Яйыҡ
+6 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Апрель 2020, 18:25

Мөхәббәт барыбер үҙенекен итә

Никах йортонан сыҡҡан йәш парҙарға ҡарап һоҡланып туйып булмай, шулай бит? Уларҙың йәшлеге, сибәрлеге һәр кемде арбай. Ә бына кейәү кеше кәләштең атаһы йәшендә булһа, һағайта... Ә инде кәләш егеттән күпкә олораҡ булһа, бигерәк тә аптырауға һала. Ирекһеҙҙән күптәр, был никахта ниндәйҙер хәйлә барҙыр...

Түбәндә бәйән итәсәк яҙмыш бының төптө киреһен иҫбатлай. Илүзә бай ҙа, күренекле лә үгел. Ябай ауыл ҡатыны, мал баға, баҡса ҡарай. Әммә, үҙенең тиҫтерҙәренән айырмалы, ул һәр ваҡыт үҙен ҡарап, биҙәнеп-яһанырға онотмай, шунлыҡтан күпкә йәш күренә. Ул тышҡы ҡиәфәте генә түгел, күңеле менән дә гелән йәш.
Утыҙ йәшендә генә тол ҡалып, ике бала тәрбиәләгән ҡатын ҡасан да бер бәхетен осратырына ышанып йәшәй. Һәм көткән көн килә лә. Айрат менән ҡауышҡанда уға - 49, ә егеткә 29 ғына йәш була. Шулай ҙа ир кеше нужа һурпаһын эсергә өлгөргән. Хәрби бурысын Чечня һуғышында үтәгән. Яраланған.
Айрат, күрмәлекле булыуына өҫтәп, аҡыллы ла, тоғро ла булып сыға. Илүзәне бер күреүҙән оҡшата. Ҡатын иһә, киреһенсә, бик оҙаҡ икеләнә, ҡурҡа ла хатта. Егетте лә был уйынан кире ҡайтырға өндәй. Әммә мөхәббәт үҙенекен итә.
Был матур пар инде ун йыл бергә. Улар бар ауырлыҡтарҙы - яҡындарының, дуҫтарының аңламауын еңеп сыға. Егет олпатланып, олораҡ ҡиәфәткә инһә, ҡатыны иһә бер ҙә ҡартаймай, йәштәрсә теремек, сибәр - йәш айырмаһы ҙур тип һис уйламаҫһың. Бер-береһен ярты һүҙҙән аңлап, мөхәббәткә кәртә юҡ тигәнде үҙ миҫалында иҫбатлап ғүмер кисерә улар.
Фото: "Бәйләнештә".
Автор: Миләүшә Сайтакова
Читайте нас: