөрҙө һәм әкрен генә диванға барып ултырҙы. – Ә кемдән?
Иренең ҡарашын күреп, Нәфисәнең шашыуы артты ғына:
– Кемдән булһын, һинән, һантый! Атай кеше һин дә һуң! – тип пальтоһын сисеп иҙәнгә ырғытты ла ирен барып ҡосаҡланы. Иркәләнеп тубығына башын һалды. – Тик һинән генә табасаҡмын, тип әйттем бит, әйттем.
– Ысынлап әйтәһеңме ул?
– Әлбиттә. Мин һине Йософ пәйғәмбәр итеп күрҙем дә теләгемә ирештем.
– Әкиәт һөйләмә әле. Хәҙер күрһәтәм мин һиңә Йософто, – ир ҡатынын ҡосаҡлап үбергә тотондо.
Ир, үҙе әйтеүенсә, “ошо халәтенә” риза булдымы, ҡатындың эсе ҙурая, сабый ҡыбырҙай башлағас та, кемдән, тип һорашманы. Тик бер тапҡыр ғына һорау бирҙе ул ҡатынына.
Һигеҙенсе март күңелле әҙерләнделәр. Буйына ныҡ ҡына сыҡҡан ҡатынын ире артыҡ ауыр эшләтмәҫкә тырышһа ла, Нәфисә дәртләнеп табын әҙерләне. Килеүселәр ҙә, ҡотлаусылар ҙа булды. Дуҫтар-белештәр уларҙың ғаиләһендәге изге яңылыҡҡа үҙҙәре кеүек шат ине. Шулай ҙа, ниңә шулай оҙаҡҡа һуҙҙығыҙ, йәш саҡта, көслө саҡта уйламанығыҙ, тигәнерәк һорауҙар йыш ҡабатланды. Урынлашҡансы, нығынғансы ваҡыт үткән дә киткән, тигән булып шаярҙы Заһитовтар. Ҡунаҡтар таралышҡас, Иҙрис одеалға төрөлгән ҙур дүрткел төйөнсөк алып инде.
– Бына, ҡәҙерлем, һиңә байрам бүләге эшләнем. Асмай тор. Алдан уҡ шуны үтенәм. Һиңә бер һорау бирәм. Асыҡ ҡына, аңлатып ҡына яуап бир, йәме, тәүҙә.
– Ҡурҡытма әле, Иҙрис. Эсендә бомба түгелдер бит.
– Бер генә һорау. Башҡаса теңкәңә теймәм.
– Һора һуң улайһа.
– Бер генә һорау. Киләсәктә хоҡуҡ даулап, был бәхетебеҙҙе урларға килеүселәр булмаҫмы?
– Яҙмышыбыҙға беҙ үҙебеҙ хужа.
– Нимә тураһында, дөрөҫөрәге, кем тураһында һүҙ барғанын аңлайһыңдыр.
– Аңлайым. Буласаҡ атай хаҡында. Яуап бер. Әгәр беҙ хужа икән, беҙҙең бәхеткә бер кем дә дәғүә итә алмай.
Иҙрис тубыҡланды ла дүрткел бүләкте һуҙҙы:
– Аңланым. Беҙ хужа. Мин хужа! Күҙеңде йом, асам бүләкте.
Бүләкте диванға ҡуйғас, ир одеал төйөнсөгөн сисә алмай бер булды. Сискәс, бисәһенә, күҙеңде ас, һөйөклөм, тине. Нәфисә күҙен асты ла, быуындары йомшап, ауа башланы, ире уны саҡ тотоп ҡалды.
– Рәхмәт, ҡәҙерлем, мең рәхмәт, – тип шыбырҙаны йөҙө ағарған ҡатын.
Диванда үҙ сәғәтен көтөп, һыуыҡтан йылыға инеп ут яҡтыһында ҡояш кеүек ялтыраған Иҙристең үҙ ҡулы менән эшләгән бишеге балҡый ине. Быны Нәфисә иренең баланы ҡабул итеүе тип тә, уның гонаһлы аҙымына һуңлап булһа ла фатиха биреүе тип аңланы.
***
Апрель аҙаҡтарында Заһитовтарҙың улдары тыуҙы. Еңел тапты йәш, көслө ҡатын. Бәпес менән бергә өйгә ҡот-һөйөнөс ҡайтты. Иҙрис ҡатынын, улын үҙе барып алды, ҡайтҡансы бәпесте ҡулынан төшөрмәне. Үҙен ысын атай итеп хис итте, улай ғына түгел, быға ул тулыһынса ышана ла ине, шикелле. Шулай булмай, бисәһе тураһында, исмаһам, берәй һүҙ булыр ине лә. Бәлки, уларға ысынлап та Йософ пәйғәмбәрҙең рухы ла ярҙам иткәндер. Кем белә. Мөхәббәт аямаҫлыҡ сирҙәрҙе төҙәтә, һулыған сәскәләрҙе терелтә, ябай ҡамсыларҙан ут сығара ала лаһа. Юҡ, бисәһе уға хыянат итмәгән, уның теләге лә, минең ниәтем дә йыһан бейеклегенә күтәрелеп тәңреләрҙән фатиха алышыуға өлгәшкәндер ҙә, ошо сабый, минең улым тыуғандыр. Иҙрис бисәһенә лә, улына ла, бар донъяға ла яңынан ғашиҡ ине...
Еңеү байрамынан һуң сәсеүгә төшөргә йыйыналар ине. Эңерҙә, ергә яҙғы һиллек ятҡанда, тәҙрә шаҡынылар. Ул мәлдә Иҙрис тояғы ҡаҡшай биргән ултырғысты нығытмаҡсы ине. Хужаның: “Үтегеҙ, кем
унда?”тигән шатлыҡлы тауышына яуап биреүсе булманы, тағы тәҙрә сирттеләр. “Кем шаяра?” тигән хәүефлерәк һорауға ла яуап ишетелмәне. Нәфисә лә һағайҙы. Ҡоро ергә баҫҡас та күңеленә шом оялай башлағайны шул. Киткән затлы ҡоштар кире ҡайта ҡалһа...
Ҡулындағы сүкешен ултырғысҡа ҡуйҙы ла, Иҙрис тышҡа сыҡты. Унда ҡолға кеүек оҙон йәшерәк егет тора ине. Таныманы. Таныны ла…
– Кем һин? – тине.
Уныһы телһеҙ булып сыҡты, һөйләшә алмауын ҡул бармаҡтары ярҙамында аңлатты, ауыҙын йырҙы.
– Нимә кәрәк? – был сәйер кеше яңылыш килеп ингәндер тип ҡорораҡ өндәште ир. Саҡырылмаған ҡунаҡ башын ғына һелкте лә тәҙрә аша өйгә ҡараны, шунан түбәгә эленгән бишеккә төртөп күрһәтте. Салбар кеҫәһенән шалтырауыҡ уйынсыҡ килтереп сығарҙы ла Иҙрискә һуҙҙы.
– Нимә, бәпес күрергә килдеңме ни? Әле иртәрәк, ҡырҡ көнө тулмаған әле, – тине хужа, бер ни аңламай. Дөрөҫөрәге, аңларға теләмәй. Был яҡтарҙа бәпес күрергә килеү, ауылдағы һәр кеше тиерлек яңы тыуған ил, ауыл гражданинын ҡотлау йолаһы бар икәнен белә ул. Күрше-тирәләге оло әбейҙәр генә күреп, килендең хәлен белеп, ҡорот, май, бал, бәпәй ҡоймағы, бәпес бәлеше индереп сыҡтылар ҙа инде. Сабыйҙың оло йыһанда тауыш биреүенә ҡырҡ көн тулғас, башҡалар ҙа киләсәк. Был ғәриптең белмәйсә иртәрәк килеүелер, тип аңланы. Дөрөҫөрәге, шулай аңларға теләне. Шулай ҙа бүләген алды. Тәҙрәнән күҙен алмаған ғәрипте, һуңғараҡ килерһең, йәме, тип этеп тигәндәй сығарып ебәрҙе Иҙрис.
– Кем ул? – тип үтә лә хәүефләнеп ҡаршы алды ҡатыны.
– Ниндәйҙер телһеҙ ғәрип бәпес күрергә килгән, бына уйынсыҡ ҡалдырып китте, – тип ғәмһеҙ генә һүҙ әйтте лә Иҙрис, шылтырауыҡты кейем элгестәре башына ырғытты. Яңынан үҙ эшенә тотондо. Тотондо ла, сүкеш тотҡан ҡулының ҡалтыраныуын тойҙо. Тулҡынланыуын йәшерепме:
– Ултырғыстар ҡаҡшаны, йә нығытырға, йә ырғытырға кәрәк, – тигән булды.
Йоҡо алманы ҡатынды. Үәт, гонаһ шомлоғо, пәйғәмбәр тигәне бер иблис булып сыҡты лаһа. Нисек тә бынан ҡотолорға кәрәк. Иҙрискә аңлатырғамы быны, юҡмы? Их, алданыраҡ әйтмәне. Белһә, унан да, баланан да мәңгегә төңөләсәк бит. Нишләргә?
Хәүеф, шом менән тағы көн үтте. Сәсеүгә төштөләр. Иҙрис хәҙер көн менән төндө ялғап баҫыуҙа буласаҡ. Һин тиҙерәк ҡайтырға тырыш, беҙ һине көтөп көтөк буласаҡбыҙ, тип оҙатып ҡалды хәләле. Ҡояш кеүек балҡыған атай кеше көлөп башын һелкеп тик торҙо.
Эңерҙә тағы тәҙрә сирттеләр. Өйҙә сабыйы менән генә ҡалған Нәфисә ныҡ ҡурҡты, ҡулындағы сынаяғы иҙәнгә төшөп селпәрәмә килде. Ярай ҙа йоҡлаған бала уянманы. Иҙәнгә сүгәләй һалды. Тағы сирттеләр. Үрелеп ҡарағайны, “шул үҙе, шайтан балаһы” – Рәсүлде таныны ҡатын. Нишләргә? Башҡаса килмәҫлек ни уйлап табырға? Кешесә һөйләшеп ҡарарғамы?
Ҡатын эстән бикле солан ишеге янына килде лә, кем унда, тип һораны. Телһеҙ шәп-шәп атлап ишек алдындағы күтәрмәгә менде. “Һеү-һеү” килеп, Рәсүл икәнен белдерҙе. Ҡатын, бар батырлығын йыйып, ишекте асты. Йылмайып торған Рәсүлде күреп, тайшанып ҡуйҙы. Мәғәнәһеҙ, буш ҡарашын тойҙо ла, уға ерәнгес булып китте.
– Мин һиңә нимә тинем, шаҡшы, – тип аҡырҙы ҡатын. – Килеп йөрөмә тинем түгелме. Әйттемме?! – уны этеп ебәрҙе. Телһеҙ күтәрмәнән йығылып килеп төштө. Ҡалҡҡас, һалҡын ҡараш менән бисәгә ҡараны ла, буш ҡосағында бала бәүелткән хәрәкәттәр яһаны. Әсә түҙмәне, йүгереп өйгә инде лә, яңы ҡайнаған сәйнүген тотоп килеп сыҡты.
– Нимә тинем мин һиңә, тағы бында килһәң, бәпес күрәм тип килһәң, ошо эҫе һыу менән гәүрәт ереңде бөтөнләй яндырам, – ҡатын ныҡ ҡыҙғайны. Булған бәхетенә ҡунған ҡортто ул иҙеп кенә түгел, тыны менән яндырып үлтерергә әҙер ине. Телһеҙ ҡурҡты, тиҙ үк сығып китеү яғын ҡараны. Ҡапҡаны ябыр саҡта ҡасандыр фәрештәгә тиң булған, бөгөн килеп аяуһыҙ дейеүгә оҡшаған ҡатынға әшәке итеп ҡараны. Йөҙө уның ҡот осҡос ҡараңғы һәм ҡурҡыныс ине.
“Туҡ-туҡ” килгән тауышҡа Нәфисә йүгереп килеп сыҡты. Телһеҙ алмағастың төбөнән үк балта менән саба ине. Һуҡҡан һайын ағас ҡалтырана, ап-аҡ сәскәләр ергә ҡойола. Тирә-яҡ ап-аҡ төҫкә батҡан ине. Мәңге алма булмаҫ сәскәләр балта һелтәнгән елгә лә осорға әҙер ине. Аҡҡа, сәскәгә мансылған берәү балта һелтәй: иҫ киткес күркәм дә, мәғәнәһеҙ ҙә күренеш ине был. Нәфисә йүгереп барып һелтәнгән балтаны тотто. Рәсүлдең ҡарашы менән осрашты. Ғөрҫ итеп ауып барған алмағас баҡсаның кәртәһенә барып һөйәлде лә, бер аҙ торғас, серек бағана төбөнән һынып, бергә ауып китте. Рәсүл балтаһын бушатты, ҡорал Нәфисәнең ҡулына төштө. Мөлдөрәп ҡарап, ҡатындың тубығын барып ҡосаҡланы. Һыҡтап-һыҡтап иларға тотондо, ерҙе услап биттәрен ыуҙы. Танау тишектәренә аҡ сәскә тулды. Буш ҡосағында бала бәүелткән хәрәкәттәр яһаны. Үҙе ҡарашын йәш әсәнең күҙҙәренән алманы. Нәфисә, балта тотоп торған әсә, алмағастың ғүмерен өҙгән ҡоралды өҫкә күтәреп ҡатып ҡалды. Ҡулындағы балтаны эштән ҡайтҡан Иҙрис килеп тотҡас ҡына, иҫенә килде, бармаҡтарын бушатты. Рәсүл һикереп торҙо ла Иҙристе этәп ебәрҙе. Ир йығылманы, балтаны ситкә быраҡтырҙы ла йән көсөнә йоҙроҡлап йәш ирҙең битенә тондорҙо. Тегеһе осоп барып төштө лә башын ҡаплап ятты. Иҙрис уның өҫтөнә һикерҙе.
– Был минең улым, был минең улым, бел шуны, – тип телһеҙҙең башын төйҙө.
Нәфисә ултыра төштө: “Иҙрис бит барыһын да белеп йөрөгән, түҙгән, бахырым минең. Мөхәббәтебеҙ хаҡына…” Ҡатын ирҙәр яғына ҡараманы ла, айырманы ла, дүрт аяҡлап тигәндәй күтәрмәгә барҙы ла ғәмһеҙ генә өйөнә инеп китте. Унда уны сабыйы көтә, ул әсәй ҙәһә.
Иртән Иҙрис таң менән солан ишеген асып килеп сыҡҡас та күтәрмәлә кеше һынын күреп тертләп китте. Тирә-яҡҡа таралған шыйыҡ томан араһынан тәүҙә ул өрәк кеүек күренде. Иҙристе күргәс тә, кәүҙә тороп ситкә тайшанды. Эйе, был Рәсүл ине. Ауыҙ эсенән шайыҡтар ағыҙып, таныш түгел өндәр сығарып һөйләнеүенә, өй яғына төртөп күрһәтеүенә ҡарағанда, уның һаман да бер балыҡ башы
сәйнәүе аңлашыла ине. Кисә үҙенә ярайһы уҡ эләккән икән, һул яҡ күҙе тирәһе шешкән, күгелйем төҫкә ингән. Иҙрис һарай артына йөрөп килгәнсе, телһеҙ яңынан күтәрмәгә килеп ултырған да, әллә көлә, әллә илай, әллә сеңләй ине. Иҙрис уның ҡаршыһына килеп оҙаҡ ҡына ҡарап торҙо. Шунан өйгә инде. Рәхәтләнеп йоҡлап ятҡан һөйөклөһөн арҡаһын һыйпап яҡшылап ябындырҙы. Уныһы йылмайып ҡуйҙы. Шунан сәңгелдәккә килде. Өҫтөндәге күлдәген систе лә өҫтәлгә йәйҙе. Мыш-мыш килеп йоҡлаған сабыйҙы ипләп кенә ҡулына алды һәм шул күлдәккә төрҙө. Сабыйҙы күтәреп тышҡа сыҡты. Саф һауа ҡапыл сабыйға килешеп етмәнеме, әллә йоҡлаған тәнен иҙрәттеме, ул ҡапыл ҡысҡырып илап ебәрҙе. Сабый тауышына телһеҙ ҙә тертләп китте, урынынан һикереп торҙо ла, баяғыса ситкә тайшанды.
– Сеү, сеү, аҡыллым, алтыным минең, – Иҙрис сабыйҙы бәүелтеп күкрәгенә ҡыҫты. Бала тынып ҡалды. – Кил, телһеҙ иҫәүән, ҡара, кемгә оҡшаған? Минең малай был.
Рәсүл йәшле күҙҙәрен сабыйҙарса уйнатып тере төргәккә текәлде. Оҙаҡ ҡарап торҙо. Ҡуҙғалмайса. Бик оҙаҡ. Ҡулына алам тип тә сәбәләнмәне. Ҡарашын ала алмай тик торҙо. Оҙаҡ торҙо. Тынлыҡты боҙоп ике тапҡыр сәпәкәй итте лә, бер ни өндәшмәй ҡапҡаға табан атланы. Усын усына һуҡҡан тауышҡа сабый уянманы ла. Иҙристе ул айнытып ебәргәндәй булды. “Сәп-сәп”… ҡолаҡ төбөндә оҙаҡ яңғырап торҙо был тауыш.
***
Былай йәшәп булмаҫын аңлағайны йәш әсәй менән йәш ат... юҡ, Иҙрис, шуға бер айҙан саҡырыу буйынса икенсе районға күсеп китергә мәжбүр булды. Һикһәненсе йылдарҙа, Брежнев үлеп власҡа Горбачев килеп өлгөрмәгәйне һәм СССР тигән бөйөк илдең тарҡалыуына ла, уның артынан Көнбайыштан киләсәк “сексуальная” революцияға ла йыраҡ, “кешене клонлаштырыу”, “патронат ғаилә”, “суррогат әсә”, “экстракорпораль аталандырыу”… кеүек төшөнсәләр бөтөнләй ят ине әле. Юғары белемле белгестәргә ҡайҙа ла ҡытлыҡ, уларҙы яңы урында
һөйөнөп ҡаршы алдылар. Йәш ғаилә һөйөнөп яңы урында йәшәй башланы. Тик... ҡатындың Кешелек алдындағы тоғролоғон Хоҙай ҡабул итмәнеме, әллә хыянаттың бер ваҡытта ла кисерелмәгәнен аңлаттымы, йәш тигәндә малайҙың телһеҙ ҙә, күҙһеҙ ҙә икәне асыҡланды. Был ҡылығы менән Тәңре киреһенсә Кешелеккә тоғролоғон белдерҙе булдымы, ғаилә ауыр һынау, ҡылған гонаһтарға яуап биреү алдында ҡалды. Табип шундай ҡаты ҡарар сығарған көндә йыраҡтағы Аҡморонда ғүмер эсендә ауылда тәүгә ҡышларға ҡалған Рәсүлдең: “Минең улым ба-а-ар!” – тип яңынан теле асылды. Быны ишеткән Сара ҡарсыҡ, ғүмере буйы телле булыуын теләгән ейәнең яңы теле асылғанына һөйөнөр урынға: “Күк тәңреләре ишетер, сеү, телең ҡороғор”, – тип тыйҙы.
Мөнир ҠУНАФИН
19. 08. – 30. 08. 2016.
Мөнир Ҡунафин
Читайте нас: