Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Апрель 2020, 16:55

«Туғандарым минең иҫәнме-юҡмы икәнемде күреү өсөн видеобәйләнештән шылтырата»

Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһында утыҙ йыл эндокринолог булып эшләгән Леонора Хөсәйенова һөйләүенсә, 30-ышар пациент килтерелгән тәүге өс көн айырыуса ҡатмарлы булған. Уның менән бергә «ҡыҙыл зона»ла үҙ теләге менән студент ҡыҙы ла эшләй.

«Туғандарым минең иҫәнме-юҡмы икәнемде күреү өсөн видеобәйләнештән шылтырата» — Өфө табиптары коронавирусҡа ҡаршы нисек көрәшәБашҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһында утыҙ йыл эндокринолог булып эшләгән Леонора Хөсәйенова һөйләүенсә, 30-ышар пациент килтерелгән тәүге өс көн айырыуса ҡатмарлы булған. Уның менән бергә «ҡыҙыл зона»ла үҙ теләге менән студент ҡыҙы ла эшләй.— Ныҡ хәл бөтә. Был костюмда йөрөү, тирләгән битлек кейеп өҙлөкһөҙ эшләү бик ауыр. Һигеҙешәр сәғәт буйына һыу эсмәү, ашамау. Бысраҡ зонанан бөтәһе лә ныҡ арып сыға, — тип һөйләй Леонора.Ләкин физик арыуҙан тыш, бының эмоциональ яғы ла бар. Табип Руслан Ғүмәров өсөн ғаиләһе – ҡатыны һәм алты балаһы борсола. Кескәйенә бер аҙна тулыу менән ул «ҡыҙыл зона»ға ингән.— Улар ныҡ ҡайғыра, ваҡыты менән шылтыраталар. Минең иҫәнме-юҡмы икәнемде күреү өсөн барыһы ла видеобәйләнештән шылтырата, - ти Руслан.Көн һайын табиптар сменалар араһындағы ялда көс тупларға тырыша, ә һуңынан йәнә «ҡыҙыл зона»ға, уларҙың береһе лә бирешергә йыйынмай.
Башҡортостаным яңылыҡтары
Читайте нас: