Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Апрель 2020, 17:35

Тирмә ағып киткән

Ѳфѳнөң Дуҫлыҡ монументы тапҡырында Ағиҙелдә тирмә ағып барғанын видеоға тѳшѳрѳп алғандар.

Ѳфѳнөң Дуҫлыҡ монументы тапҡырында Ағиҙелдә тирмә ағып барғанын видеоға тѳшѳрѳп алғандар. Был хаҡта “Вся Уфа” телеканалының Инстаграмдағы аккаунтында хәбәр ителә.
Яҙмала күренеүенсә, Ағиҙел йылғаһында ҙур тирмә шәп итеп ағып бара. Күрәһең, уны яр буйына ҡуйған булғандарҙыр. Һыу ҡапыл күтәрелеп, ағыҙып алып киткәндер. Шуныһы ҡыҙыҡ: нисектер батмай, яңыртылған яр буйындағы баҫҡыстарға барып терәлеп туҡталып ҡалған.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, әле йылғаларҙа һыу ҡалҡыуын дауам итә. Граждандарҙан хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәүҙе, үҙ-үҙеңде изоляциялау шарттарын боҙмауҙы һорайҙар.
Фото: "Вся Уфа", скриншот.
Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас: