Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Апрель 2020, 16:50

Белорет районында ташҡын сәбәпле автотранспорт йөрөй алмай

Ташҡын һыуҙарының күтәрелеүенә бәйле Белорет районында ҡайһы бер юлдарҙа автотранспорттың бөтә төрҙәре өсөн хәрәкәт ябылды

Ташҡын һыуҙарының күтәрелеүенә бәйле Белорет районында ҡайһы бер юлдарҙа автотранспорттың бөтә төрҙәре өсөн хәрәкәт ябылды, тип хәбәр итте Башҡортостан Республикаһының Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты.
Түбәндәге юлдарҙа хәрәкәт ябылды:
Үрге Әүжән – Исмаҡай – Оло Йылға тимер юл станцияһы — Ишле-Туҡан-Егәҙе 1+561саҡрым — 22+410 саҡрым участкаһында (Үрге Әүжәндән Исмаҡайға тиклем),
— Инйәр— Ноҡат — Айыс 0+064 саҡрым — 30+200 саҡрым участкаһында (Инйәрҙән Айысҡа хәтлем).
Өҫтәмә мәғлүмәт алыу өсөн 8-927-955-11-00 телефоны буйынса Башҡортостан Республикаһы Юл хужалығы идаралығының тәүлек әйләнәһенә эшләгән диспетчер хеҙмәтенә мөрәжәғәт итергә мөмкин.
http://www.bashinform.ru/news/1442454-v-beloretskom-rayone-v-svyazi-s-pavodkom-zakryto-dvizhenie-avtotransporta/
Читайте нас: