Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Апрель 2020, 12:10

Республикала тәүге япмалы футбол манежы төҙөлә

Башҡортостанда тәүге япмалы футбол манежы төҙөлөшөнә май айында контракт төҙөү планлаштырыла. Төҙөлөшкә “Спорт – йәшәү нормаһы” проекты сиктәрендә БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы федераль бюджеттан 450 миллион һум аҡса алыуға өлгәшкән.

Башҡортостанда тәүге япмалы футбол манежы төҙөлөшөнә май айында контракт төҙөү планлаштырыла.
Төҙөлөшкә “Спорт – йәшәү нормаһы” проекты сиктәрендә БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы федераль бюджеттан 450 миллион һум аҡса алыуға өлгәшкән.
- Яҡын арала япмалы футбол манежы төҙөүҙе башларға ниәтләйбеҙ. Замансаспорт комплексы Комаров урамында “Нефтсе” стадионы янында буласаҡ. Унда балалар ҙа, өлкәндәр ҙә шөғөлләнә аласаҡ. Спорт комплексына проект эштәре башҡарылды, оҙаҡҡа һуҙмайынса төҙөүсе менән контракт төҙөргә планлаштырабыҙ, - тип яҙҙы социаль селтәрҙәрҙә республика Башлығы Радий Хәбиров.
Был проекттың дөйөм смета хаҡы 581,7 миллион һум тәшкил итә.Фото: bashinform
Автор: Фарида Мухамадуллина
Читайте нас: