Башҡортостанда, «Алға» картаһы буйынса мәғлүмәттәргә ярашлы, 6 апрелгә тәүлек эсендә юл йөрөүҙәрҙең уртаса һаны 74% кәмегән, һуңынан эшләгән предприятиелар исемлеге артыуға бәйле 5% артҡан, тип хәбәр иттеләр Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетынан.
21 районда ҡала яны маршруттары ябылған. Даими автобус бәйләнеше булмау сәбәпле, 2 апрелдән республикала 54 (30%) автовокзал һәм касса пункттарының 16-һы эшләмәй.
Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетында билдәләүҙәренсә, хәл һәр ваҡыт күҙәтеү аҫтында, әгәр кешеләргә юлға сығырға кәрәк икән, маршруттар теҙмәһе оператив үҙгәртелә.
http://www.bashinform.ru/news/1442162-v-bashkirii-v-period-karantina-passazhiropotok-sokratilsya-na-69/