Яйыҡ
-12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Апрель 2020, 15:26

Һунар асылһа ла, ҡурсаулыҡтарҙан алыҫ йөрөгөҙ!

"Урал-Тау" заказнигы һәм "Ирәмәл" паркында мылтыҡ менән күренеү ҙә тыйыла.

Һөйөнсө лә алып өлгөрҙөк, пандемия сәбәпле яҙғы һунар бөтөнләй асылмай, тип хәбәр итләр ине, һуңынан нишләптер кире уйланылар.
Башҡортостанда 25 апрелдән 4 майға тиклем айырым төр ҡоштарға һунар рөхсәт ителде, ләкин ғәмәлдәге сикләүҙәрҙе һәм эпидемиологик талаптарҙы үтәү мотлаҡ, тип белдерҙеләр БР тТәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министрлығынан.
БР айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре буйынса дирекцияһының “Көнсығыш” айырымланған структур подразделениеһы өлкән инспекторы Мирдар Дияров әйтеүенсә, был рөхсәт “Ирәмәл” тәбиғәт паркы, “Урал-Тау” заказнигына бөтөнләй ҡағылмай. Был биләмәләрҙә, ниҙер кәсеп итмәйенсә, рөхсәтһеҙ автотранспортта хәрәкәт иткән йә (һәм) ҡорал менән күренгән өсөн генә лә, РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодексының 8.39-се статьяһы буйынса яза биреләсәк. Граждандарға штраф – 3-4 мең һум, өҫтәүенә хоҡуҡ боҙоу сараһы (мылтыҡ,транспорт) конфискацияланыуы ла мөмкин. Ә айырыуса һаҡланған тәбиғәт территорияларында ҡош-йәнлек үлтергән браконьерҙарға мөнәсбәт тағы ла ҡырыҫыраҡ, енәйәт эше ҡуҙғатыласаҡ.
Читайте нас: