Яйыҡ
-17 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Апрель 2020, 12:05

СПОРТ - ЙӘШӘҮ НОРМАҺЫ

Владимир Путин тәҡдиме буйынса 2019 йылда тормошҡа ашырылған “Демография” милли проекты сиктәрендә Башҡортостанда “Спорт - йәшәү нормаһы” тигән региональ проект старт алғайны.

Владимир Путин тәҡдиме буйынса 2019 йылда тормошҡа ашырылған “Демография” милли проекты сиктәрендә Башҡортостанда “Спорт - йәшәү нормаһы” тигән региональ проект старт алғайны.
Тѳбәктә проектҡа ҡағылышлы сараларҙы тормошҡа ашырыу ѳсѳн яуаплы тип билдәләнгән Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, проект Башҡортостанда йәшәүсе барлыҡ категориялар ѳсѳн физик культура менән шѳғѳлләнергә уңай шарттар тыуҙырырға тейеш.
2024 йылда Башҡортостандың һәр ауыл-ҡалаһында тѳрлѳ спорт объекттары, физик мѳмкинлектәрҙе тест буйынса һынау үҙәктәре буласаҡ, тип планлаштырыла, ә спорт ѳлкәһендә эшләүселәр иһә яңы белемдәр аласаҡ, квалификацияһын күтәрәсәк.
“Спорт - йәшәү нормаһы” проектын тормошҡа ашырыу йәһәтенән Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы тарафынан тѳбәктәге 63 муниципаль берәмек менән килешеү тѳҙѳлѳп, саралар планы, нәтижәлелек күрһәткестәре раҫланды. Башҡортостанға проект ѳсѳн федераль бюджеттан 1543,87 млн. һум аҡса бүленгән; спорт ҡорамалдары һәм инвентарҙәре алыу йәһәтенән дәүләт контракттары тѳҙѳлгән. Проект карантин шарттарында ла онлайн-дәрестәр аша тормошҡа ашырылыуын дауам итә.
#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан
Автор: Римма Галимова
Читайте нас в