Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Апрель 2020, 18:15

Республикала аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр өсөн аҙыҡ-түлек йыйылмаларына Ҡарлыман ҡуйыртылған һөтө өҫтәлә

23 апрелдән аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр өсөн аҙыҡ-түлек йыйылмалары Ҡарлыман ҡуйыртылған һөтө менән тулыландырыла.

23 апрелдән аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр өсөн аҙыҡ-түлек йыйылмалары Ҡарлыман ҡуйыртылған һөтө менән тулыландырыла. Республика башлығы Радий Хәбиров Прибельский ҡасабаһындағы һөт-консерва комбинатында булғандан һуң ошо хаҡта белдерҙе. 21 апрелдә Башҡортостан етәксеһе Ҡырмыҫҡалы районына, инвестиция проекттарын тормошҡа ашырған предприятиеларға барҙы.
69 йыл элек асылған Ҡарлыман һөт эшкәртеү комбинаты — республиканың күптәнге аҙыҡ-түлек сәнәғәте предприятиеларының береһе. Хәҙер комбинатта 150 кеше эшләй, тәүлегенә 40 тонна сеймал эшкәртелә. Ассортиментта – ҡуйыртылған һөт, айыртылмаған һөт һәм әсегән һөт ризыҡтарының 60 төрө.
Предприятиеның генераль директоры Александр Кулимбетов санитар ҡағиҙәләрҙең теүәл үтәлеүе хаҡында һөйләне, шулай уҡ етештереүҙе артабан үҫтереү пландары менән уртаҡлашты.
«Республика предприятиеһы төрлө үҙгәрештәр һәм милекселәр алмашыныуҙың ҡатмарлы юлын үтте. Ниһайәт, беҙ уның эшен тотороҡландырыуға өлгәштек», – тип билдәләне Радий Хәбиров һәм комбинат вәкилдәрен «Инвестиция сәғәте»нә саҡырҙы.
http://www.bashinform.ru/news/1441856-v-bashkirii-v-produktovye-nabory-dlya-maloimushchikh-semey-polozhat-karlamanskuyu-sgushchenku/
Читайте нас в