Яйыҡ
+13 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Апрель 2020, 18:25

Әсәнең нисек ҡулы барған?

Асҡын районында булған ҡот осҡос хәл күптәрҙе тетрәндерҙе. 18 апрелдә таң менән 35 йәшлек Рина исемле ҡатын бысаҡ менән биш һәм һигеҙ йәшлек ҡыҙҙарына ташлана һәм ҡаты яралай. Уны өйҙәш ире саҡ туҡтатып, полицияны, "Ашығыс ярҙам"ды саҡырта. Был саҡта Рина енәйәт урынынан ҡаса, тик бик тиҙ тотола.

Бөгөн был хәлгә бер ни тиклем аныҡлыҡ индерелде. Иң мөһиме - ҡыҙҙар иҫән. Әле улар Өфөлә дауаханала. Табиптар ғүмерҙәрен һаҡлап ҡала алған.
Балаларҙың атаһы Екатеринбург ҡалаһында йәшәй икән. Ул ҡыҙҙары янына дауаханаға килгән.
"Быға тиклем дә йыш килә, ярҙам итә ине. Моғайын, ҡыҙҙар һауыҡҡас, уларҙы үҙе менән алып китер", – тип белдергән таныштары.
Был хәл Ринаның туғандарын шок хәленә килтергән. “ГорОбзор” баҫмаһына улар ҡатындың быға тиклем агрессия күрһәткәне булмауы, ҡыҙҙарын яратҡан әсәй кеүек күренеүе тураһында белдергән. Эйе, Ринаның һуңғы ваҡытта шәхси проблемалары сыҡҡан, ул күпләп иҫерткес эсемлектәр ҡуллана башлаған.
"Күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын: нисек үҙеңдең балаңа бысаҡ менән ташланырға мөмкин? Улар бер нәмәлә лә ғәйепле түгел бит. Ҡатын быға тиклем тыныс була торғайны", – тигән яҡындары.
Республика буйынса Тәфтиш комитеты Ринаға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатҡан. Статья бик етди, ул “ике һәм унан күберәк бәләкәй баланы үлтерергә тырышыуы өсөн” тип атала. Әле Ринаны ҡулға алғандар. Хоҡуҡ һаҡлау органдары тәфтиш саралары үткәрә, эштең сәбәптәрен асыҡлай.
Фото: "ГорОбзор".
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: