Һаулыҡ һаҡлау министрлығында уҙған брифингта Роспотребнадзор идаралығы етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Венер Изикаев Башҡортостан Республикаһында ниндәй дауаханаларҙың коронавирус инфекцияһы буйынса карантинға ябылыуы тураһында һөйләне.
22 апрелгә 10 медицина ойошмаһы эшләмәй. Өфөлә 21-се дауахана һәм Бәләбәйҙә Үҙәк район дауаханаһы тулыһынса ябылды.
Өфөнөң 22-се, 8-се һәм 18-се дауаханаларында сикләү саралары индерелде. Бөрө, Октябрьский, Ишембай үҙәк район дауаханалары корпустары, Салауат ҡалаһы дауаханаһы, Стәрлетамаҡ 1-се ҡала дауаханаһы ябылды.
Әгәр пациенттар һәм медицина хеҙмәткәрҙәре араһында икенән күберәк кеше сирләй икән, дауахана карантинға ябыла, тип асыҡлыҡ индерҙе Венер Изикаев.
http://www.bashinform.ru/news/1442350-kakie-bolnitsy-v-bashkirii-zakryty-na-karantin-/