Яйыҡ
-14 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Апрель 2020, 16:45

Башҡортостандың ҡайһы райондары урман янғындарынан зыян күреүе мөмкин

Башҡортостан хөкүмәте 2020 йылда урман янғындарынан зыян күреү ихтималлығы булған тораҡ пункттар исемлеген раҫланы.

Башҡортостан хөкүмәте 2020 йылда урман янғындарынан зыян күреү ихтималлығы булған тораҡ пункттар исемлеген раҫланы. Тейешле документ шаршамбы республиканың рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.
Республика хөкүмәте ҡарарына ярашлы, быйыл яҙғы-йәйге янғын йәһәтенән хәүефле миҙгел 15 апрелдән 15 октябргә тиклем дауам итә.
Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығына һәм Тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығына муниципалитеттарға «тораҡ пункттарҙы урман янғындарынан һаҡлау буйынса иҫкәртеү сараларын үткәреүҙә» ярҙам күрһәтеү бурысы йөкмәтелде.
Республика хөкүмәте раҫлаған исемлектә урман янғындары хәүефе янаған 156 тораҡ пункт бар. Дөйөм алғанда, Башҡортостандың 23 район-ҡалаларында.
Ут эсендә ҡалыу ихтималлығы булған ауылдарҙың яртыһы тиерлек Белорет районына тура килә — 72 тораҡ пункт.
19 ауыл Бөрйән районында урынлашҡан. Шишмә һәм Илеш райондарына — ете, Өфө районына алты тораҡ пункт тура килә, тип билдәләнә документта.
http://www.bashinform.ru/news/1442422-kakie-sela-bashkirii-mogut-postradat-ot-lesnykh-pozharov/
Читайте нас в