Яйыҡ
-14 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Апрель 2020, 15:37

Ике китапханасыбыҙ республика конкурсында еңде.

Призерҙар – Вилә Мурҙағолова һәм Гөлшат Закирова.

Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы ауыл биләмәләрендә эш иткән мәҙәниәт учреждениелары араһында конкурс үткәрә бара. Еңеүселәр ҙә, улар вәкилләгән учреждениелар ҙа тос ҡына аҡсалата премия менән бүләкләнәләр (50 һәм 100 мең һум).
Учалылар даими ҡатнаша. Быйыл Вилә Жәмил ҡыҙы Мурҙағолова (Һөйндөк китапханаһы) һәм Гөлшат Әхәт ҡыҙы Закирова (Өргөн китапханаһы) еңеп сыҡтылар.
Үҙәк район китапханаһының методик бүлеге мөдире Әлфиә Нәҙершинаның һүҙенән, икеһе лә бик тырыш хеҙмәткәрҙәр, төрлө-төрлө йүнәлештәрҙә бик әүҙем эшләйҙәр. Был хаҡта гәзиттә ентекләберәк яҙырбыҙ әле. Ә әлегә ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!
Читайте нас в