Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Апрель 2020, 18:35

Ҙур ҡалаға барғас

Гөлнара МостафинаҘур ҡалаға барғас...ХикәйәИх, ошо урыҫ телен уҡытмаһындар ине! Юҡһа, дәрестә Рәшиҙә Усмановна әрләшә, өйҙә әсәйҙән эләгә, класташтар ҙа, беҙҙе артҡа һөйрәйһең, “2”-ләреңде төҙәт, тип аптырата. Мин “ярай” тип ҡотолам. Әммә, күпме тырышһам да, килеп сыҡмай ҙа ҡуя. Хәрефтәрҙе ҡайһылай ишетәм, шулай яҙам. Дөрөҫө нисек булалыр инде? Башҡорт телендә рәхәт икән: мужской род, женский род тип тә баш ватырға түгел.Сирек һуңында яҙған иншам тағы ҡып-ҡыҙыл булған. Хәс тә картуфтағы колорадо ҡуңыҙҙары инде! Етмәһә, Рәшиҙә Усмановна бөтә класҡа уҡып ишеттерҙе. Ғаилә хаҡында бына ниндәй инша яҙғайным: “Мая папа хороший. Ана пашла в работа. Мая мама красивый. Ана купит вкусный конфет. Мая сисренка играют сабака. Я лублу мая семья”. Миңә ҡалһа, бына тигән инша. Ҡайҙа хата барҙыр?.. Эй хихылдашҡан булдылар. Тәүҙәрәк асыуланған Рәшиҙә Усмановна ла түҙмәне, йылмайып ҡуйҙы. Аптырағас, үҙем дә уларға ҡушылдым. Уның ҡарауы, аҙаҡ әсәйем утлы табала бейетте генә!

Гөлнара МостафинаҘур ҡалаға барғас...ХикәйәИх, ошо урыҫ телен уҡытмаһындар ине! Юҡһа, дәрестә Рәшиҙә Усмановна әрләшә, өйҙә әсәйҙән эләгә, класташтар ҙа, беҙҙе артҡа һөйрәйһең, “2”-ләреңде төҙәт, тип аптырата. Мин “ярай” тип ҡотолам. Әммә, күпме тырышһам да, килеп сыҡмай ҙа ҡуя. Хәрефтәрҙе ҡайһылай ишетәм, шулай яҙам. Дөрөҫө нисек булалыр инде? Башҡорт телендә рәхәт икән: мужской род, женский род тип тә баш ватырға түгел.Сирек һуңында яҙған иншам тағы ҡып-ҡыҙыл булған. Хәс тә картуфтағы колорадо ҡуңыҙҙары инде! Етмәһә, Рәшиҙә Усмановна бөтә класҡа уҡып ишеттерҙе. Ғаилә хаҡында бына ниндәй инша яҙғайным: “Мая папа хороший. Ана пашла в работа. Мая мама красивый. Ана купит вкусный конфет. Мая сисренка играют сабака. Я лублу мая семья”. Миңә ҡалһа, бына тигән инша. Ҡайҙа хата барҙыр?.. Эй хихылдашҡан булдылар. Тәүҙәрәк асыуланған Рәшиҙә Усмановна ла түҙмәне, йылмайып ҡуйҙы. Аптырағас, үҙем дә уларға ҡушылдым. Уның ҡарауы, аҙаҡ әсәйем утлы табала бейетте генә!- Рус теле дәреслеген ҡулыңа йышыраҡ алһаң, бәлки, башыңа ла һеңер ине! - тип орошто. – Юҡһа, тотоп та ҡарамайһың бит...Әҙерәк ярһыуы баҫылғас, каникул осоронда үҙемде Өфөгә алып барасағын белдерҙе.- Бәлки, урыҫса һөйләшергә өйрәнеп ҡайтырһың, - тине.Минең насар уҡығым килә тиһегеҙме әллә? Киләсәктә тырышып ҡарарға булдым. Белһендәр әле Искәндәрҙең кемлеген. Әсәйем әйткәнсә, ҡайҙа барһам да, ҡултыҡ аҫтына дәреслек ҡыҫтырып йөрөй башланым. Тышҡа тотоп сыҡһам, уйнағанда китабым эскәмйәлә ятып тора. Ашағанда эргәгә һалып ултырам. Хатта йоҡлағанда ла баш осомда ята. Әммә ни файҙа? Китап тотоп йөрөп кенә башҡа аҡыл һеңмәй шул, ә асып уҡып алырға ялҡау килә.Әсәйем һүҙендә торҙо. Каникулдың тәүге көнөндә үк Әминә менән икебеҙҙе Өфөлә йәшәгән Гүзәл апайҙарға алып барып ҡалдырҙы.Баш ҡалаға килеүебеҙгә мин дә, Әминә лә күккә менгәндәй шатландыҡ. Дөрөҫ, килгән көндө ҡаланы балкондан ғына күҙәттек. Әммә иртәгә лә, иртәнән һуң да көн бар бит әле.Туғыҙар ҡатлы бейек-бейек йорттарға иҫебеҙ китте. Нисек ауып китмәйҙәр икән? Тағы урамдағы кешенең, машинаның күплеге аптыратты. Ҡырмыҫҡа иләүе кеүек бит!Әминә ҡапыл:- Ағай, ҡара әле, бәләкәс кенә поезд китеп бара! – тип ҡысҡырып ебәрҙе.Ә-ә-ә, тыҡы-тыҡы килеп, трамвай үтеп бара икән.- Трамвай бит ул, - тинем белдекле генә. – Китап уҡыр, телевизор ҡарар кәрәк.- Их, шунда бер генә тапҡыр булһа ла ултырып йөрөргә ине!..Әминә кис буйы шул турала ғына хыялланды. Минең дә трамвайҙа йөрөгөм килә, әммә быны һиҙҙермәҫкә тырышам. Унан, трамвайҙан да бигерәк, тиҙерәк ҡала буйлап йөрөгөм, урыҫ малайҙары менән танышҡым килә.Икенсе көндө мин дә, Әминә лә ғәҙәт буйынса сәғәт 7-лә уяндыҡ. Кейендек, йыуындыҡ. Урындарыбыҙҙы йыйып ҡуйҙыҡ. Гүзәл апайҙар ғына һаман йоҡлай. Әминә, түҙемһеҙ, әллә нисә тапҡыр кухняға сығып:- Самауырҙары ҡайнамай ҙа ҡайнамай, - тип уфтанды – Ауылда бит беҙ йоҡонан тороуға самауыр өҫтәлдә йырлап ултыра...Беҙҙе ишетеп, Гүзәл апай килеп сыҡты.- Бә-әй, был таң әтәстәре йоҡламай нимә эшләп ултыра?- Самауыр ҡайнағанын көтәбеҙ, - тине Әминә.Гүзәл апай көлөп ебәрҙе:- Иртә бит әле, туйғансы йоҡлаһағыҙ ни була?Беҙҙең йоҡо килмәне. Сәй эскәндән һуң Гүзәл апай “тиҙ генә эшемә барып ҡайтам, шунан тышта йөрөрбөҙ” тип ҡабаланып сығып китте. Беҙ, ваҡытты нисек үткәрергә белмәй, аптырашып ултыра бирҙек.- Ағай, әйҙә тышта уйнап инәбеҙ. – Әминәнең кисәнән үк бәүелсәктә бәүелгеһе килә ине.Беҙ, ишекте бикләнек тә, тышҡа сыҡтыҡ. “Рус теле” китабын да алдым. Тиҙерәк русса өйрәнергә кәрәк, юғиһә, урыҫ малайҙары менән нисек уйнармын?Әминә бәүелсәктә туйғансы бәүелде. Мин майҙансыҡтағы баҫҡыстар буйлап бер мендем, бер төштөм. Бер тирәлә йөрөү тиҙ ялҡытты. “Их, ҡайҙа икән үҙебеҙҙең һыу буйы, үрмәләргә һарай, ҡойма баштары!” тип ауылды һағына ла башланым.Шул ваҡыт подъездан, сүп-сар тултырылған биҙрә тотоп, минең буйы һары сәсле малай килеп сыҡты. Биҙрәһен ергә ҡуйып, беҙгә ҡарап тора башланы. Мин дә, баҫҡыстан төшөп, уның ҡаршыһына баҫтым.Малай ниҙер өндәште. Мин аңламай ҡалдым. Теге йәнә ҡабатланы. Мин һаман тексәйеп тора бирҙем. Өсөнсөгә ҡабатланы. Ауыҙға һыу уртлағандай, нимә тип өндәшергә белмәй аҙапланғанда, килде лә китабыма йәбеште. Их, русса белгән булһаммы! Белер инем нимә тип әйтергә! Ғәрлегемдән күҙгә йәштәр төйөлдө. Икәүләп тартыша башланыҡ. Ул китапты үҙенә тарта, мин – үҙемә. Бына теге йәнә:- Отдай! – тип китапты үҙенә табан һөйрәне. Мин дә бирешмәйем, не дам, тим уҫал ғына. Үҙем эстән генә: “Бына бит, мин дә урыҫса һөйләшә алам”, - тип ҡыуанам. Кәйеф күтәрелеп китте.Беҙҙе күҙәтеп торған Әминә түҙмәне, икебеҙҙең араға килеп баҫты.- Теймә! Теймә минең ағайыма! – Китап урыҫ малайы ҡулында ҡалды. Ул башҡортса белмәй ине, Әминәнең “теймә”һен Тима тип ҡабул итте.- Я не Тима, я – Антон! – тине ул.Әминә быны үҙенсә: “Үҙең теймә, ул алтын”, - тип аңланы шикелле:- Ниндәй алтын булһын ти, ағайымдың рус теле бит ул! – тип, китапты йомро малай ҡулынан тартып та алды. Үҙе:- Әйҙә, ағай, йәһәтерәк китәйек бынан, - тип мине икенсе яҡҡа һөйрәне.- Урыҫса яҡшы ғына өйрәнеп алһаң, һин дә улар менән эре генә һөйләшерһең әле, эйеме, ағай? – Әминә бешмәгән ағаһын йыуатырға тырышты. Мин, оялышымдан, ер тишегенә инерҙәй булдым.Икәүләшеп трамвай туҡталышына атланыҡ. Үҙем, бөтөнләй үк белемһеҙ түгел икәнемде белдерергә теләп, йорттарҙағы яҙыуҙарҙы Әминәгә уҡып барам:- Хлеб – икмәк була. Молоко – һөт, библиотека тигәне китапхана ул...Әминә миңә һоҡланып ҡарай. Үҙе туҡтауһыҙ:- Их, ҡасан мәктәпкә барып, рус телен өйрәнәм инде! – тип хыяллана.Трамвай тигәне беҙ килгән поезд вагонынан да бәләкәй, ә үҙе рельстар буйлап текелдәп елә генә.- Ағай, ҡара әле, анау трамвайҙы апай кеше йөрөтә! – тип Әминә һөрәнләп ебәрҙе. Вәт ғәләмәт! Минең дә апай кешенең трамвай һынлы трамвай йөрөтөүен тәүләп күреүем.- Ағай, әйҙә ултырып әҙ генә барайыҡ? Унан кире ҡайтырбыҙ, - тип Әминә ялына башланы. – Бер тапҡыр ғына!..Үҙемдең дә трамвайҙа йөрөп ҡарағы килә, ҡыҙыҡ бит. Алғы ишектән һә тигәнсе инеп тә баҫтыҡ. Әминә иң алға барып торҙо. Уның аптырап ҡарауын трамвай йөрөткән апай ҙа һиҙгән икән. Ишеген асып, Әминәнән ҡайҙа йәшәүебеҙ, кемдәргә килеүебеҙ, нисәнсе класта уҡыуыбыҙ хаҡында һораша башланы. Башҡортса һөйләшкәс, ул үҙ туғаныбыҙҙай яҡын тойолдо. Әминә ихлас яуап бирә. Мин туҡталыштарҙы һанайым, хәбәр ҙә тыңлайым. Бара торғас, иҫәпте бутап бөтөрҙөм. Әллә өс, әллә дүрт, әллә биш туҡталыш үттек инде? Алдағыһында, Әминәнең сыҡмайым тип ҡарышыуына ҡарамай, төшөп ҡалдыҡ.- Мин бит трамвай йөрөтөргә өйрәнәм тигәйнем, - тип үпкәләне Әминә. Уны йыуатып, тынысландырып, аҙашып китеүебеҙҙе әйткәс, һыҡтарға тотондо. Ҡаршыға килгән трамвайға ултырҙыҡ та тәҙрәнән ҡарап бара башланыҡ. Биш кенә туҡталыш түгел, алтауҙы үттек, әммә таныш урын осраманы. Дөрөҫөрәге, бөтә туҡталыштар ҙа бер иш кеүек тойолдо миңә. Беҙ ултырғанында ғына һыу-һут һатыла тиһәм, ундай киоскылар күп булып сыҡты. Йә, апай менән Әминәне тыңлап килеп, тирә-яҡты яҡшылап ҡарап бармағанмын.Киләһе туҡталышта төштөк тә ҡабаттан кире яҡҡа ултырҙыҡ. Йөрөй-йөрөй бөтөнләй буталдыҡ. Инде мин дә илар сиккә еттем.Туҡталыштарҙың береһендә нимә эшләргә, ҡайҙа барырға белмәй ултырабыҙ. Арыныҡ, асыҡтыҡ. Тағы шул рус телен белмәүем өсөн терһәкте тешләрҙәй булдым. Уны өйрәнеп ни файҙа, барыбер ауылда бөтәһе лә башҡортса һөйләшә тип йөрөһәм, ҡайһылай кәрәк булып сыҡты! Былай күпме йөрөргә мөмкин, берәй яйын тапмай булмай. Гүзәл апай ҙа ҡайтҡандыр инде. Оялыуымды еңеп, берәйһенән ярҙам һорарға булдым. Көнбағыш һатып ултырған өс әбей эргәһенә килдем.- Извините, - тинем, уның “ғәфү итегеҙ” була икәнен иҫкә төшөрөп. – Где Гүзәл апайҙар живет?Һораным да оялышымдан бурҙаттай ҡыҙарҙым.- Какая еще Гузель апай? – Һорауыма һорау менән яуап бирҙе йәшерәге.- Ну, моя апайка. – Мин иларға етештем. Аҙаштыҡ һүҙен иҫемә төшөрә алмай аҙапланам. Әбейҙәрҙең береһе юлаҡ-юлаҡ ағып төшкән йәштәренә саң ултырып, бите бысранып бөткән Әминәгә ҡарап:- Заблудились что ли? - тип һораны.- Да, да! – Мин ҡыуанып киттем. Өсөнсө әбейем башҡортса аңлай булып сыҡты.- Эй, бәпкәм, нисек улай аҙаштығыҙ һуң? Әсә-атаң ҡайҙа? Адресығыҙҙы беләһеңме?- Нет, - тием руссалап. – Мы из деревни приехал.Үҙ ҡолағыма үҙем ышанмайым. Урыҫса апаруҡ һупалайым түгелме һуң?- Әйҙәгеҙ, - тип әлеге башҡорт әбейе беҙҙе ҡайҙалыр алып китте. Милицияға икән.- Иптәш милиционер, бынау ҡунаҡҡа ғына килгән балалар аҙашып, өйҙәрен таба алмай йөрөйҙәр. – Хәлде аңғартҡас, көнбағыштарын һатырға йүгерҙе.- Так... – Милиционер беҙгә ҡараны. – Откуда приехали? Кому приехали?- Из деревни. Гүзәл апайкаға. – Мин батыр ғына яуап бирҙем.- Адрес знаешь? На какой улице живет ваша сестра?- Адрес не знаю шул... Живет на улице Зорге, - тинем дә бер аҙ торғас: - в автовокзале, - тип өҫтәп ҡуйҙым.Милиционер ағай Гүзәл апайымдың фамилияһын, атаһының исемен һорашты. Бәхетебеҙгә күрә, уларын белә инем. Ҡайҙалыр шылтыратты, кемдәр менәндер һөйләште. Бер аҙҙан беҙҙе эйәртеп сығып китте. Ниндәйҙер трамвайға ултырҙыҡ. Туҡталышта төшкәс, хатта ышанмай торҙом. Ошондағы кешеләргә, йорттарға теге яҡҡа үткәндә лә, был яҡҡа үткәндә лә нисәмә тапҡыр ҡарап уҙғайныҡ бит әле!Йорт алдында илап бөткән Гүзәл апай ҡаршыланы:- Ниңә өндәшмәй-нитмәй сығып киттегеҙ? Йөрәкте алдығыҙ бит!Үҙе беҙ табылыуға эй шатланды. Шундай ҙур ҡалала юғалмайынса ҡайтып килеүебеҙгә хайран ҡалды. Был мәлдә минән дә бәхетле кеше булмағандыр. Ҡайтҡас әсәйемде лә, класташтарымды ла русса ғына һөйләшеп вәт аптыратасаҡмын! Милиционер ағайға бер туҡтауһыҙ рәхмәт яуҙырған апайымды йыуатырға теләп:- Мы больше не буду, - тинем эре генә. Ҡалала саҡта тик русса ғына һөйләшергә ҡарар иткәйнем.Гөлнара Мостафина.
Читайте нас в